Көсһөҙ көрәк һындырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Шәжәрәңде бел!
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Йондоҙнамә
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ғәҙел хөкөмдө ғәмәлгә ашырыусылар Яңылыҡтар
    2009 йылдың 8 сентябрендә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Суд приставы көнөн булдырыу тураһындағы 1019-сы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, беҙҙең илдә Суд приставтары федераль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең профессиональ байрамы – Суд приставы көнө булдырылды. Ул хәҙер йыл һайын 1 ноябрҙә билдәләнәсәк. 1865 йылдың 1 ноябрендә (элеккесә 19 октябрҙә) Рәсәйҙә суд приставтарының статусы асыҡлана. Был көндә император Александр II Санкт-Петербург һәм Мәскәү суд палаталарының уларҙың ведомствоһына ҡараған һәм округ судтары менән уставтарҙы алып барыу сиратын билдәләүсе положениены раҫлай, суд приставтары тәғәйенләнә, шарттар һәм эш хаҡы күләме раҫлана.
    Ошоноң нигеҙендә 1 ноябрҙе Суд приставы көнө итеп байрам итеү тәҡдиме индерелә.
    Суд приставтары хеҙмәте дәүләт өсөн дә, айырым граждандар өсөн дә берҙәй әһәмиәткә эйә. Сөнки суд ҡарарҙары ғәмәлгә ашырылғанда ғына хөкөм эше ысын мәғәнәһендә үҙ көсөнә эйә була.
    Үҙҙәренең профессиональ байрамдарын Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршылай һуң?
    Ведомствоның эшмәкәрлеге дәүләт өсөн рентабелле булып ҡала: 2009 йылдың туғыҙ айы эсендә генә 3 861792 мең һум бурыс түләтелгән. Төрлө кимәлдәге бюджеттарҙы тулыландырыу буйынса ҙур ғына эш башҡарылған. Һалымдың ваҡытында түләнмәй ҡалған өлөшө буйынса ғына ла 1168542 мең һум күләмендә бурыс ҡайтарылған, 82179 мең һум административ штрафтар түләтелгән, шулай уҡ суд ҡарарҙарын үтәмәгән өсөн бурыслыларҙан 103 миллион һумдан ашыу штраф түләтелгән.
    Башҡарыу документтарын үтәгән ваҡытта төп проблема булып суд приставы-башҡарыусыға йөкмәтелгән бурыстың күп булыуы тора. Мәҫәлән, 2009 йылда бер суд приставы-башҡарыусыға 197 башҡарыу документы тура килгән. Тимәк, ул 197 суд ҡарарын йә башҡа түләүҙәрҙе ғәмәлгә ашырырға тейеш була.
    Эш хаҡын ваҡытында түләтеү проблемаһы ла көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып ҡала. Суд приставтары ярҙамы менән ағымдағы йылдың туғыҙ айында республиканың 38 меңдән ашыу эшсеһе предприятиелар тарафынан ваҡытында түләнмәгән 586200 мең һум аҡсаны алған.
    Суд приставтарының бурыслыларға Рәсәй Федерацияһы сиктәренән сығыуҙы сикләүе күптән инде яңылыҡ булыуҙан туҡтаны. Уларҙың бындай ғәмһеҙ граждандарҙы аэропортта йә тимер юл вокзалдарында ҡаршы алып, ил буйлап хәрәкәт итеүен күҙәтеүе хаҡында телевизор аша ла сюжеттар ҡарағаныбыҙ бар. Беҙҙең республикала ла был алым киң файҙаланыла. 2009 йылдың 11 июнендә Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы менән Урта Волга Эске эштәр идаралығы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү һәм мәғлүмәт менән алмашыу тәртибе тураһында килешеү төҙөлә. Уға ярашлы, суд приставы башҡарыу эше ҡуҙғатылған граждандарҙың һыу, һауа һәм тимер юл транспортында хәрәкәт итеүе менән таныша ала, уларға бурыслылар тарафынан һатып алынған билет, транспорттың ҡуҙғалып китеү ваҡыты, авиарейстарҙың, поездарҙың, вагондарҙың номеры хаҡында мәғлүмәт еткерелә.
    Был йүнәлештә аныҡ эштәр ҙә башҡарыла башлаған. Әйтәйек, 22 августа бурыслыларҙы эҙләү буйынса махсуслаштырылған бүлектең суд-пристав башҡарыусыһы менән Өфө ҡалаһы суд приставтары хеҙмәтенең Совет районы бүлексәһе суд приставы-башҡарыусыһы Өфө аэропортында күршеһенә 30 мең һум бурысы булған 35 йәшлек ирҙе туҡтата. Уның ғәйебе менән күршеһенең фатирын һыу баҫа, һәм суд 30 мең һум аҡса түләтергә ҡарар сығара. Мәскәүҙән Өфөгә даими рәүештә самолетта осоп йөрөүсе граждан өсөн ул ҙур сумма ла түгел, әммә зыян күреүсе ғаиләгә бурысын ҡайтарырға ашыҡмай ул һәм йылдан ашыу суд приставтарынан ҡасып йөрөй. Аэропортта ҡаршы алырҙар тип башына килтермәгән ир аптырауҙан тулыһынса бурысын ҡапларға мәжбүр була.
    Күптән түгел Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән Положениеға ярашлы, суд приставтары хәрби ҡорал һәм үҙеңде яҡлау саралары менән дә тәьмин ителәсәк. Ысынлап та, суд ҡарарҙарын башҡарғанда уларға йыш ҡына үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып эш итергә лә тура килә. Яңы ҡарар иһә уларҙың эшен күпкә еңелләштерер, хәүефһеҙлеген тәьмин итер тигән ышаныс ҙур. Күптән инде хоҡуҡ һаҡлау органдарының функцияһын башҡарыусы Суд приставтары федераль хеҙмәте киләсәктә хоҡуҡ һаҡлау органдары статусына ла эйә булһа, эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрелер ине, тигән фекерҙә улар.
    авторы: admin | 31 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ял иткең килһә, бурысыңды түлә!
  • Ғәҙел хөкөмдө ғәмәлг& ...
  • Уларҙың иңендә – кеше яҙмыштары
  • Олег Долгополов РФ-ның баш суд приставы ярҙамсыһы итеп т& ...
  • Суд приставтары ант бирҙе
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru