Баш барҙа бүрексе бөтмәҫ, аяҡ барҙа итексе бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Яҡташыбыҙ – ғорурлығыбыҙ!
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • «Ассамблея үҙ бурысын лайыҡлы үтәй»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өфө һылыуы Валентин Юдашкиндың моделе Яңылыҡтар, "Йәшлек" гүзәле, Башҡортостан
    Өфө һылыуы Валентин Юдашкиндың моделеБашҡорт һылыуҡайҙары көндән-көн донъя подиумдарын яулай бара. Christian Dior компанияһының йөҙөнә әүерелгән Эльвира Хисаева артынан донъя подиумына тағы бер Өфө ҡыҙы – Гөлсөм Айытҡолова күтәрелде. Ике ҡыҙ ҙа «Һылыуҡай» модель студияһында шөғөлләнгән.
    – Был миҙгелдә иң абруйлы Мәскәү һәм сит ил агентлыҡтарының беҙҙең моделдәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта. башҡорт һылыуҡайҙарын ҡуш ҡуллап алырға әҙерҙәр. Көн һайын беҙгә хеҙмәттәшлек тураһында шылтыраталар, хатта иң ҙур халыҡ-ара агентлыҡтарҙың береһенән Өфө студияһына кастингҡа ла килделәр. Ә Гөлсөм Айытҡолова Мәскәүҙә «Мода аҙналығы»нда ҡатнашып, Валентин Юдашкиндың мода йортонда модель булды, – тип һөйләй «Һылыуҡай» студияһының директоры Линара Таһирова.
    Юдашкин Гөлсөмдө юғары мода форумын асыусы ун модель иҫәбенә индерә.
    Гөлсөм сығышы менән Сибайҙыҡы, «Һылыуҡай» студияһында бер-ике йыл ғына шөғөлләнә. Әммә былтыр уҡ «Ҡояш ҡыҙы» II төбәк-ара матурлыҡ конкурсында гран-при яулай, ә 2009 йылдың яҙында «Һылыуҡай» республика конкурсында беренсе премияға лайыҡ була һәм «Мисс Азия» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсына саҡырыу ала.
    Гөлсөм Өфө дәүләт авиация техник университетының иҡтисад факультетында уҡый. Кисәге ябай Өфө студенткаһының бөгөн бер генә буш ваҡыты ла юҡ – ул Мәскәүҙә, сығыштарға әҙерләнә.
    – Мин бик бәхетлемен! Юдашкин менән танышыуым – әлегә тормошомдағы иң төп уңыштарымдың береһе. Көтөлгәнгә ҡарағанда Мәскәү моделдәре күпкә яҡшыраҡ, бер кем дә минең күлдәгемде лә йыртманы, туфлийымдың үксәһен дә һындырманы. Бер аҙға уҡыуымды ҡалдырып тороуым ғына йәл. Әммә ҡайтҡас мотлаҡ курсташтарымды ҡыуып етәсәкмен. Ғөмүмән, миндә профессиональ модель булыу һәм Парижға йәиһә Миланға эшкә китеү теләге уянды!
    С. НИЯЗОВА.
    авторы: admin | 3 ноября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йәш моделдәр – Өфө подиумында
  • Өфө һылыуы – Валентин Юдашкинда модель
  • «Мәскәү, Милан, Лондон, Париж... Ә Өфө ...
  • ҺАЙ, ҺЫЛЫУҺЫҢ, БАШҠОРТ ҠЫҘЫ!
  • «Һоҡланғыс сит планета ҡыҙы»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru