Көсөң барҙа эшеңде ҡара, көсөң киткәс, эшең һине ҡарар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • Йондоҙнамә 14 - 20 июнь
  • Берҙәмлектә – көс
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Илдең яңы бюджеты ҡарала Яңылыҡтар
    РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин хөкүмәт кәңәшмәһе үткәрә.
    Унда илдең 2010 – 2012 йылдарға өс йыллыҡ бюджеты ҡарала. Март башында донъя финанс көрсөгө һөҙөмтәһендә Рәсәй Хөкүмәте элек ҡабул ителгән 2009 – 2011 йылдарға өс йыллыҡ бюджеттан баш тартып, ағымдағы йылға бюджет менән генә сикләнергә ҡарар иткән. Һөҙөмтәлә 2009 йылға илдең яңы төп финанс документы төҙөлөп, раҫланған. Шул уҡ ваҡытта 2010 – 2012 йылдарға яңы өс йыллыҡ бюджет өҫтөндә лә эш башланған.
    Ял көнө Владимир Путин Дәүләт Думаһы фракцияһы лидерҙары менән осрашҡанда, 1 октябргә тиклем өс йыллыҡ бюджеттың проекты Дәүләт Думаһына индереләсәк, 2010 йылда сығымдарҙы ҡыҫҡартырға тура киләсәк, тип белдергән. Уның әйтеүенсә, Рәсәй бюджетына килем 2009 йылда һәм артабанғы өс йылда эске тулайым продуктҡа ҡарата 8 процентҡа ҡыҫҡара. Премьер-министр шулай уҡ һуңғы йылдарҙа бюджет килемдәре тулайым продуктҡа ҡарата 23 – 24 процент булыуын билдәләп үтте. «Был – бик юғары күрһәткестәр. 2009 йылда иһә ул 15,7 – 16 процент тәшкил итәсәк. 2010 – 2012 йылдарҙа ла ошо кимәлде һаҡлап алып ҡалырға тырышасаҡбыҙ. Инфляция үҫеше һуңғы айҙарҙа 1,5 тапҡырға кәмене. Уның үҫешенә юл ҡуймаҫ өсөн бюджет дефицитын кәметергә кәрәк. 2009 йылда Хөкүмәт бюджет сығымдарын 9,7 трлн һумға тиклем арттырырға мәжбүр булды. Көрсөккә бәйле бюджет килемдең өстән бер өлөшөн ала алманы», – тине ул.

    Уҡыусыларҙы йәшен атҡан
    Фажиғә 27 июндә таңғы сәғәт 5-тәрҙә Приморьеның Хәсән районы Зарубино ҡасабаһында була.
    Йәштәр сығарылыш кис-һенән һуң диңгеҙ буйына таң ҡаршыларға китә. Уҡыу-сыларҙы милиция хеҙмәткәр-ҙәре оҙатып бара. Иң арттан килеүсе дүрт кеше электр сымдары аҫтынан үткән ваҡытта йәшен ата. Бер егет һәм бер ҡыҙ шунда уҡ йән бирә, милиционер менән тағы бер ҡыҙ, йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатыла. Барлығы 11 уҡыусы йәшендән зыян күрә.
    Әлеге ваҡытта табиптар дауаханаға эләккән ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең стресс хәлендә булыуын һәм аяҡ-ҡулдарының иҫ белмәүен билдәләй. Уларға тейешле медицина һәм психологик ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ район хакимиәтендә ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлау өсөн махсус комиссия төҙөлгән.

    Ҡалаға тарихи исемен ҡайтармаҡсылар
    Киров ҡалаһына уның элекке исемен ҡайтарырға уйлайҙар.
    Яҡынса 1374 йылда нигеҙ һалынған ҡала тәүҙә Вятка тип йөрөтөлгән була. 1934 йылда революционер Сергей Костриковты (Киров) үлтергәндән һуң уның исемен Киров тип үҙгәртәләр. Май аҙағында Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих институты хеҙмәткәрҙәре ҡалаға уның тарихи исемен ҡайтарыу тураһында ҡарарға килә. Уларҙың тәҡдименә иһә Киров өлкәһе губернаторы Никита Белых: «Ҡаланың исемен үҙгәртеүҙе йәиһә әлеге исемен ҡалдырыуҙы референдумда, йә һорау алыу үткәреп, халыҡ үҙе хәл итергә тейеш», – тип яуап биргән.
    Әле иһә эксперттар йәмәғәтселек фекерен өйрәнә.
    С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
    авторы: Нур | 30 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Отчетмы әллә һайлау алды программаһымы?
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Иртәгәһен уйлаған...
  • Янылыктар
  • Ике мөҙәткә йомғаҡ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru