Дәртһеҙгә дауа юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • «Ул һаман да янымда кеүек»
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бурысыбыҙҙы яуаплы башҡарырға тырышабыҙ Яңылыҡтар
    Бурысыбыҙҙы яуаплы башҡарырға тырышабыҙ
    – Илдар Рәхимйәнович, ҡалалағы иң яуаплы идаралыҡҡа етәкселек иткән кешенең эске эштәр органдарына юл башы ҡайҙан башланды икән?
    – Мин ябай шахтер ғаиләһендә тыуып үҫтем. Бәләкәй саҡта әсәйемдең бер туған ағаһы Мостафа Сафа улы Өмөтбаев беҙгә килеп йөрөй торғайны. Уның килеүе беҙгә, ғаиләләге өс малайға, бер байрамға әүерелә. Беребеҙ фуражкаһын кейеп йөрөй, икенсебеҙ значоктарын тағып ала. Ҡасан мин дә уның кеүек йондоҙҙары ялтырап торған погондар тағып, ҡупшы ғына подполковник формаһы кейеп йөрөйөм инде, тип ҡыҙыға торғайным. Оло ғорурлыҡ уятҡан хәрби ағайымдың булыуы ла күңелгә ойотҡо һалғандыр. Армияла бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң, Рязань ҡалаһындағы юғары хәрби училищеға инергә теләк көслө ине, әммә уның курсанты булырға насип итмәне. Хәрби бурысымды үтәп ҡайтҡас, Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында механик булып эшләп йөрөнөм. Һуңынан мине райондың комсомол комитетына секретарь итеп һайлап ҡуйҙылар. Ойоштороу һәләтемде күрепме, 1987 йылда комсомолдың ҡала комитетына беренсе секретарь итеп тәҡдим иттеләр. Етәксе органдарҙа эшләп, үҙеңде һынап ҡарарға юл асыҡ, тулы мөмкинлектәр бар ине. Ә мин, яңы вазифанан баш тартып, күңел тартҡан эшкә – ябай милиционер булып Белорет-15 (хәҙер Межгорье) ҡалаһына киттем дә барҙым. Участка милиционеры булып Европалағы иң ҙур ҡурсаулыҡтарҙан һаналған Көньяҡ Урал ҡурсаулығында браконьерҙарға ҡаршы күп көрәшергә тура килде. 14 ауылды хеҙмәтләндерә инем. Ауылдар бер-береһенән шул тиклем алыҫ урынлашҡан. Енәйәт ҡылған урынға барырға, граждандарҙың мөрәжәғәте буйынса йөрөргә кәрәк. Дүрт йыл шулай Белорет яҡтарында участка милиционеры булып эшләнем. Әле лә унда мине хәтерләйҙәр, онотмайҙар, ярҙам һорап килгәндәренә ярҙам да итеп ебәрәм. 1993 йылда үҙемдең тыуған ҡалам Сибайға дознаватель булып ҡайттым. Бер йылдан – тәфтишсе, һуңынан Сибай ҡалаһы эске эштәр бүлеге начальнигының кадрҙар буйынса урынбаҫары, криминаль милиция начальнигы булып эшләнем. 2000 йылда баш ҡалаға эшкә саҡырҙылар. 2001 йылдан алып Киров районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигымын. Эске эштәр органдарының төрлө йүнәлешендә эшләп, шулай сынығыу үттем.
    – Һеҙҙең етәксе булып үҫеүегеҙҙә, моғайын, республикаға билдәле уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе, алдынғы ҡарашлы ханым Сәлимә Сафа ҡыҙы Өмөтбаеваның да йоғонтоһо көслө булғандыр...
    – Ата-әсәйем үтә лә тыйнаҡ кешеләр ине. Атай ғүмер буйы Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында ябай экскаваторсы булып эшләне. Уның бер ҡасан да эшһеҙ торғанын хәтерләмәйем. Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләүен дауам итте әле. Әсәйем Сәлимә Сафа ҡыҙы РФ-ның мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Сибайҙағы абруйлы, хөрмәтле кешеләрҙең береһе ине. Ниндәйҙер мәсьәләне хәл итергә тотонһа, шуны аҙағына еткермәйенсә туҡтамай. Ул беҙҙең өсөн идеал булды. Һәр саҡ кешенең фекеренә ҡолаҡ һала белегеҙ, тип, беҙҙе намыҫлы йәшәргә өйрәтте. Һәр әйткән һүҙендә, кәңәшендә төплө мәғәнә ята ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел әсәйебеҙ мәрхүмә булып ҡалды. Уны ерләшергә бөтөн ҡала халҡы килде. «Беҙҙең ағинәй» тип хөрмәтләүҙәре үҙе күпте һөйләй.
    – Баш ҡалалағы иң ҙур эске эштәр бүлеген етәкләйһегеҙ. Был йөктө тартыу ауыр түгелме?
    – Беҙҙең эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәренең һаны буйынса иң бәләкәй бүлектәрҙең береһе булып һаналһа ла, иң һөҙөмтәле эшләгән подразделениеларҙың береһе. Асылған енәйәттәрҙең бер милиционерға тура килгән һаны беҙҙә юғары. Быға кадрҙар сәйәсәте лә сәбәпселер. Сөнки беҙҙә тәжрибәле тәфтишселәр, участка уполномоченныйҙары эшләй. Профессиональ әҙерлек мәсьәләһе лә яҡшы ҡуйылған. Күп дәүләт учреждениеһы урынлашҡан, ҡаланың үҙәк районы булғас, милицияға эшкә килгән һәр бер хеҙмәткәргә эш үҙенсәлектәрен, баш ҡаланың үҙәгендә эшләүҙең ниндәй оло яуаплылыҡ икәнен аңлатабыҙ. Үҙҙәре лә, эшләй башлағас, быны аңлай. Һуңғы йылдарҙа матди базабыҙҙы нығыттыҡ. Личный состав өсөн ашхана, спорт залы төҙөлдө, хеҙмәткәрҙәргә уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн бүлмәләргә ремонт үткәрелде. Үҙебеҙҙең район хакимиәте лә ярҙам күрһәтә.
    Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыллығына арналған рәсми сараларҙың 90 проценты беҙҙә үтте. Был да беҙҙең идаралыҡҡа бер һынау булып торҙо. Оҙаҡ, ентекле әҙерләндек. Килгән ҡунаҡтарҙың, халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә беҙҙең дә бәләкәй генә өлөшөбөҙ барҙыр, тип уйлайбыҙ.
    – Енәйәттәрҙең үҫеш тенденцияһына күҙ һалһаң, ниндәй енәйәттәр айырыуса өҫтөнлөк итә?
    – Кеҫә телефондары киң ҡулланылышҡа ингәс, хәҙер уларҙы урлау осраҡтары йыш теркәлә.
    Кеше милкенә ҡул һуҙыуҙар йышайҙы. Һуңғы йылдар менән сағыштырғанда, үтә лә ауыр енәйәттәр, кеше үлтереү осраҡтары аҙая. Ундай енәйәт ҡылыусыларҙың эҙенә тиҙ төшәбеҙ.
    – Халыҡтың милицияға ышаныс белдереүен нисек баһалайһығыҙ?
    – Граждандар эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең эшенә тәнҡит күҙлегенән ҡараһа ла, барыбер ҙә һуңғы сиктә беҙгә ярҙам һорап килә. Халыҡ тәртип һәм именлек һаҡсыларына ышана. Идаралыҡҡа рәхмәт хаттарының күп килеүе лә был хаҡта һөйләй.
    – Һеҙҙе бөгөн нимәләр көйөндөрә һәм һөйөндөрә?
    – Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең социаль яҡтан тейешенсә яҡланмауы борсой. Милицияға эшкә йәштәр килә. Күптәре ғаиләле, йәшәргә «ҡыйыҡ» кәрәк. Ҡала ерендә айырыуса үҙәккә үткән мәсьәлә был.
    Нимәләр һөйөндөрәме? Беҙҙең өлкәлә эшебеҙгә ярҙамға килеүсе техник сараларҙың камиллашыуы ҡыуандыра. Әле бына беҙ Берҙәм телекоммуникацион система (ЕТКС) алып ҡуйҙыҡ. Хәҙер үҙебеҙгә кәрәкле кеше тураһында теләһә ниндәй мәғлүмәтте һанаулы ғына минут эсендә алыу мөмкинлеге бар. Элек почта аша үтенес ебәреп, бер ни тиклем ваҡыт көтә торғайныҡ. Бармаҡ эҙҙәрен алып сағыштырыу буйынса «Папиллома» аппараты менән уңышлы эшләйбеҙ. Ошоға бәйле бер миҫал да килтереп киткем килә. 2004 йылда Иҫке Өфө биҫтәһендә берәүҙе үлтереп киткәйнеләр. Мәрхүмдең паспортында енәйәтсенең ярты бармаҡ эҙе ҡалған. Мәғлүмәт базаһы аша ошо эҙҙең Салауат холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырыусы үтә лә ҡурҡыныс енәйәтсенеке булыуын асыҡланыҡ. Хәҙер ДНК-ны асыҡлау буйынса яңы технологиялар индерелә. Ҡан тамсыһы, шайыҡ, сәс һ.б. буйынса енәйәт ҡылыусыларҙы асыҡларға була.
    – Һеҙ талапсан етәксеме?
    – Уҫаллыҡ менән алдырырға яратмайым. Үҙемдең ҡул аҫтында эшләүселәрҙең хәленә инергә тырышам. Иң мөһиме, етәксенең ҡушҡандарын теләк менән башҡарғандарын яратам.

    Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әңгәмәләште.
    авторы: admin | 10 ноября 2007 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Асарбаҡтарға социаль ярҙам күрһәтел ...
  • Беҙҙең милиция байрам итә
  • Фатирыңдың биге ныҡмы?
  • Ышанысты аҡларға кәрәк!
  • Генерал-лейтенант Кикоть – Өфөлә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru