Етмеш ергә ҡул һуҙма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ышанысты аҡларға кәрәк! Яңылыҡтар
    Милиция майоры Вәғиз Сәлимгәрәевты Иҫке Янбай, Көндәшле, Яланғас ауыл советтарына ҡараған ауылдарҙа олоһо ла, кесеһе лә таный. Сөнки ул – Балтас районы буйынса эске эштәр бүлегенең өлкән участка уполномоченныйы – ауылдарҙағы халыҡтың именлеген тәьмин итә.
    Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлап, колхозда эшләп йөрөгән еренән эшкә килә Вәғиз милицияға. Әрмелә элиталы ғәскәрҙә – зенит-ракета полкында хеҙмәт итеүе лә йоғонто яһағандыр, бәлки. Бына хәҙер 15 йыл инде ул эске эштәр органдарында эшләй. Ошо осорҙа Удмурт дәүләт университетының юридик факультетында белем алырға ла өлгөрә.
    Участка уполномоченныйының эше еңел түгел: Вәғиз Мәҙхәт улы 14 ауылды хеҙмәтләндерә. Кешеләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләгәс, уның эше һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Тәртипте, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итер өсөн участка милиционеры төп иғтибарын профилактика эштәренә бүлә. Хөкөм ителеп ҡайтҡандарҙы, эскенән айнымаған ғаиләләрҙе, ата-әсәһенең тейешле тәрбиәһе етмәгән балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырҙыңмы – «эш боҙғандарын» көт тә тор. Шуға ла, милицияның башҡа хеҙмәткәрҙәренән айырмалы рәүештә, участка милиционеры үҙенең территорияһында йәшәүселәрҙе һәм участкаһындағы оператив хәлде яҡшы белә. «Халыҡтың нисек тын алғанына тиклем белеп торам инде, – тип шаярта милиция капитаны. – Һуңғы йылдарҙа айырыуса урлашыуҙар күбәйҙе. Бигерәк тә балаларҙың «ҡулы тик тормай». Кеше милкенә ҡул һуҙыуҙың сәбәбен эшһеҙлектән күрәм».
    Хеҙмәте буйынса участка милиционерына ауыр енәйәттәрҙе асырға, ғаиләһендә ғауға ҡуптарыусыларға йыш йөрөргә тура килә. Бындай осраҡта яҡшы юрист ҡына түгел, психолог, педагог булыу ҙа кәрәк. «Халыҡ менән уртаҡ тел табам, уның ышанысына инәм тиһәң, хатта артист булып та китәһең инде», – тип уйынлы-ысынлы шаярта үҙе лә Вәғиз. Нимә генә булмаһын, кешеләр погонлыларға барыбер ышаныс менән ҡарай. Ниндәй генә ғариза менән килмәһендәр, конфликтты тиҙ арала хәл итергә, бар мөрәжәғәттәрҙе ваҡытында тикшереп сығырға тырыша участка милиционеры. Сөнки уның эшендә битарафлыҡ, һаҡһыҙлыҡ булмаҫҡа тейеш. «Формалағы кеше ихтирам да уятырға тейеш. Мин бында оҙаҡ йылдар участка уполномоченныйы булып эшләгәс, халыҡ ышаныс белдерә. Үҙеңдән дә күп нәмә тора, уларға авторитет булырға ла кәрәк», – ти Вәғиз халыҡтың погонлыларға мөнәсәбәте хаҡында.
    Профилактика үткәреү маҡсатында уға күп йөрөргә, көнөнә бер нисә ауылда булырға, әллә нисәмә йортҡа инергә тура килә. Погонлы кешеләрҙең үҙенең йортона килеүен кешеләр бик өнәп еткермәһә лә, халыҡтың көнитмешен, тәртибен белеү, үҙеңә тейешле мәғлүмәтте алыу өсөн һәр кемдең ишеген ҡағырға мәжбүрһең. Иҫерек килеш йәмәғәт урындарында йөрөүселәр, ваҡ хулиганлыҡ ҡылыусылар ауыл ерендә көн дә тиерлек осрай. Ауылда бөтөнөһө лә бер-береһен белеүе милиция хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтһә лә, үҙенең ҡатмарлыҡтары ла бар.
    Ипле һүҙле, итәғәтле милиция лейтенанты Вәғиз Сәлимгәрәев өсөн кәртәләр юҡ. Халыҡ үҙенең участка инспекторына ышана. Тәжрибәле милиционер һәр нәмәне һиҙеп тора. Эше үтә лә тынғыһыҙ, ял көндәрһеҙ булһа ла, зарланмай. Иртәле-кисле туҡтауһыҙ телефон шылтырауына, саҡырыуҙарға хәҙер инде күнегеп тә бөткән. Fаиләһендә лә Вәғиздең үтә лә яуаплы эшен аңлау булмаһа, эске эштәр органдарында эшләй ҙә алмаҫ ине, моғайын. Тормош иптәше Линциә иренең байрамдары, ялдары булмаған хеҙмәтен аңлап тора. Үҙҙәренең татыу ғаиләләрендә бер ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә Сәлимгәрәевтар. «Милицияла эшләү еңел түгел. Үтә лә ҙур сабырлыҡ, ҡорос нервы, тырышлыҡ талап итә ул. Һиңә күҙ төбәп, ярҙам һорап килгәндәр икән, ышанысты аҡларға кәрәк», – ти Вәғиз.
    Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА. Балтас районы. Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
    авторы: админ | 31 января 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • МӨЛӘЙЕМ БУЛЫҒЫҘ
  • Танытма алдыңмы?
  • Компьютер ҙа – шәп ярҙамсы
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Бурысыбыҙҙы яуаплы башҡарырға тырышабыҙ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru