Ҡулалмашта ҡул талмаҫ, эшләгәндән ҡул ҡалмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Дайджест
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Илдә булмаған ат
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Баш ҡалала Республика йәштәр хәрәкәте форумы үтте Яңылыҡтар, Башҡортостан
    Сараның маҡсаты – Башҡортостан төбәктәрендә йәштәр хәрәкәте эше үҫешенә йомғаҡ яһау, 2010 йылға пландар билдәләү. Форумға ҡала-райондарҙың йәштәр сәйәсәте органдары етәкселәре, урындарҙағы координация советы ағзалары, Республика йәштәр хәрәкәте составына ингән балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары вә­килдәре килгәйне.
    Әйткәндәй, беренсе форум 2008 йылдың июнендә үтеп, унда ВЛКСМ ветерандары, йәштәр һәм үҫмерҙәр йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнашты. Сара сиктәрендә байтаҡ проект ҡабул ителде, үҫеш мәсьәләләре ҡаралды. Икенсе форум да эшлекле һөйләшеү­ҙәрҙе үҙ эсенә алды.
    Өфөнөң 3-сө гимназияһында асылған форумда ҡатнашыусыларҙы БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин тәбрикләне.
    – Беҙҙең республикала йәштәр сәйәсәте мәсьәләләренә етди иғтибар бирелә. Бигерәк тә сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу эштәре әүҙем бара. Юҡҡа ғына беҙҙең министрлыҡ спорт менән туризмды ла үҙ эсенә алмайҙыр. Бөгөн яңылыш юлдан барған йәштәргә, үҫмерҙәргә битараф ҡалырға ярамай. Был юҫыҡта урындарҙа айырыуса ныҡлы эш алып барылырға тейеш, – тине министр үҙ сығышында. Александр Никерин билдәләүенсә, әлеге форум делегаттары, йәштәр менән туранан-тура эшләүселәр булараҡ, йәмәғәт ойошмаларына мөмкин тиклем күберәк егет һәм ҡыҙҙы йәлеп итергә бурыслы. Берләшмәләр көслө булғанда ғына йәш быуынға янаған кире күренештәрҙе еңеп буласаҡ. Шулай уҡ Александр Павлович йәмәғәт ойошмалары етәкселәрен, йәштәр лидерҙарын киләһе йылдың мөһим ваҡиғаһына – Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған саралар планын әҙерләргә, тантаналарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
    БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының әйҙәүсе белгесе, Республика йәштәр хәрәкәтенең координация советы секретары Галина Рященко район-ҡалаларҙа эшләгән йәштәр ойошмаларына баһа бирҙе. Билдәләнгән бурыстарҙы үтәгәндә яуаплылыҡтың ҙур булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды.
    – Республиканың бөтә йәштәр һәм балалар ойошмаларына берлектә эшләү бик мөһим, – тине ул, – был юҫыҡта семинарҙар, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн үткәрелгән йыйылыштар әһәмиәтле.
    Форумдың көн планына төрлө тематик секциялар ҙа индерелде. Делегаттар «Республика йәштәр хәрәкәте – урындағы үҙидара органдарының партнеры», «Йәштәрҙең социаль практикаһы. Үҫеш перспективаһы», «Йәштәр лидерҙарын һөнәри әҙерләү», «Йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмаларының иҡтисади белем алыу, инновациялар буйынса эшмәкәлеге» темаларына «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә ҡатнашты. Форумдың тағы бер мөһим өлөшө – дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған эшлекле һөйләшеү үткәрелде.
    Сара һуңында йола буйынса иң әүҙем лидерҙар бүләкләнде, форумдың резолюцияһы ҡабул ителде.


    Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
    авторы: admin | 31 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Йәштәр хәрәкәтенә ҙур өм ...
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Кимәле лә юғары, ҡатнашыусылары ла шәп
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru