Дәртһеҙгә дан юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Йондоҙнамә
  • ЛУНТИК, КЕШЕ-ҮРМӘКСЕ, ТОМ ҺӘМ ДЖЕРРИ ХАҠЫНДА
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Дауалар бар икән, дауалар тылсымлы Ғафури ерендә» Яңылыҡтар
    Ысындан да, һүҙле, йырлы, моңло инде ул был яҡтар!.. Теге донъяның һис кем күрмәгән ожмахы менән һаташып йәшәмәгеҙ – ул ошонда, иркен яландар, сауҡалыҡтар, йүкәлектәр, тонйораған күлдәр, шәмдәй шыршылар араһында. Ошонда тыуған бер лаҡап хәтергә килә. Имештер, Хоҙай кешеләргә ер-һыу өләшә башлағас, башҡорт, әллә баҙнатһыҙланып, әллә оялсанлығынан, бәлки, бүтән сәбәптәндер, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына һуңлаған. Тартыныуын еңеп, Мәүләгә өндәшһә, бар ер-һыу таратылып та бөткән икән. Ни хәл ҡылып ҡарарға? Ҡәүем хәтлем ҡәүемде бер ниһеҙ ҡалдырып булмай ҙа инде. Һәм Хоҙай башҡорттарға үҙенә тип ҡалдырылған ер-һыуҙы бирергә ҡарар иткән.
    Ысынлап ышаныуҙарынса, баш­ҡорт ерҙәре шуға күрә лә тауҙарға һәм урмандарға, йылға-күлдәргә бай. Ер аҫты хазиналары тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Усолка (уны урындағы башҡорттар борон-борондан Күгеш, йәғни Күк һыу тип йөрөткән) йылғаһы тирәһендә, тау-таш ярып, минераль һыулы ике йөҙҙән күберәк шишмә урғылып ята. Ә ҡайһы бер ғалимдар әлеге сығанаҡтарҙың иҫәбе 250-гә үк етә тип раҫлай.
    Усолка минераль сығанаҡтары һәм уларҙың шифалы үҙенсәлектәре тураһында электән бихисап фаразлауҙар, хатта риүәйәттәр йөрөй. Был хәлгә ғәжәпләнәһе лә түгел: мөғжизәләргә халыҡ ҡанат ҡуя белә бит инде. Шул уҡ ваҡытта Усолка сығанаҡтарын табыу, өйрәнеү һәм кешеләргә яраҡлы хәлгә килтереү тарихы мосафирҙар, ғалимдар, ҡыҙыҡһыныусы айырым шәхестәр тарафынан теркәлә килгән. Һис шикһеҙ, бындағы минераль һыуҙарҙың үҙенсәлеген асыу һәм аңлау бик боронғо быуаттарҙан килә. Усолка йылғаһы һыуҙарының шифалы үҙенсәлектәрен билдәләүгә күренекле Рәсәй ғалимдары Л. Пал­лас, П. Рычков, И. Лепехин, А. Нечаевтар оло хеҙмәт һалған. Әммә, тарихсылар менән крайҙы өйрәнеүселәр раҫлауынса, башҡорт ерендәге мөғжизәле һыуҙар тураһында ғилми һүрәтләүҙәрҙән күпкә алда билдәле булған. Шулай, 1574 йылда империяның көнсығышында тәүге ҡәлғә – Башҡортостандың буласаҡ баш ҡалаһы Өфөгә нигеҙ һалғас, батша воеводаһы Иван Нагой, тирә-яҡтағы ерҙәрҙе тикшереп ҡайтыу ниәте менән, төрлө тарафтарға уҡсылар отрядтары ебәргән. Шул экспедицияларҙың береһе, Аҡ Воложка (хәҙерге Ағиҙел) йылғаһы буйлап үрләй торғас, әлегәсә билдәле булмаған һул ҡушылдыҡҡа юлыға. Ҡара Табын ырыуы башҡорттарының ерҙәренән ағыусы ошо йылға ярҙарынан тоҙло шишмәләр урғыла икән.
    Уҡсылар Өфөгә бер мискә тоҙло һыу менән әйләнеп ҡайта. Воеводаға, шишмәләрҙән тоҙло һыу шул ҡәҙәре лә мул бәрә ки, уны күнәкләп һоҫорға мөмкин, ә һыу – тоҙло, хатта әсе, эргәлә генә ҡуйы урман, әгәр тоҙ ҡайнатып алырға булһа, яғыулыҡ оҙаҡҡа етәсәк, тип хәбәр итәләр. Ошонан һуң Усолкала тоҙ ҡайнатыу эшен ойошторорға булалар. Был хәҙерге Башҡортостан ерендә тәүге сәнәғәт предприятиеһы була.
    Усолка йылғаһы буйында, әйткәнебеҙсә, минераль һыу сығанаҡтары ифрат күп. Йөҙҙәрсә сығанаҡтың ун икеһе хәҙер ныҡлап тикшерелгән һәм дауалау эшендә файҙаланыла. Бына, мәҫәлән, 1-се сығанаҡ. Берәүҙәр уны «изге» тип йөрөтә, икенселәр өсөн ул – «йәшлекте ҡайтарыусы сығанаҡ». Ошонда асыҡ өс бассейн булдырғандар. Теләгән кешеләр йәйен дә, ҡышын да һыу инә ала. Шуныһы ҡыҙыҡ, һыуҙан һуң бер ниндәй ҙә һыуыҡҡа бирешмәйһең, сөнки минераль сығанаҡ йылыта торған компоненттар менән байыҡтырылған. Минераль һыуҙың йылылығы йыл әйләнәһенә Цельсий буйынса 10 – 12 градус.
    Ошо сығанаҡ янында мәрәкә күренешкә осрайһың: килгән һәр кем йылға төбөндәге таштарға йәбешеп ҡатҡан аҡ матдәне консерва банкаһына йә көрөшкәгә ҡырып йыя. Баҡти­һәң, әлеге тәбиғи матдә хәҙер медицина ғәмәленән килмәгән төрлө тире ауырыуҙарына ҡаршы әмәл икән.
    Урындағы халыҡ сығанаҡтың күп сифаттарын белә йөрөгән. Һәм йәнә риүәйәттәр тыуған. Бына шуларҙың береһе.
    Бер мәл һунарсы урманда бик елле боланды ата. Әммә, әллә ҡулы яңылышыпмы, йәрәхәтләнгән боландың йәнен ҡыя алмаған, киткән тегеһе һунарсынан. Барған ул ҡан тамған эҙҙе юллап, барған, ләкин яралы януарҙы ҡыуып етмәгән. Икенсе көндө һунарсы кәсебенә тағы сыҡҡан. Күгеш йылғаһын кискән саҡта ул теге боланды шәйләп ҡалған. Януар, йылға ләменә сумып, ҡымшанмай тора, хатта дошманы яҡынлағанда ла ҡуҙғалмай. Күпте күргән һунарсының ҡулына, әйтерһең, бығау һалалар, ул күтәргән йәйәһен аҡрын ғына төшөрә. Ә бит табыш эргәлә генә! Һунарсы менән уның ҡорбаны бер килке ҡара-ҡаршы торғандан һуң иҫән-һау болан ашыҡмай ғына урманға инеп юғала. Үҙ күҙҙәренә ышанмаған һунарсы уның артынан ҡарап тороп ҡала: януарҙың ҡабырғаһындағы йәрәхәттән кескенә йөй ҡалған. Болан яраһын йылға ләме йәки һыу менән дауаланымы икән ни? Һәм йылға уға көсөн ҡайтарып ҡына ҡалмаған, бәлки ҡабат атылыуҙан да аралаған? Халыҡта шулай тылсымлы йылға һәм уның үҙәнендә һулҡылдап урғылған теләһә ниндәй бәләләрҙән дә ҡурсалар шишмәләр тураһында хәбәр таралған.
    «Красноусол» шифаханаһы ҡолас йәйгән яҡтар, ысындан да, ожмахҡа тиң. Ошонда ял итеп, һаулыҡтарын нығытып ҡайтҡан меңдәрсә һәм меңдәрсә кешеләр бирә был баһаны. Ғәжәйеп төйәк... Үләндәр менән урмандарҙың хуш еҫе, саф һауа менән ҡушылып, шишмә һыуы кеүек эселә. Гәлсәр шишмәләрҙең сылтырауы үҙе бер моң. Күкшел томандар эсендә йөҙгән урманлы тауҙар күреп туймаҫлыҡ...
    Боронғо Табын башҡорттарының атайсалы. Тәбиғәттең йомартлығы шунда ла күренә: ул бер нисә тиҫтә гектарҙа ғына илдәге иң мәшһүр шифаханаларҙа була торған хазиналарҙы туплаған.
    Мәңгелек мосафир – Ҡояш ҡалҡа, ғүмер баҡый үҙе белгән юлдан йөрөй. Ваҡыттың үҙенә лә, ваҡиғаларға ла һәм яҙмышҡа ла һинең тормош һуҡмағыңдың ҡасан һәм ҡайҙа бороласағын, ни менән барып өҙөләсәген күҙаллау әмәлдәре бирелмәгән. «Красноусол» шифаханаһы тарихының сәхифәләрен аҡтара башлағас уҡ, тәү сиратта, Артемий Клюкиндың исеменә төртөләһең. Богоявленск заводы фельдшеры XIX быуаттың икенсе яртыһында уҡ ревматизм менән яфаланыусыларҙы минераль һыулы ванналарҙа дауалай башлаған... Октябрь инҡилабынан һуң Усолка сығанаҡтарын халыҡҡа хеҙмәткә егергә башлап урындағы медицина хеҙмәткәрҙәре йөрьәт иткән. 1922 йылда тоҙло шишмәләр эргәһендәге часовня һыу һәм батҡаҡ менән дауалау өсөн ҡулайлаштырыл­ған. Унда сырхауҙарҙы ниндәй алымдарға таянып әмәлләгәндәрҙер, иллә-мәгәр һөҙөмтәһеҙ булмаған. Шуғалыр, 1924 йылда уҡ, БАССР Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты Усолка сығанаҡтарына табип Петр Степанович Зотовты, аптекарь, ике шәфҡәт туташын һәм ашнаҡсыны ебәрә. «Красноусол» шифаханаһының ойошторолған мәле итеп ошо ваҡиға һанала.
    Шифахана алдында ҙур мөмкинлектәр асыла. Әммә уларҙың бойомға ашыуын һуғыш өҙә. Фронттан яралылар тулы эшелондар ҡайта башлағас, яугирҙар­ҙы сафҡа нисек тиҙерәк ҡайтарырға, тигән ҡырҡыу мәсьәлә килеп баҫа. Бына шул саҡ инде, боронғо ысулдарҙы иҫкә төшөрөп, Красноусол сығанаҡтарына иғтибар йүнәлтәләр. Тәүге һөҙөмтә үк шаҡ ҡатыра: яугирҙарҙың йәрәхәттәре 20 – 30 көндә уңала. Көтөлмәгән асыш курортты тиҙләтеп үҫтереүгә этәргес бирә.
    Имен тормош өсөн тәғәйенләнгән шифахана шул рәүешле Ватанды ҡурсалаусылар сафына баҫа, меңдәрсә һалдат һәм офицер, яңынан көс-ҡеүәт туплап, көрәшкә йәнә ҡушыла тора. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләргә әҙерләнгәндә беҙ «Крансноусол» шифаханаһының шул осорҙағы табиптарын, шәфҡәт туташтарын, санитарҙарын, техник хеҙмәтләндереүселәрҙе рәхмәтле һүҙ менән хәтергә алырға һәм уларҙың яҡты рухы алдында баш эйергә тейешбеҙ.
    Ул замандарҙан да байтаҡ ғүмер үтте. Нисек кенә данлы булмаһын, элекке ул осорҙағы хеҙмәтләндереү мөмкинлектәре, дауалау саралары бөгөнгө менән сағыштырғыһыҙ. «Красноусол» иң камил йыһаздарға, шифалау компоненттарына эйә, әммә, беҙҙең ҡарашҡа, үҙгәрештәр­ҙең төпкөл асылы – һәр кемгә шәхес итеп мөғәмәлә итеү, уның мәртәбәһен хөрмәтләү. һәр шөғөлдә мәҙәнилек һәм тәрбиәлелек бар. Әҙәм балаһы, мөғжизәле дарыуҙар, тәмле аш-һыуҙан тыш, яҡты йөҙ, йылы һүҙ, мәрхәмәтле мөнәсәбәткә мохтаж. Дауалауҙың ошо төп факторын шифаханала тәрән мәғәнәһендә аңлайҙар. Әгәр «Красноусол» шифаханаһының уңыш формулаһын сығарыу зарурлығы булһа, ул шундай элементтар­ҙан торор ине: тәбиғәт уңайлыҡтары + республика етәкселеге яғынан даими иғтибар + дауалауҙың алдынғы ысулдары + хеҙмәтләндереүсе персоналдың ихлас тырышлығы. Шуға күрә беҙ шифаханалағы дауалау мөмкинлектәре, техник йыһаздар тураһында сурытып һөйләүҙән тыйылып торабыҙ. Әҙәм балаһы менән тәбиғәт, фән менән ғәмәл, бер булып, пациенттар­ға мөмкин ҡәҙәр йоғонтоло файҙа бирә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, «Красноусол»да ял итеүселәрҙең 99 проценттан күберәге дауаланыу үткәндән һуң сырхау-һыҙланыуҙарын тамам онота. Тикшеренеүҙәр шулай уҡ «Красноусол»да булғандарҙың сирҙәре аҙыуы алты тапҡырға кәмеүен, эшкә ваҡытлыса һәләтһеҙлектең 2 – 3 мәртәбәгә кәмеүен һәм поликлиникаларҙа дауаланыуға һәм дарыуҙарға сығымдарҙың өс тапҡыр­ға аҙайыуын раҫлай.
    Өлгәшелгәндәр, төпсөрләп иғтибар иткәндә, иҫ китерлек. Әммә шифа­хана коллективы һис тынмай. Уның, күрергә яҙһа, үҙ ғилми лабораторияһы ла асылмаҡсы. Тимәк, тәбиғәт биргән хазиналар серҙәре тәрәнерәк өйрәнеләсәк.
    Ысындан да, зиннәтле һарайҙар кеүек йоҡо корпустары, шифа алыу өсөн һәр төрлө мөмкинлектәр, заманса медицина техникаһы, әгәр улар башҡорт, рус, татар халыҡтарының ҡунаҡсыллыҡ традициялары менән һуғарылмаһа, бер нәмәгә лә тормай. Хужаларҙың йылмайыуы менән яҡтыр­һа, һалҡын өй ҙә йылынып китә. Әгәр ашъяулыҡҡа ихлас йомартлыҡ менән ҡуйылһа, ябай ғына ризыҡ та ниғмәт булып тойола.
    Ҡунаҡ ҡабул итеү – борон-борондан килгән сәнғәт. Ул оҫталыҡҡа һирәк уҡыу йорттарында ғына өйрәтәләр. «Красно­усол»да шифахана директоры һәм топ-менеджерҙарҙан ябай хеҙмәткәргә тиклем – һәр кем күп йылдар буйы, ныҡышып, тырышып, эште ял итеүселәр хаҡындағы хәстәрлек һауа, һыу, ҡояш һымаҡ тәбиғи булырлыҡ итеп ойоштороу сәнғәтен үҙләштерә.
    Бөгөнгө ҡыҫҡа ғына һүҙҙе Мостай Кәримдең әйткәне менән ослағы килгәйне: «Оҙайлы ғүмеремдә миңә төрлө шифаханаларҙы күреү насип булды. Һәр урында ла насар түгел ине, ҡайһы берҙәрендә хатта яҡшы ла ҡаршыланылар. Баҡтиһәң, «Крас­ноусол»да тағы ла һәйбәтерәк икән. Ошоға тиклем мин «донъя кимәле» тигән төшөнсәне белә инем, хәҙер иһә «Красноусол» кимәле»нең барлығына инандым».
    Оло нәмә алыҫтаныраҡ һәйбәт күренә бит. «Красноусол»да бөгөн башҡарылғандарҙы объектив баһалау өсөн, Рәсәйҙең бүтән, хатта борондан дан тотоп килгән шифаханаларын да күрергә кәрәктер. Әгәр әйләнеп йәнә Күгеш ярҙарына ҡайтаһығыҙ икән, ғәжәпләнәһе юҡ.

    Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.
    Ҡасим ЛАТИПОВ фотолары.
    авторы: admin | 31 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Шифаханаға – 85, икмәк комбинатына – 100 йыл
  • «Дауалар бар икән, дауалар тылсымлы Ғафури ерендә»
  • Шифаханаға – 85, икмәк комбинатына – 100 йыл
  • «Дауалар бар икән, дауалар тылсымлы Ғафури ерендә»
  • Президентыбыҙҙы наградаһы менән ҡотлайбыu ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru