Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Рәсәй көнө менән!
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Вакцина әҙер, әммә...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ярыш ҡына түгел, тамаша Яңылыҡтар, Спорт
    Ат ярышы кеүек үк үҙенсәлекле, сағыу һәм дәртле спорт төрө юҡтыр. Ысынлап та, йылҡылдап торған саптарҙарға ҡарау үҙе бер тамаша. Баштарын юғары сөйөп елеп үткән аттарҙың алдан килгәндәре генә түгел, башҡалары ла күҙҙең яуын алып, матур бер күренеш тыуҙыра.
    Баш ҡалабыҙҙағы Таһир Күсимов исемендеге халыҡ-ара «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостан Респуб­ликаһы көнө уңайынан ойошторолған ҙур ат ярышы, ямғыр яуыуына, көндөң һалҡынса булыуына ҡарамаҫтан, бик шәп үтте. Башта пониҙарҙа балалар ярышты. Тамашасылар араһында тәүҙә үк «Дедал» ҡушаматлы ат хаҡында һөйләүселәр ишетелә ине. Ысынлап та, тап ошо ат финишҡа беренсе булып килде. Иң шәп һыбайлы туғыҙ йәшлек малай ҙа ат спортында осраҡлы ғына түгел икән. Ул Ринат Хөснөтдиновтың улы – Артур. Белгестәр был малайға ҙур өмөт бағлай.
    Пониҙарҙан һуң «Аҡбуҙат» ипподромы призына ярыш булды. Унда 2005 йылда тыуған йәки унан да өлкәнерәк булған Америка һәм рус тоҡомло юртаҡтар ҡатнашты. Юртаҡтар 1600 метрға сабышты һәм, миңә ҡалһа, тап ошо ярыш тамашаның да тамашаһы булды! Финишҡа иң беренсе булып Голден Раннер ҡушаматлы ат килеп етте. Был урында уны ауыҙлыҡлаусы гүзәл зат хаҡында айырым билдәләп үтергә кәрәк – Ольга Шехлованың тактикаһы ат спортында ҙур белгес булмағандар­ға ла күренеп тора ине. Ул лайыҡлы рәүештә Рәсәйҙең иң шәп һыбайлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе булып һанала. Голден Раннер тәүҙәрәк арттараҡ ҡына килһә лә, финишҡа етер алдынан күҙ асып йомғансы алға ырғылды һәм «һә» тигәнсе бөтәһен дә артта ҡалдырҙы. Был юртаҡ Финляндияла тыуған, ошо илдең гражданы Макела Каяның шәхси аты, Өфөлә тәүге тапҡыр ярышты һәм күптәрҙе һоҡландырып та өлгөрҙө.
    «Вандефул, Проспект, Бөркөт, Аҡбуҙат», – тип ҡысҡырып, үҙҙәренең күңеленә ятҡан аттар өсөн «ауырыусылар», ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшеүселәр араһында тыныс ҡына ултырыу мөмкин дә түгел. Кемдер күршеһендә ултырған кешегә таҙа тоҡомло аттарҙың ни тиклем шәп икәнлеген фәнни нигеҙләп аңлатырға тырышһа, кемдер аттар­ҙы матур төҫө йәки оҙон аяҡлы булыуына ҡарап һайлап алып: «Их, шул ат беренсе килһә ине!» – тип көйәләнә. Кемдер: «Аты шәп булһа ла, ауыҙлыҡлаусыһы тәжрибәһеҙерәк шул...» – тип бошона – ана шулай гөрләп тора ине «Аҡбуҙат» ипподромы.
    Ярыштың матур бер өлөшө итеп милли геройыбыҙ Салауат Юлаев хөрмәтенә ойошторолған ат сабышын билдәләргә була. Унда башҡорт тоҡомло аттар 3000 метрға ярышты. Был ярышта тәүҙә беренсе булып Шишмә районының даны булған Аҡбуҙат сапты. Әммә Йәшен ҡушаматлы юртаҡ ҡапыл ғына тиҙлеген арттырып, финишҡа беренсе булып килеп тә етте!
    Байрам ваҡытында «Ҡанатлы ат» призына ярыштың финалы ла ойошторолдо. Был сарала беҙҙең республикала тыуған һәм үҫтерелгән юртаҡтар ҡатнашты. Ярыштың бөтә этаптарында ла Глоксиния ҡушаматлы ат һәйбәт күрһәткестәр менән ҡыуандыр­ҙы һәм лайыҡлы рәүештә еңеп тә сыҡты. Ул Борай районының «Башаҡ» хужалығында тәрбиәләнә.
    Республика көнө уңайынан ойошторолған тамаша «Аҡбуҙат» ипподромында ике көн барҙы.
    Лилиә СИРАЕВА.
    Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
    авторы: admin | 31 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бер юлы өс байрам!
  • Аһ, был юртаҡтар!
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Затың ниндәй, атым?
  • Баймаҡтар ҙа, ниһайәт, ипподромлы булды
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru