Ике уйла, бер эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Байрам менән!
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Шәжәрәңде бел!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар
    ТАБИПТАРҘЫҢ ЭШ ХАҠЫ КӘМЕМӘЙӘСӘК
    РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүҙең яңы схемаһына күсеүҙең беренсе ярты йыллығына һығымта яһарға ла өлгөрмәнеләр, Премьер-министр Владимир Путин Алтай крайының клиник дауаханаһына эш сәфәре менән барған саҡта медицина хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын артабан да күтәреү мәсьәләһенең ҡараласағы хаҡында белдерҙе.
    Был яңылыҡ тәүҙә Алтай табиптары, артабан башҡа төбәк медиктары араһында ҙур резонанс тыуҙырҙы.
    Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, хөкүмәт табиптарҙың эш хаҡын һаҡлап ҡаласаҡ, артабан күтәреү мәсьәләһен дә хәстәрләйәсәк, тине Владимир Путин.
    Әйткәндәй, Алтай крайының клиник дауаханаһында эш хаҡы күтәрелеүенә өмөт итеүгә башҡа нигеҙ ҙә бар. Әле бында юғары технологиялы медицина үҙәге төҙөлә. Унда хеҙмәт хаҡы ике-өс тапҡырға юғары булыр тип көтөлә. Әле иһә, крайҙың һаулыҡ һаҡлау һәм фармацевтика эшмәкәрлеге буйынса баш идаралығы етәксеһе Валерий Елыкомовтың хәбәр итеүенсә, төбәктә аҡ халатлыларҙың уртаса эш хаҡы айына ун ике мең һум тәшкил итә.

    МУТЛЫҠ ӨСӨН – БИШ ЙЫЛ

    Владивосток суды Алыҫ Көнсығыш таможня идаралығының элекке етәксеһе, генерал Эрнест Бахшецянды биш йылға иркенән мәхрүм итте.
    Ул үҙ вазифаһын яуыз ниәттә файҙаланыуҙа, контрабандала һәм эшҡыуарҙарҙың законлы эшмәкәрлегенә ҡаршы килеүҙә ғәйепләнә. Бахшецяндың йәнә биш әшнәһе 2 – 7 йылға хөкөмгә тарттырылды. Суд генералды һәм уның ҡул аҫтында эшләүсе әлеге төркөмдө 2005 йылда Ҡытайҙан Рәсәйгә 515 контейнер тауар индереүҙә ғәйепләй. Контрабанда тауарының дөйөм хаҡы 1,2 миллиард һумдан ашып китә. Таможня түләүҙәрен башҡармауҙан ил бюджетына 450 миллион һумлыҡ зыян килгән.
    Судья дүрт йөҙ биттән торған ҡарарҙы уҡып ишеттерер өсөн дүрт көн ваҡыт сарыф иткән.

    РӘСӘЙҘЕКЕНӘ ЕТМӘЙ

    Кибет кәштәләрен Рәсәйҙә етештерелгән тәмле һәм арзан аҙыҡ-түлек менән тултырыу, ауылда йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу – аграр проекттың төп маҡсаты.
    Ошо ниәттә власть, донъя иҡтисади көрсөгөнә ҡарамаҫтан, бюджет аҡсаһын миллиардлап тотонорға ла әҙер. Рәсәй менән Белоруссияны шаулатҡан «һөт һуғышы» быға асыҡ миҫал. «Беҙҙең баҙар ҙур, әммә сикһеҙ түгел. Беҙҙең үҙебеҙҙең етештереүселәребеҙ күп һәм, белорус аграрийҙарын нисек кенә яҡын күрһәк тә, барыбер үҙебеҙҙекеләр ҡәҙерлерәк», – тип тип белдерҙе Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев, мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп.
    Президенттың һүҙҙәренә ҡарағанда, дәүләт артабан да ауыл хужалығы тармағын ныҡлы иғтибар үҙәгендә тоторға ниәтләй. Ауылдарҙа ил халҡының өстән бер өлөшө йәшәй, һәм дәүләт ауылда йәшәүселәрҙең һаны кәмемәүе яҡлы. Иҡтисади көрсөккә тиклем ҡабул ителгән ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһын ҡыҫҡартыуға юл ҡуймаясаҡбыҙ, ти ил башлығы. Финанслау күләме артасаҡ ҡына, быйыл ул 183 миллиард һум буласаҡ.
    Йәнә Президент аграрийҙарҙы аҙыҡ-түлекте төрөүгә лә иғтибарлы булырға саҡыра. Әйткәндәй, Дмитрий Медведевтың үҙенең ғаиләһендә Рәсәйҙә етештерелгән ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәләр икән. «Беҙҙә, нишләптер сит илдә сыҡҡан икән, тимәк, химия, тигән фекер ҡалыплашҡан. Минең үҙемә лә Рәсәй туңдырмалары тәмле тойола. Уның тәме бәләкәйҙән танһыҡ», – ти Президент.

    ҠАРШЫЛЫҠ АКЦИЯҺЫ

    Үткән шәмбелә Ирандың баш ҡалаһында президентлыҡҡа кандидат Мир Хөсәйен Мөсәүи яҡлылар тарафынан ойошторолған ҡаршылыҡ акцияһы демонстранттарҙың полиция менән бәрелешенә әйләнде.
    Таһранда бәрелештәр ваҡытында 457 кеше ҡулға алынған. Бынан тыш, ҡырҡтан ашыу полиция хеҙмәткәре йәрәхәтләнгән, дәүләт структуралары урынлашҡан утыҙ дүрт бинаға матди зыян килтерелгән.
    Оппозиция протест акцияһын Президент һайлауҙары һөҙөмтәләрен иғлан иткәндән һуң башланы. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, һайлауҙарҙа Ирандың әлеге Президенты еңгәйне, ә оппозиционер Мир Хөсәйен Мөсәүи утыҙ процент самаһы тауыш йыйҙы. Һайлау һөҙөмтәләре менән риза булмаған Мөсәүи һайлауҙы ҡабаттан үткәреүҙәрен һорай. Әммә власть тауыштарҙы өлөшләтә генә һанауға әҙер булыуын белдерә. Митинг менән генә тауыш биреү һөҙөмтәләрен үҙгәртеп булһа икән дә...

    Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.
    авторы: Нур | 23 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • ВЛАСҠА ЯҢЫ ПРЕЗИДЕНТ КИЛДЕ
  • «Граждандарға минең өсөн оят түгелдер»
  • Әгәр һайлау ошо йәкшәбелә үтy ...
  • Штаб булдырылды. Һайлау – 2008
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru