Күмәк эш - ирмәк эш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • Суғамаҡ башында
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хеҙмәт пенсияһы артасаҡ Яңылыҡтар
    Рәсәй Пенсия фондында ойошторолған видеоконференцияла Пенсия фондының төбәк­тәрҙәге бүлексәләренең һәм халыҡты социаль яҡлау органдарының киләһе йылдан пенсия килемдәре төбәктәрҙә хаҡлы ялдағылар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан түбән булған граждандарҙың пенсияһына социаль өҫтәмәләр түләүгә әҙерлеге мәсьәләһе ҡаралды.
    Рәсәй Пенсия фонды идараһы рәйесе Антон Дроздов, пенсияға социаль өҫтәмәләр түләүҙең дәүләт бурысы булыуын һәм уны үтәүҙең Рәсәй граждандарының конституцион хоҡуғын тормошҡа ашырыу икәнлеген белдерҙе.
    Федераль закон ҡабул ителгәс тә республикала уны тормошҡа ашырыу буйынса саралар күрелә башланы. Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров һүҙҙәренә ҡарағанда, республикала үҙ ваҡытында 2010 йылға пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумы 3939 һум күләмендә билдәләнде. Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе менән БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошо йылдың 1 декабренән хеҙмәт пенсияһының нигеҙ (база) өлөшөн арттырғандан һәм 2010 йылдың 1 ғинуарынан республикала аҡсалата түләүҙәрҙе иҫәпкә алып үткәрелгән валоризациянан һуң пенсия күләме йәшәү минимумынан аҙыраҡ буласаҡ пенсионерҙарҙың исемлеген төҙөнө. Уларҙың барыһы ла федераль ҡаҙнанан пенсияларына социаль өҫтәмәне төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленә тиклемге күләмдә ғинуар айы пенсияһы менән аласаҡ.
    12+12, яҡшы бит!
    Пенсия тупланмаларын дәүләт менән берлектә финанслау программаһы 2009 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ашырыла башлағайны. Уға ярашлы, Рәсәйҙең һәр гражданына буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә үҙ ирке менән аҡса күсереп барыу мөмкинлеге бирелде. Пенсияның тупланма өлөшөнә йылына ике меңдән 12 мең һумға тиклем аҡса күсерелгән осраҡта Пенсия фонды ла был иҫәпкә шул тиклем үк күләмдә аҡса һала.
    Республикала программала ҡатнашҡан граждандарҙың индергән аҡса күләме 50 миллион һумға еткән. Өҫтәмә страховка иғәнәләрен, нигеҙҙә, 30 – 50 йәштәрҙәге эшләүсе граждандар күсерә. 18 меңдән ашыуы әле үк пенсияһының тупланма өлөшөн булдырыуға дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Уларҙың 322-һе буласаҡ пенсияһына 12-шәр мең һум аҡса күсергән. Бер кеше өсөн 50 мең һум аҡса күсерелгән осраҡ та бар.
    Пенсия фонды дәүләт менән берлектә тупланған пенсияны алыу йәһәтенән тағы бер аҙым яһарға тәҡдим итә, сөнки үҙ иғәнәләрен индермәгән граждандар (эшләүсе һәм эшләмәүсе), шулай уҡ 31 декабргә йыллыҡ иғәнәһе 2000 һумдан кәмерәк булғандар 2009 йыл өсөн дәүләт ярҙамы ала алмаясаҡ.
    Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса
    бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.
    авторы: admin | 21 ноября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • 218 МЕҢ кешенең пенсияһы
  • Индексация көтөлә
  • ПЕНСИЯНЫ АЛДАН ТҮЛӘЙҘӘР
  • Ур-ра, пенсия арта!
  • 2020 йылда пенсия 25 мең һум булырмы?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru