Ишектән кереп, төнлөктән сыҡма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәсәйҙә асылған һәр бишенсе мәктәп – Башҡортостанда Яңылыҡтар
    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Благовар, Бүздәк, Саҡмағош райондарында эш сәфәрендә булды.
    Ул Саҡмағош районында «Базы» ауыл хужалығы производство кооперативына ингән Иҫке Боҫҡаҡ һөтсөлөк фермаһында төҙөлөп бөткән быҙау аҙбарын ҡараны, малсылыҡ комплексын үҫтереү перспективалары менән танышты.
    Ферма 400 баш һыйыр малына иҫәпләнгән. Былтыр бик юғары һауым алыуға өлгәшелгән – йылына һәр һыйырҙан уртаса 6400 литр һөт һауып алынған. Тиҙҙән малдар әҙер ҡураларға ҡайтарыласаҡ. Малсылыҡ фермаһында хәҙер ике һыйыр аҙбары, быҙау аҙбары, башмаҡтар өсөн ике бина һәм һауыу залы бар. Мал аҙыҡ менән тулы күләмдә тәьмин ителәсәк. Был маҡсатта районда мал аҙығы яңы технология буйынса үҫтерелә.
    Мортаза Рәхимовҡа көнбағыш менән кукуруз бергә үҫкән баҫыуҙарҙы күрһәттеләр. Бындай технология мал аҙығының сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Ҡатнаш ба-ҫыуҙар 60 гектар самаһы майҙанды биләй. Белгестәр әйтеүенсә, һәр гектарҙан 500 центнер самаһы йәшел масса йыйып алыу көтөлә.
    Ә Йомаш ауылында коттедж ҡасабаһын төҙөү тамамлана. Бында йорттар «Арзан торлаҡ» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Әле 11 коттедж төҙөлгән дә инде. Бер йорттоң дөйөм майҙаны 100 квадрат метр тәшкил итә, һәр береһенең 30 сутый ер участкаһы бар. Бында «Базы» ауыл хужалығы кооперативының йәш белгестәре генә түгел, ә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тороусылар ҙа торлаҡ ала. Киләсәктә коттедж ҡасабаһы киңәйтеләсәк.
    Бынан тыш, ауыл хужалығы предприя-тиеһында тыуымды дәртләндереүгә йүнәлтелгән үҙ программаһы эшләй. Ғаиләлә беренсе бала тыуғанда 25 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә, ә икенсе һәм унан куберәк бала тыуғанда был сумма 10-ар мең һумға арта бара: икенсе бала тыуғанда ата-әсә – 35 мең, өсөнсөһө тыуғанда – 45 мең, ә дүртенсеһе тыуғанда 55 мең һум аҡса ала.

    ***
    Бүздәк районының Туғай ауылында республика башлығы капиталь ремонттан һуң асылған мәктәптә булды.
    Ул, быйыл республикала яҡынса 40 мәғариф объекты сафҡа индереләсәк, ә Рәсәй буйынса был күрһәткес – 190, тимәк, һәр бишенсе яңы мәктәп Башҡортостанда асыла, тип билдәләне.
    Ауыл халҡы менән осрашыуҙа Президент, ауылда тыуым артһа, был мәктәпкә мотлаҡ төкәтмә төҙөләсәк, тип вәғәҙә итте.
    авторы: Альбина | 19 сентября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Икмәк буласаҡ!
  • Иғтибар үҙәгендә – райондарҙың со ...
  • ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ
  • АУЫРҒАЗЫЛАРҘАН ӨЛГӨ АЛЫРЛЫҠ
  • Кәңәшмәгә – яңы объекттар, яҡты й ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru