Дәртһеҙгә дауа юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • Күсәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Яңылыҡтар
    Башҡортостан социаль технологиялар институты Мәскәүҙә үткән «Мәғариф мөхите – 2009» Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә бер юлы ике диплом яуланы. Тағы бер награда институт директоры Тәнзилә Ниғмәтуллинаға тапшырылды. Ул «Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге лауреаты» миҙалына лайыҡ булды.

    «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ял үҙәге асылды. 1972 йылда төҙөлгән шифахананың ял үҙәге күптән яңыртыу талап итә ине – йыл һайын бында 12,5 мең кеше үҙенең сәләмәтлеген нығыта. Шуға күрә был объектты асыу тантанаһын ял итеүселәр ҙә, медицина хеҙмәткәрҙәре лә ҡыуанып ҡаршы алды.

    Октябрьский ҡалаһынан Денис Ғиззәтуллин спидвей буйынса ярыштарҙа еңеү яулап, Һарытау өлкәһе губернаторы кубогы менән бүләкләнде. Тольяттиҙан Сергей Даркин менән 14-әр мәрәй йыйып, өҫтәмә заезда уны уҙып китте. Өсөнсө урынды Роман Поважный яуланы.

    13 – 16 октябрҙә Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «УралЛегПром» махсуслаштырыл­ған күргәҙмәһе үтә. Унда Башҡортостандан һәм башҡа республикаларҙан, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 100-ҙән ашыу сәнәғәт предприятиеһы, фирмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша. Күргәҙмәлә шулай уҡ Верещагин трикотаж фабрикаһы, «АИКО» кейем тегеү предприятиеһы, Өфө трикотаж фабрикаһы кеүек эре кейем тегеү предприятиеларының да изделиелары менән танышырға мөмкин.

    РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник бер төркөм агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт һәм тармаҡ наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Стәрлетамаҡ районы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Владимир Александров та бар. Бүләкләү тантанаһы Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан үтте.

    Республика көнө уңайынан Башҡортостан энергетиктары баш ҡала халҡына матур бүләк әҙерләне. Улар ГТЭС-25П газ турбиналы электр станцияһын файҙаланыуға тапшырҙы. Уның 22,5 мегаватт электр ҡеүәте 25 мең ҡала фатирын электр энергияһы менән тәьмин итеүгә, ә йылылыҡ ҡеүәте 2400 фатирҙы йылытыуға етәсәк.

    Башҡорт дәүләт аграр университетында «Мәғариф. Инновациялар. Экология» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли кәңәшмәһенә әҙерлек дауам итә. Ул 14 – 17 октябрҙә үтәсәк. Кәңәшмәнең маҡсаты – мәғариф, инновация һәм экология өлкәһендә белемде камиллаштырыу, ғилми бәйләнештәрҙе үҫтереү, предприятиеларҙы һәм хеҙмәт биржаһын презентациялау.

    Кушнаренко районының Байталлы ауылында яңы моделле китапхана асылды. Мәҙәниәт учреждениеһын үҙгәртеп ҡороу ауыл халҡына ҙур мөмкинлектәр аса. Хәҙер һәр уҡыусы электрон мәғлүмәт-хоҡуҡ системаһы буйынса яңы закондарҙы өйрәнә, төрлө хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса консультация ала, Интернет менән файҙалана ала.

    Лилиә Шобухова – Чикаго марафоны чемпионы. Америкала үткән Чикаго марафонында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Белорет ҡыҙы еңеү яуланы. Лилиә үҙ ғүмерендә икенсе тапҡыр марафонда ҡатнаша, беренсеһендә өсөнсө урын яулаһа, быныһы иһә уға еңеү килтерҙе.

    С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
    авторы: admin | 13 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Өс һөйләм менән
  • Йәш ғалимдар форумы асылды
  • Кимәле лә юғары, ҡатнашыусылары ла шәп
  • Барыһына ла ҡыҙыҡ булмаҡсы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru