Кешенең эше ғүмергә бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Дайджест
  • Рәсәй көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һөйөү ни генә эшләтмәй! Яңылыҡтар
    Күмертау ҡалаһында мөхәббәткә бәйле мажаралы хәл була

    Ғашиҡ ир, һөйгәненә бысаҡ менән янап, уны үҙ ауылына алып китергә теләй. Тик милиция ярҙамында ғына, унда ла бик күп көс түгеп, был иҫәүәнде аҡылға ултырталар.
    Күмертау ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур часына 52 йәшлек ҡатынға берәүҙең бысаҡ менән янауы тураһында шылтыраталар. Ваҡиға урынына оператив төркөм менән ҡала милицияһы етәкселеге лә килә. Подъезда уларҙы ҡатындың ҡыҙы менән кейәүе көтә. Баҡһаң, әсәләренә күптән ғашиҡ булып йөрөгән Илнур, уны ҡурҡытып, көслөк менән үҙ ауылына алып ҡайтмаҡсы икән. Ярай әле ҡатын бәләгә тарыуы хаҡында ҡыҙына шылтыратып өлгөрә.
    – Енәйәтсе менән бер нисек тә килешеп булмай ине, ул ҡорбанының муйынына бысаҡ терәп, машинаға табан өҫтөрәне, – ти енәйәт эҙләү бүлеге начальнигы Баҡытжан Сыздыҡов, – беҙ уның һәр аҙымын күҙәтергә тырыштыҡ, бик һаҡ булырға тура килде, ул теләһә ҡайһы ваҡытта янауын тормошҡа ашыра ала ине.
    Ҡәйнәһенең ғүмере өсөн ҡурҡҡан кейәү кеше руль артына ултырырға мәжбүр була. Алйыған ғашиҡ ир ауылына табан йүнәлергә ҡуша. Милиция хеҙмәткәрҙәре, ЮХХДИ инспекторҙарына хәбәр итеп, «Перехват» операцияһын башлай. Ағиҙел йылғаһы аша үтер алдынан машина туҡтай, сөнки махсус ҡапҡа ябыҡ була. Тәртип һаҡсылары унда ла ир менән һөйләшеп ҡарай, әммә тегеһенең теләге ҡәтғи: ҡатын фәҡәт уның менән генә йәшәргә тейеш!
    Ахырҙа өлкән оперуполномоченный Руслан Аҙнабаев, иҫкәртеп, һауаға ата. Шунда ғына ҡоторған Илнур бер секундҡа албырғап ҡала. Уны ҡоралһыҙландырырға ошо мәл етә лә инде. Ғашиҡ иргә ҡарата хәҙер енәйәт эше асылған. Уны ун йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре мөмкин. Мөхәббәт аҡылдан яҙҙыра, тигәндәре шулдыр, күрәһең...

    Наталья ТРУТНЕВА.
    БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
    авторы: Альбина | 22 сентября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Именлекте һаҡлау – төп бурыс
  • Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы ...
  • Минең милициям мине һаҡлаймы, әллә ришү ...
  • Асарбаҡтарға социаль ярҙам күрһәтел ...
  • Яңылыҡтар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru