Вайымһыҙҙың эше алымһыҙ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Кер һәм күңел таҙалығы
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Халыҡ рухы, халыҡ ихтыяры Яңылыҡтар, Башҡортостан
    Халыҡ рухы, халыҡ ихтыярыКүңелдәрҙә ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағы – 90-сы йылдар башы. Бөтә ил буйынса барған үҙгәреш елдәре беҙҙең республикабыҙҙы ла урап үтмәне, әлбиттә. Төрлө хәрәкәттәр барлыҡҡа килде, төрлө төҫтәге лозунгылар күтәреп, меңәрләгән кеше майҙандарға сыҡты. СССР тарҡалмаҫ борон уҡ әле Башҡортостаныбыҙҙа союздаш республика статусы алыу өсөн көрәш башланып китте. «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең 1989 йылдың декабрендә үткән беренсе йыйынында ҡабул ителгән резолюцияла беҙ иң элек нәҡ шул талапты күтәреп сыҡтыҡ. Артабан иһә, илдә ваҡиғалар ҡырҡа үҙгәреп китеү сәбәпле, Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы составында үҙ аллы демократик республика хоҡуғын яулау маҡсаты алға ҡуйылды. 1990 йылда «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге, республикабыҙ мөстәҡиллеген талап итеп, 750 мең ҡултамға йыйҙы. «Урал» үҙәге идараһы Дәүләт мөстәҡиллеге тураһындағы декларация проектын тикшереү эшендә ҡатнашты, тәҡдимдәре менән сығыш яһаны. Башҡорттар әүҙем күтәреп алған был хәрәкәтте республикабыҙҙа йәшәгән башҡа милләттәр ҙә хуплап ҡаршы алды. Һәр төрлө экстремистик элемент­тарҙың, Башҡортостан етәкселеген сепаратизмда ғәйепләп, тарих тәгәрмәсенә таяҡ тығырға тырышыуына халыҡтың күпселеге ышанманы. Сөнки республикабыҙҙың үҙаллылыҡ алыуы беҙҙә йәшәгән һәр халыҡ, һәр милләт вәкиле өсөн мөһим, ул беҙҙең артабанғы яҙмышыбыҙҙы ыңғай яҡҡа йүнәлтәсәк мәсьәлә ине. 1990 йылдың 10 – 11 октябрендә Башҡортостан­дың үҙаллылығына ҡаршы Совет майҙанында аслыҡ иғлан итеп ятҡан бер мөртәттең яуызлығы ла бер кемде лә аптыратманы. Ниһайәт, бына ул көн, ул тарихи ваҡиға! Республикабыҙ етәкселеге, Башҡорт АССР-ының Юғары Советы депутаттары, халыҡ ихтыярын, халыҡ теләген, башҡорт халҡының үҙбилдәләнешкә хоҡуғын бойомға ашырып, Башҡортостан Республика­һының Дәүләт үҙаллылығы тураһындағы декларацияны бер тауыштан тип әйтерлек ҡабул итте. Оло әһәмиәтле ул документта билдәләнгән положениеларҙың бер нисәһен иҫкә төшөрөп үткем килә. Дәүләт үҙаллылығы тураһындағы декларация ерҙе, тәбиғәт һәм ер аҫты байлыҡтарын, ресурстарын, иҡтисади һәм фәнни-техник потенциалды күп милләтле халыҡтың милке тип иғлан итә. Башҡортостан Республика­һының Рәсәй Федерацияһы менән мөнәсәбәттәре килешеү характерында булыуын билдәләй; Башҡортостан Республика­һында кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлығын, Башкор­тос­тандың бөтөн халыҡтары телдәренең һәм мәҙәниәттәренең тигеҙ, хоҡуҡлы үҫешен гарантиялай, Башҡортостан Респуб­ликаһынан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә булыша. Хоҡуҡи дәүләт төҙөү принцибын иғлан итә.
    Бындағы һәр бер положениеның тормошобоҙҙағы урыны хәҙер ҙә баһалап бөткөһөҙ һәм уның ҡиммәте киләсәк дәүерҙәр өсөн дә шундай уҡ буласаҡ. Декларация ҡабул ителгән көндән башлап республикабыҙ нәҡ ошо документтағы программалы положениеларҙы бойомға ашырыу буйынса ысын-ысындан ҙур үҫеш юлы үтте. Башҡортостан, үҙенең тарихи традицияларын дауам итеп, Рәсәй Федерацияһы менән ике яҡлы килешеү төҙөнө. Республикабыҙ хоҡуҡи дәүләт төҙөү принцибын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра. Халҡыбыҙ яҙмышы өсөн айырыуса мөһим мәсьәлә – тел һәм рухи мәҙәниәт мәсьәләләрен хәл итеү өлкәһендә ғәйәт ҙур ыңғай үҙгәрештәр булды. 1999 йылда, ниһайәт, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында» Закон ҡабул ителде. Башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, республикабыҙҙың дәүләт теле тип танылды. Был положение артабан Башҡортостан Респуб­ли­каһы Конституцияһының 1-се статьяһында урын алды. Закон ҡабул ителгәндән һуң уҙған ун йыл эсендә мәғариф системаһында башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа ҙур уңыштарға өлгәштек. Дөрөҫ, был өлкәлә беҙгә хәҙер ҙә тынысланып ҡалырға ярамай. Телде һаҡлау, үҫтереү, уҡытыу эшен камиллаштырыу өлкәһендә ҡатмарлыҡтар әленән-әле тыуып тора. Беҙгә был йәһәттән хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлау өсөн дә принципиаль позицияла торорға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта, туған телдәрҙе һәм дәүләт телен уҡытыу менән бергә, башҡорт мәктәптәрендә бүтән предметтарҙы башҡорт телендә уҡытыу эшен эҙмә-эҙлекле хәл итергә тейешбеҙ. Предметтар­ҙы туған телдә уҡытыу, тәрбиә эштәрен туған телдә алып барыу, мәктәптә туған тел мөхитен тыуҙырыу – шул уҡ телде һаҡлауҙың ышаныслы мөмкинлеге лә баһа.
    Дәүләт теле булараҡ башҡорт теленең ҡулланылыу даирәһен киңәйтеү мәсьәләһендә лә эш алып барырға кәрәк. Мәҫәлән, юғары власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына етәксе вазифа­ларға тәғәйенләнеүсе кешеләр мотлаҡ дәүләт телдәренең икеһен дә белергә тейеш, тип иҫәпләйем. Был талапты закон менән дә нығытып ҡуйыу урынлы булыр ине.
    Республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың мәнфәғәттәрен хәстәрләү мәсьәләһе лә һәр ваҡыт күҙ уңында тотолорға тейеш. Был бигерәк тә алда торған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу айҡанлы ҙур әһәмиәткә эйә.
    Республикабыҙ ун туғыҙынсы тапҡыр үҙенең оло байрамын ҡаршылай. Байрамыбыҙ ҡотло булһын, бәхет-шат­лыҡтар, яҡты таңдар, ҡояшлы имен көндәр һеҙ­гә, ҡәҙерле дуҫтар, иптәштәр, туғандар!

    Рәшит ШӘКҮР.
    авторы: admin | 10 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Минең ҡоролтайға мөрәжәғәте ...
  • Суверенитет яулау менән «яу» бөтмәне
  • Һәр бала туған телендә белем алырға хоҡ ...
  • Талап ҡаты буласаҡ
  • Программа раҫланды
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru