Булырҙайҙың - йөҙөнән, булмаҫтайҙың - һүҙенән (билгеле).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңылыҡтар
  • Дайджест
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Республикабыҙҙа БСТ+ музыкаль телеканалы эшләй башланы Яңылыҡтар, Мәҙәниәт
    Был яңы төбәк-ара махсус музыкаль күңел асыу телевизион каналы заманса башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Ул халыҡтың рухи-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бының өсөн яңғыраясаҡ музыкаль әҫәрҙәр үткән йылдарҙың һәм хәҙерге көндөң иң яратҡан йырҙарын һәм башҡарыу­сыларын, популяр хиттарын үҙ эсенә алды. Тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк каналда мәҙәниәткә, сәнғәткә һәм музыкаға арналған тематик программалар ҙа ҡаралған. Бөтә эфир ваҡыты ҡабатланып торған дүрт сәғәтлек блоктарға бүленгән. Әгәр кемдер ниндәйҙер сәбәп менән теге йәки был тапшырыуҙы ҡарай алмай икән, уны иртән, көндөҙ йә кисен ҡабаттан ҡарау мөмкинлеге бар.
    Каналдың йөкмәткеһе музыкаль күңел асыу характерына эйә булғанлыҡтан, иртәнсәк телевизор ҡараусыларҙы Башҡортостан гимны уятасаҡ. «Моңдаръя», «Һандуғастар төйәге», «Моң илсеһе» рубрикаларында концерттар күрһәтелһә, «Тәңкәләр» тапшырыуы балалар аудиторияһына тәғәйенләнгән. «Наза» рубрикаһында донъя бейеүҙәре урын алһа, «Аҫылйәр»ҙә башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраясаҡ.
    Йырлы ла, моңло ла, күңелле лә булған БСТ+ музыкаль каналының халыҡ араһында киң популярлыҡ яулаясағында шик юҡ.

    А. ИСМӘҒИЛЕВ.
    авторы: admin | 13 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • III Бөтә донья Башҡорттары Ҡоролтайына арналғ ...
  • "Гәлсәр"ҙәрҙе халыҡ ярата
  • Яңы каналға исемде бергәләп һайлайыҡ!
  • Яңы каналға исемде бергәләп һайлайыҡ!
  • Башҡортса яңы телевизион канал асылды!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru