Кешене белгең килһә, бер һүҙенә ҡара, бер эшенә ҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • ҠАРТЛЫҠ БӘХЕТ БИТ УЛ ШУЛАЙ ҘА...
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Киләһе йәйгә ҡәҙәр! Яңылыҡтар
    Әбйәлил районында балалар йәйге ялды күңелле һәм файҙалы үткәрҙе

    Йәшәгән, ти, батырҙар... ҡырҙа

    Бала саҡта, хыялдар ҡанатлы ваҡытта, ҡырҙа палаткаларҙа йәшәп, дуҫ-иштәрең менән ял итеү – иң ҙур бәхет. Ғөмүмән, ҡаҙанда боҫрап бешкән ашты ашап, күнәктә ҡайнаған хуш еҫле сәйҙе эсеп, кемуҙарҙан сутылдаған ҡоштар концертын тыңлап йоҡоға талыу, тын йылға ағышы, япраҡтар шыбырлашыуы аҫтында иртән уянып, яңы көндө ҡаршылау – шунан да хозурыраҡ нимә бар?! Тәбиғәт ҡосағында үҙ-ара аралашыу ҙа икенсе төҫлө, сөнки йөрәк тынысыраҡ тибә, борсолоуҙар ҡул менән һыпырып алғандай юйыла, уйҙар һәүетемсә генә ыңғайлана. Шуға ла Тал-Ҡусҡар ауылынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта, Серәйосҡан ҡаяһы ышығында Әбйәлил районының «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Урал Харисовтың етенсе йыл рәттән палаткалы лагерь ойоштороуын ишеткәс, күңел талпынып китте – их, шунда барып, балаларҙың ял итеү урынын күреп ҡайтырға ине! Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигән кеүек, бер ни тиклем ваҡыттан һуң теләгебеҙ тормошҡа ашты, юлдарыбыҙ ошо лагерға илтте.
    – Тәүге йылдарҙа тәртибе насар, тип ҡылыҡһырланған балаларҙы йыйҙыҡ, – танышҡас, Урал Әхәт улы лагерҙы ойоштороу тарихын һөйләп бирҙе. – Еңелдән булманы, проблемалар байтаҡ ине, ә шулай ҙа һис ҡасан үкенмәнем: ул балалар менән дуҫлашып, матур мөнәсәбәттәр урынлаштырҙыҡ. Имен булмаған ғаиләлә үҫкән малай-ҡыҙҙарға терәк була алдыҡ, шуныһы бигерәк тә мөһим. Күптәр, нимәгә кәрәк ул һиңә был лагерь, үҫмерҙәрҙең мәшәҡәттәре, тип мине аңламаны. Ошо балалар йөҙөндә үҙемде күреүемде нисек итеп аңлатырға инде?! Мин дә бит атайһыҙ үҫтем, хаталарым-яңылышлыҡтарым күп булды, ярай ҙа әсәйемдең сабырлығы, аҡылы упҡынға тәгәрәүҙән аралап ҡалды. Ә күптәрҙең ундай яҡлар, аралар кешеһе юҡ. Һәм ата-әсәһе имен шарттар тыуҙырмағанға балалар ғәйепле түгел. Һәр яҡтан тибелеп-һуғылып та, изге күңелле, яҡшы холоҡло булып үҫеп ҡара әле... Хәйер, төрлө балалар менән эшләргә тура килде, һәм имен булмаған ғаиләләрҙә үҫкәндәрҙең атай-әсәйҙең ҡурсыуында, йылы ҡосағында үҫкән балаларға ҡарағанда күпкә миһырбанлыраҡ, сыҙамлыраҡ, кешелеклерәк икәнен дә күрергә яҙҙы. Мәҫәлән, походҡа барғанда, тәүгеләр иң ҡатмарлы хәлдә лә юғалып ҡалмай, ярҙам ҡулын һуҙа, ә икенселәрҙең бәлә һалып, һине ташлап ҡасыуы ла ихтимал. Шуға ла мин ҡәтғи рәүештә хаталанған, ирекһеҙҙән насар хәлдәргә тарыған, яңылышлыҡтар ҡылған балаларҙы иҫәптән һыҙып ташлауға ҡаршымын.
    Урал Әхәт улының һүҙҙәре эшенән айырылмай. Эскерһеҙ булғаны өсөн балалар ҙа уға ихтирам, һөйөү менән яуап ҡайтара. Бына беҙ барып төшкәс тә, уны лагерҙа ял итеүселәр һырып алды. Төрлө йәштәге малайҙар һәм ҡыҙҙар кемуҙарҙан бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, яңылыҡтар менән ихлас бүлеште, директорҙың йылы һүҙен ишетергә ашыҡты. Уларға ҡарап торһаң, хас та бер-береһен өҙөлөп яратҡан балалар менән атайҙың осрашыуы инде. Лагерҙағы тәртипкә ярашлы, бер аҙҙан «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Руслан Илһамов отрядтарға теҙелергә фарман бирҙе, Дилара Зәйнуллина менән Алина Ғүмәрова тантаналы рәүештә лагерь флагын күтәрҙе. Урал Әхәт улы балаларҙы тағы берҙе сәләмләп, төшкө ашҡа ҡәҙәр атыу буйынса ярыш буласағын иғлан итте һәм икенсе көндө «Юрға» клубынан аттар килеүе хаҡында һөйөнсөләне. Ул һүҙен тамамлаған ыңғайы ҡырҡ бала бер кешеләй «геү» итеп ҡалды, ҡыуаныстан йөҙҙәре яҡтырҙы, ҡыҙҙар хатта түҙмәй сәпәкәй итте: «Атта һыбай йөрөйбөҙ!» Бына шулай тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәргә бер мәлгә лә күңелһеҙләнергә форсат ҡалдырылмай, көн дә төрлө уйын, ярыш, конкурстар ойошторолоп ҡына тора. Әйткәндәй, вожатыйҙар, ашнаҡсылар – «Батыр»ҙың персоналы – палаткалы лагерҙа отпуск мәлендә бушлай эшләй.
    – Өсөнсө йыл һәр заезға киләм, – тине комплекстың хужалыҡ буйынса мөдире, лагерҙа ашнаҡсы вазифаһын үтәгән Фәриҙә Ғүмәрова. – Яратам мин балаларҙы, улар ҙа мине өләсәйҙәре кеүек яҡын күрә. Бәләкәстәр, үҫмерҙәр менән уйнайым, йырлайым, кәйефтәре булмайыраҡ торғанда арҡаларынан һөйөп, дәртләндереп ебәрәм – йылы һүҙгә, яҡшы мөнәсәбәткә һәр тере йән мохтаж. Себерҙән әхирәтем Мәфрүзә Сафиуллина ялға ҡайтҡайны, уны ярҙамға саҡырҙым. Тәмле-тәмле аштар бешереп, йәшелсә-емештән өҙмәй, балаларға ярарға тырышабыҙ – ошонда ял иткән мәлдәрен һағынып иҫләрлек булһын.
    – Балаларҙың йәйге ялын шәхси контроль аҫтына алған Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов лагерға килеп ҡайтҡандың икенсе көнөнә үк беҙгә ашхана төҙөп бирҙеләр, – тип һөйөндө вожатый-тренерҙар Руслан Илһамов, Илмир Бүләкбаев, Николай Кривель. – Хәҙер ашнаҡсыларҙың аштары икеләтә тәмлерәк тойола башланы.
    – Былтыр беҙ ике заезда булғайныҡ, быйыл да килдек, – тип һүҙгә ҡушылды беренсе отряд командиры Роберт Мөхәмәтйәров. – Лагерь бушлай бит – өйҙән кейем, мендәр-юрған ғына алабыҙ ҙа «Батыр» комплексының «Газель» машинаһында елдереп килеп тә етәбеҙ.
    Нәрисә Боҫҡонова, Нәзилә Сөләймәнова, Альбина Шөғөрова ла был лагерҙа беренсегә түгел: «Йәйге каникулға сығыр-сыҡмаҫтан, тренерҙарҙы, ҡасан лагерь була, тип йонсотоп бөтәбеҙ, көтөп ала алмайбыҙ», – тиҙәр. Ә Диана һәм Алина Ғариповалар, Айтуған Баймөхәмәтов, Салауат Зәйнуллин, Игорь Тимофеев, Йәмил Сафиуллиндарҙың ошоғаса ҡырҙа ял иткәндәре булмаған, ләкин бынан ары лагерға йыл да эләгергә самалайҙар – йылға буйындағы тормош шул ҡәҙәре ныҡ оҡшаған уларға.
    – Дежур отрядтың малайҙары ашнаҡсыларға утын йыйып, ярып бирә, ә ҡыҙҙар ашап алғандан һуң һауыт-һабаны йыуа, – тине береһе, лагерҙың ыңғай яҡтарын һанап. – Тәртипкә, эш рәтенә өйрәнеп ҡайтаһың.
    – Иртән зарядка эшләп, йүгергәндә лә һәр кем үҙе менән ҡоро-һары тотоп килтерә – кисен усаҡ яҡтыһындағы түңәрәктә иңде-иңгә терәп әңгәмәләшеү, гитараға ҡушылып йырлау зерә рәхәт, – тип өҫтәне икенсеһе.
    – Себен-серәкәй ҡаңғыртмай, өр-яңы палаткаларҙа йәшәйбеҙ, экскурсияға йыш йөрөйбөҙ, – ҡырҙағы лагерҙың ыңғай яҡтарын иҫәпләп-һанап, балалар дөйөм һығымтаға килде, – бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең был лагерь – супер!
    Киләһе йыл да тап ошонда ошо уҡ состав менән осрашырға теләйбеҙ, тип ниәтләгән малай-ҡыҙҙарға лагерҙың бер генә яғы оҡшамай – заездарҙың ни бары бишәр көнлөк кенә булыуы. Әммә, тәмле нәмә күп булмай, тиҙәр бит. Шундай үҙенсәлекле лагерҙың, әүҙем, инициативалы етәксенең, тырыш вожатый-тренерҙарҙың булғанына шөкөр.

    Икенде ашы урланған!
    йәки «Аҡсарлаҡ»та бер көн

    ...Балалар төшкө йоҡонан уянып, ашханаға төшкәс, ҡурҡып аптырашта ҡала – ашнаҡсы менән уның ярҙамсылары ултырғысҡа ҡуша бәйләнгән! Аяҡтары тышалған, ҡулдары артҡа шаҡарылған ҡыҙҙар, ауыҙҙарын келәптән ысҡындырғас та, балаларға икенде ашының урланыуы хаҡында хәбәр итә. Китә шау-шыу...
    Был тағы ла ниндәй ғәләмәт, тип аптырамағыҙ: Әбйәлил районының «Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу үҙәгендәге ғәҙәти бер көн ине. Айырата әйкәндә, «Икенде ашы урланған көн». Ул-ҡыҙҙарыбыҙ ас ҡалған, туҡланыу режимын боҙған, тип тулҡынланмаһын ата-әсәләр, барыһы ла имен бөттө. Тел йоторлоҡ аштары менән һөйөндөргән Гүзәл Әҡсәнова, Лилиә Баракова, Диана Харрасованы ҡотҡарғас, балалар юл күрһәткес буйынса ҡатмарлы маршруттың осона сығып, «мәкерле» бурҙарҙың (вожатыйҙарҙың) заданиеларын үтәп, ниһайәт, икенде ашын кире ҡайтарыуға иреште. Йүгереүҙән янып-бешеп, хәлдән тайып тау үренә менеп еткәс, күмәкләп тамаҡ ялғау үҙе тотош бер мажараға әйләнде. «Аҡсарлаҡ»тағы һәр көн бына ошондай ҡыҙыҡлы, мәрәкәле, мауыҡтырғыс хәл-ваҡиғаларға бай булды: йә «Башҡортостан көнө»ндә балалар һабантуйҙа көс-таһыллыҡта, һәләт-маһирлыҡта ярышты, йә «Үҙаллылыҡ көнө»ндә вожатыйҙарҙы теҙеп, бер таҡтаға баҫтырҙылар, йә «Бизнес көнө»ндә ихласлап байлыҡ туплауға сумдылар.
    – Был көндө һәр кем үҙенең һәләтен күрһәтте, – өлкән тәрбиәсе Алина Нафиҡова уйындың һөҙөмтәһе менән таныштырҙы. – Берәүҙәр концертта ҡатнашып, аҡса эшләне, икенселәр ашнаҡсыларға ярҙамлашты, өсөнсөләр техник хеҙмәткәрҙәр Әлфиә Фәхретдинова менән Әлфиә Бикйәноваға ярҙам ҡулын һуҙҙы, ихата һепереп, һауыт-һаба йыуып та капитал йыйыусылар табылды. Шулай итеп һәр кемдең кеҫәһенә яҡынса йөҙ доллар инеп ятты. Кисен аукцион үткәрҙек. Шунда бер нисә бала берләшеп, йәғни аҡсаларын туплап, татлы приздар һатып алды. Һатыулашырға тиһәң, балаларҙы ҡуш. Мәҫәлән, бер торттың хаҡы ҡырҡ һумдан башланып, дүрт йөҙгә тиклем етте. Аукциондағы хис-тойғолар ташҡынын күрһәгеҙ!
    Таланттар фестивале иһә һәр ял итеүсенең генә түгел, ә Ташбулат ауылы халҡының да күңеленә хуш килгән. Һәр отрядтан һайлап алынған иң яҡшы концерт номерҙары менән сығыш яһаған балалар өлкәндәрҙең фатихаһын алған, алҡыштарға күмелгән. Әйткәндәй, «Олимпиада», «Һаулыҡ һәм спорт көнө», «Нептун көнө» һәм башҡа бик күп төрлө уйын-конкурсты студенттар әҙерләп үткәргән.
    – Беҙҙең үҙәк өсөнсө йыл эшләй, балалар бөтә райондан йыйыла, – тине һауыҡтырыу үҙәгенең алмаштырғыһыҙ директоры Таһир Нафиҡов. – Вожатый һәм тәрбиәселәрҙе конкурс нигеҙендә ҡабул итәбеҙ, барыһына ла үҙен күрһәтергә мөмкинлек булһын тип, һәр заезд һайын уларҙы алмаштырабыҙ. Ә өлкән тәрбиәсе менән вожатыйҙарҙы тәжрибә туплар, традицияларҙы дауам итер өсөн инде ике-өс йылға ҡалдырабыҙ.
    Ауылда, интернат бинаһында урынлашҡан үҙәк-лагерҙа һис тә күңелһеҙ түгел: төшкә ҡәҙәр балалар сәйәхәт итә, төштән һуң күңелле уйындар башлана. Мәҫәлән, «Юбилейный» ял йортона аттракциондарға ла барғандар, Абҙаҡтағы зоопаркты, аквапаркты, тау саңғыһы базаһын да ҡалдырмағандар, Белореттың тарихи-крайҙы өйрәнеү, милиция музейҙарына ла барып еткәндәр, ә инде Күсем ауылындағы Таһир Күсимовтың йорт-музейына барырға Хоҙай үҙе ҡушҡан – шундай легендар батыр яҡташ һәр кемгә лә эләкмәгән!
    – Беҙҙең өсөн ошондай күңелле, файҙалы ялды ойошторған һәр кемгә рәхмәт, – тип икенсе отрядтан Лиана Ильясова, Розалия Мәғәфүрова, Азалия Хәйруллина, Лилиә Шәғәлина, Вадим Ғиззәтов тәрбиәсе-вожатыйҙарға рәхмәтен белдерҙе. – Ял да итәбеҙ, дуҫлашабыҙ ҙа, күп нәмәне белеп ҡалабыҙ. Әйтәйек, Ҡарабалыҡлыға, Сабаҡлыға, Яҡтыкүлгә, Тоҙлогүлгә барып һыу индек, музейҙарҙа үҙебеҙ өсөн кәрәкле әллә күпме мәғлүмәт алдыҡ, Салауат ауылы янындағы һирәк осрай торған ҡарағастарҙы ла күрҙек. Тамьян ырыуының тарихын өйрәнә башланыҡ. Өс таш яланында (Бикҡол ауылы янында) XVI – XVII быуаттарҙа Тамьян ырыуының йыйыны булған. Шунда былтыр мәктәптекеләр ниндәйҙер ҡәберлеккә юлыҡҡан. Тамьян батырҙың ҡәберлеге, тиҙәр, ысын булһа әгәр. Был бик ҡыҙыҡлы. Һәм... бында көн дә дискотека!
    – Ә миңә иң ныҡ оҡшағаны аквапарк булды, – тип Салауат Ғиззәтов та тәьҫораттары менән бүлешергә ашыҡты. – Өлкәндәр һәйбәт бында, ирешеп, тауыш күтәргән кеше юҡ. Яңы дуҫтар таптым, рәхәтләнеп күңел астым. Киләһе йыл мотлаҡ тағы ла килер инем.
    – Көндәрҙең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала, – Азамат Рәхмәтуллин былтыр ҙа булған «Аҡсарлаҡ»та. – Ҡайтыр көн етһә, ысынлап та, шунса көн үтеп тә киттеме ни, тип, аптырайһың хатта.
    ...Бер нисә йыл элек Ташбулат мәктәбен тамамлап, әлеге ваҡытта юғары уҡыу йортонда белем алыуҙарын дауам иткән Миләүшә Вәлиева, Нил Ғәлиуллин, Әминә Әминева, Наил Мөхәммәтов, Алина Нафиҡова, Юлиә Ғайсина, Фәнзил Атауллин, Зилә Ғарипова үҙәктә эшләү осоронда балаларҙың иң яҡын кешеһенә әйләнгәйне. Ана бит, заезд бөтөр алдынан белдереү таҡтаһы: «Беҙ һеҙҙе яратабыҙ!», «Һеҙ – иң яҡшы вожатый-тәрбиәселәр!», «Тағы ла осрашҡанға тиклем, һау булығыҙ, ҡәҙерлеләребеҙ!» тигән яҙыуҙар менән туп-тулы ине.

    «Артылыш»тың яңы үрҙәре

    Ярлыҡап ауылы янында районда тәүге тапҡыр волонтерҙар лагеры асылды. Уның эше «Минең сәләмәтлегем», «Минең дуҫтарым», «Минең илем», «Минең эштәрем», «Минең еңеүҙәрем» тигән биш йүнәлешкә нигеҙләнеп ҡоролғайны.
    Палаткалы лагерҙа 1-се Асҡар урта мәктәбенең шаяндар һәм отҡорҙар клубының «Позитив» командаһы, «Һайлау» волонтерҙар хәрәкәте ағзалары, «Һаулыҡ көндәлеге» район конкурсында еңеү яулаған Рәхмәт мәктәбе уҡыусылары, Т. Күсимов исемендәге гимназияның «Юл дозоры» шаяндары һәм отҡорҙары ихлас ял итте. Уҡыусылар «Күктәр», «Яҡшылар», «Яратҡандар» тип исемләнгән өс командаға бүленеп, үҙҙәренең һәләттәре менән лагерь тормошон гөрләтте. Сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы булған ошо балалар командала эшләү серҙәрен нығытып, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе, шәхси сифат-ҡылыҡтарҙы баһаларға, килеп тыуған мәсьәләләрҙе сисергә лә өйрәнде – «Лидерҙар мәктәбе»ндә сынығыу үтте.
    Төрлө спорт һәм мәҙәни сараларҙа еңеүселәр, эште оҫта ойоштороусылар, бер һүҙ менән әйткәндә, «иң-иң» әүҙемдәр «алтын», «көмөш», «бронза» миҙалдар менән наградланды. Заезд һуңында, әлбиттә, дөйөм йомғаҡ яһалып, «иң-иң»дәрҙең араһынан йондоҙҙай балҡығандарын тағы ла бүләкләнеләр – шәптекәйҙәр ҡайҙа ла күҙ өҫтөндәге ҡаш кеүек.
    Йәштәр эштәре буйынса район комитеты рәйесе Радик Рәхмәтуллиндың билдәләп үтеүенсә, лагерҙы ойоштороуҙа БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, район хакимиәтенең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ: «Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Күмәк көстөң тырышлығы менән «Артылыш» яңы үрҙәрҙе яуланы тиһәк тә була».

    Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
    авторы: Альбина | 25 августа 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Боролош» яҙмыштарын ыңғайға борһон
  • «Сая бөркөттәр» күкте иңләй
  • Балаларҙы күңелле ял көтә
  • «Зарница» –тормош мәктәбе
  • Һәр көнө – иҫтә ҡалырлыҡ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru