Боҙға быҙаулама.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Вакцина әҙер, әммә...
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан тәжрибәһе юғары баһаға лайыҡ Яңылыҡтар
    26 июндә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Волга буйы федераль округының Ульяновскиҙа үткән Советы ултырышында ҡатнашты. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота рәйеслегендә үткән Совет ултырышында Волга буйы төбәктәрендә төҙөлөш тармағындағы хәл һәм көрсөк шарттарында уға булышлыҡ итеү буйынса саралар тикшерелде.
    Григорий Рапотаның билдәләүенсә, донъя көрсөгө эҙемтәләре арҡаһында 2009 йылдың биш айында төҙөлөш тармағында эш күләменең 27,6 процентҡа түбәнәйеүе теркәлгән, ә көрсөккә тиклем – 2008 йылдың ғинуар – сентябрендә 17 процентҡа үҫеш билдәләнгән. Көрсөккә ҡаршы саралар күрелмәһә, түбән тәгәрәү дауам итәсәк, тип билдәләне тулы хоҡуҡлы вәкил.
    Биш ай эсендә Волга буйы федераль округында 3,5 миллион квадрат метр торлаҡ, йәғни 2008 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 109,4 процент, сафҡа индерелгән. Волга буйы федераль округында төҙөлөш комплексын үҫтереү стратегияһында аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе тип әйтелде. Ултырышта билдәләнеүенсә, аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан Республикаһының тәжрибәһе юғары баһаға лайыҡ.
    Округ Советы ултырышында шулай уҡ Волга буйы федераль округында дәүләт граждан хеҙмәтен реформалау һәм үҫтереү барышы, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына әҙерлек һәм уны байрам итеү буйынса сараларҙың йыйылма округ планы, РТС фонд биржаһы эшмәкәрлегенең перспективалары ҡаралды.
    авторы: Нур | 30 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өлгө итеп күрһәттеләр
  • Мәнфәғәттәрен хәстәрләп
  • Прогрессив система – беҙҙә генә
  • Транспорт мәсьәләләре ҡаралды
  • ГРИГОРИЙ РАПОТА ӨФӨЛӘ БУЛДЫ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru