Арыҫлан ҡойроғон тоттормаҫ, уңған ирҙәр һис кемдән оттормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • Суғамаҡ башында
  • Рәсәй көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Тауҙар оҫтаһы» иленә рәхим итегеҙ! Яңылыҡтар
    Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 20 сентябргә тиклем Николай Рерихтың рәсемдәренең күсмә күргәҙмәһе эшләй. «Рәсәйҙән Гималайға тиклем» тип аталған уникаль күргәҙмә Николай Рерих исемендәге Халыҡ-ара үҙәк музейҙан килтерелгән.
    Бөйөк рәссам Николай Рерих үҙенең ғүмерендә 7000-дән ашыу картина ижад иткән. Ул сәнғәт әҫәрҙәрен «илселәр» тип атаған һәм ХIХ быуатта уҡ күсмә күргәҙмәләр ойошторған, халыҡтар араһында мәҙәни өлкәлә аралашыуға нигеҙ һалған.
    Тәнҡитселәр, Рерихтың ижадындағы яңы йүнәлеште билдәләп, уны «тауҙар оҫтаһы» тип атаған. БР Милли музейының экспозицияларын «Гималай» һүрәттәр серияһы, «Күҙәтеү», «Гималай хәбәрсеһе», «Алып барыусы» картиналары тултырған. Рәссам өсөн тауҙар донъяһы илһам сығанағы булып тора. Бөйөк ижадсы Үҙәк Азия экспедицияһынан 500-ҙән ашыу һүрәт алып ҡайтҡан. Һиндостанда рәссам «Гималай» картиналар серияһы өҫтөндә эшләүен дауам итә. Тап унда «Сыңғыҙхан», «Шамбала», «Кулу», «Изге тауҙар», «Тибет», «Ашрамдар» серияларын ижад итә.
    Өфөләге музейҙа күрһәтелгән экспозиция-ларға тәүге тапҡыр сюжет картиналары ла ингән : Художество академияһында уҡыған ваҡытта тәүге портрет эштәре – «Схимник», архитектура этюдтары серияһынан – «Түбәнге Новгород. Кремль башняһы», шулай уҡ Карелия һәм Финляндияла ижад ителгән эштәр, атап әйткәндә, «Диңгеҙ аръяғындағы бөйөк ерҙәр», «Көҙ. Выборг» һүрәттәре ҡуйылған.
    Быларҙан тыш, Рерих рәссам ғына түгел, бөйөк аҡыл эйәһе лә булған, уның менән дәүләт башлыҡтары кәңәшләшкән.
    Башҡортостан Республикаһының Милли музейындағы күргәҙмәне Николай Рерихтың портреты аса, уны рәссамдың төпсөк улы Святослав Рерих ижад иткән. Был картина ғүмере кешелеккә хеҙмәт итеүҙә үткән шәхесте һүрәтләй. Ә бит Рерихтың исеме үткән быуаттың 90-сы йылдарында ғына тулыһынса билдәлелек яуланы. Әле уның ижадын сағыл-дырған 30 том китап сығарылған.

    Мәжүҙә ШӘМСЕТДИНОВА.
    авторы: Альбина | 8 сентября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Гималай тауҙары – «донъя ҡыйығы»
  • Болгариянан – һөйөү менән
  • Ижадында – уның булмышы
  • «Кантон начальнигы»ның сере
  • Рәссам ҡулы ҡағылғанда…
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru