Ашамай тамаҡ туймай, эшләмәй ризыҡ булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАЙРАМ НАМАҘЫ АЛДЫНАН:
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әллә теләй, әллә юҡ Яңылыҡтар
    Рәсәй – бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инмәгән иң мөһим, ҙур илдәрҙең береһе.
    Билдәле булыуынса, ул был ойошмаға инеү өсөн 16 йыл буйына даими тырышты. 2004 йылда Рәсәй Европа Союзы менән сауҙа итеү тураһында килешеү ҙә төҙөгәйне. Алдан күҙаллауҙар буйынса, был килешеү глобаль ойошмаға инеүгә нигеҙ булырға тейеш ине.
    Әммә хәҙер Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы етәкселеге: «Рәсәйҙең беҙгә ҡушылырға ниәте юҡ», – тип хафалана башлаған. Илебеҙ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин былтыр Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия сауҙа ойошмаһына тик бергәләп һәм таможня союзы ғына булараҡ инәсәк, тип хәбәр итте. Ойошманың Генераль директоры Паскаль Лами әйтеүенсә, Путиндың был теләге ойошманың уставына бөтөнләй тап килмәй, өҫтәмә документтар ҡабул итеүҙе талап итә.
    Тап ошо хәл, Мәскәү Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инергә теләмәй, теләһә ниндәй сәбәптәр табып, эште һуҙа килә, тип уйларға нигеҙ бирә. Шулай ҙа Рәсәй яғы глобаль ойошмаға инмәүе хаҡында ҡәтғи белдереү яһамаған әле. Күрәһең, финанс көрсөгө заманында Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү әллә ни отошло түгелдер.

    Ябай халыҡ үлтерелгән
    Гвинеяла, хәрби башлыҡтың – капитан Муссу Дадис Камараның вазифаһынан бушатылыуын талап итеп, меңәрләгән кеше демонстрацияға сыҡҡан.
    Халыҡты таратырға тырышыусы Гвинея хунтаһы күп уйлап тормаған – хәрби көс ҡулланған. Ҡоралланмаған халыҡҡа ҡаршы сыҡҡан хәрбиҙәр кәмендә 157 кешене үлтергән, меңдән ашыу кеше яраланған. Һалдаттар кешеләргә һайлап та тормай атҡан, ҡасырға маташҡандарҙы тотоп, штыктар менән сәнскеләгән. Күпме кешенең үлтерелеүе аныҡ ҡына билдәле лә түгел.
    Етмәһә, Камара кешеләрҙең үлеме өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға йыйынмай ҙа. Хәрбиҙәрҙе етәкләүсе был әҙәм президентлыҡҡа кандидат та булырға ниәтләнә. Тап ошо факт илдәге халыҡты сығырынан сығарған да инде. Гвинеяла президент һайлауҙарын киләһе йылдың ғинуарында үткәреү планлаштырыла.
    Ябай халыҡтың сәбәпһеҙгә үлтерелеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатырға йыйыналар. Бик күп ил вәкилдәре Гвинея етәкселеген ғәйепләп сығыш яһай. Франция Гвинея хунтаһы менән хеҙмәттәшлек итеүен бөтөнләй туҡтатҡан.

    Мәңгелек Алиевтар
    Әзербайжандың Конституцияһы буйынса, илдә бер үк кеше ике мөҙҙәттән дә ашыу президент вазифаһын биләй алмай.
    Илдең әлеге Президенты Илһам Алиев былтыр икенсе тапҡыр ил башлығы итеп һайланды. Быға тиклем Әзербайжанды уның атаһы етәкләй ине.
    Яңыраҡ Әзербайжанда Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса референдум үтте. Һайлаусыларҙың 90 проценттан ашыуы тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙе индереү өсөн тауыш биргән. Тимәк, хәҙер президент итеп бер үк кешене ике тапҡырҙан артығыраҡ та һайлап була.
    Дөйөм алғанда, референдумдан һуң Конституцияға кәмендә 41 үҙгәреш индереләсәк, уларҙың бөтәһе лә тиерлек илдең башлығына ҡағыла. Мәҫәлән, Президентты теләгән бер ваҡытта фотоға төшөрөргә, һөйләгән һүҙҙәрен яҙҙыртырға ярамаясаҡ.
    Оппозиция вәкилдәре бындай үҙгәрештәрҙе тыныс ҡына ҡабул итергә йыйынмай. Улар ил менән бер үк династия вәкилдәре идара итеүе менән риза түгел. Төп Законға үҙгәрештәрҙе Илһам Алиев етәкләгән партияның тәҡдим итеүе лә билдәле.

    Бахилалар бушлай тейешле
    Кемерово халҡы, дауахана һәм поликлиникаларға барғанда бахилалар һатып алыуға ҡаршылыҡ белдереп, прокуратураға мөрәжәғәт иткән.
    Һөҙөмтәлә, ҡаланың хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре медицина хеҙмәте күрһәтеү урындарын тикшергән һәм бахилаларҙың ысынлап та бушҡа бирелмәүен асыҡлаған.
    Закон буйынса, Рәсәйҙә медицина ярҙамы бушлай күрһәтелә, ә бахилаларҙы һатыу законды боҙоуға килтерә. Шуға ла хәҙер Кемерово ҡалаһындағы бөтә дауаханаларҙа ла был полиэтилен тапочкалар бушлай таратыла. Прокуратура медицина учреждениеларын ныҡлы тикшереп тора. Тик шуныһы: тотош Рәсәйҙә бахилалар бушлай таратылһын өсөн нимә эшләргә кәрәк икән һуң?

    Л. СИРАЕВА әҙерләне.
    авторы: admin | 31 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Табипты һайлау мөмкинлеге буласаҡ
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Донъя яңылыҡтары
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru