Алдын аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр, ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Ҡолаҡ һал!
  • ХӘҘИСТӘР
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Балаға дарыу урынына карбофос ҡаҙағандар Яңылыҡтар
    Ете айлыҡ балаға туғандары осраҡлы рәүештә карбофос инъекцияһы эшләгән – ағыу­лы ампуланы уларға күршеһе, Иглин үҙәк район дауаханаһы табип-педиатры биргән булған.
    Тәфтишсе К. Слабов һөйләүенсә, 20 йәшлек ата-әсә, балалары ауырып киткәс, педиатр булып эшләгән күршеләренә мөрәжәғәт итә. Педиатр сабыйға антибиотик ҡаҙарға тәҡдим итә. Аҡсалары булмағас, ата-әсә дарыуҙы табиптың үҙенән һорап ала. Тикшереү һөҙөмтәләре шуны күрһәткән: табип антибиотик инъекцияһы урынына карбофос ампулаһын тоттороп сығарған. Инъекция эшләгәндән һуң 20 минут үткәс, баланың хәле насарайған. Ата-әсә уны район дауаханаһына алып бара. Туғыҙ көндән һуң комалағы бала һәләк була.
    «Ауыр хәл. Был фажиғәлә ҡатнашыусыларҙың береһенә лә еңел түгел. «Һаҡһыҙлыҡ буйынса үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды», – ти К. Слабов.
    Бөжәктәрҙе юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән инсектицидтар киҫкен еҫле була. Балаға инъекция яһаусы, ысынлап та, «дарыу»ҙың әсе еҫле булыуына иғтибар итә, әммә дарыу үҙе шундай еҫкә эйә икән, тип уйлаған.
    Тимур ЛАТИПОВ.

    Ялған диплом менән тотолған

    45 йәшлек Өфө ҡатыны ялған документ менән файҙа­ланған өсөн суд алдына баҫасаҡ.
    Ул юғары белем тураһындағы ялған диплом менән дәүләт структураһында бер йыл эшләргә лә өлгөргән. 2005 йылда әлеге ханым дәүләт учреждениеһына беренсе класлы белгес булып эшкә урынлаша, әммә юғары белеме булмауы арҡаһында юғарыраҡ хеҙмәт баҫҡысына күтәрелеү мөмкинлеге булмай. Вузға уҡырға инеү урынына ул «Юриспруденция» белгеслеге буйынса республика университеттарының береһен тамамлауы тураһындағы дипломдың күсермәһен ике мең һумға ғына һатып ала. Киләһе йылдың февралендә уға әйҙәүсе белгес вазифаһын тәҡдим итәләр.
    – Был ҡатын йыл буйы, осраҡлы рәүештә генә алдаҡ асылғанға тиклем, юғары хеҙмәт хаҡы ала, – ти БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре. – Дәүләт структураһынан ул үҙ теләге менән эштән китеүҙе хуп күрә. Шулай ҙа ялған диплом менән файҙаланғаны өсөн уның ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе бар.

    Йортто еңел «төҙөгән»

    Өфөләге бер шәхси фирма директоры ҙур күләмдә мутлыҡ ҡылыу факты буйынса шик аҫтына алын­ған. Баш ҡаланың Киров районындағы Мечта ҡасабаһында коттедж төҙөтөргә тип заказсыһы биргән аҡсаны шәхси мәнфәғәтендә ҡулланған.
    Бер йыл элек 40 йәшлек эшҡыуар үҙенең бер клиентынан өй төҙөргә тип өс миллион һум аҡса алған. Ваҡыт тигәнең үткән, ә өй тигәндең әҫәре лә булмаған. Теге кеше, аптырап, милицияға мөрәжәғәт иткән. Тикшереү ваҡытында өйҙөң төҙөлөүе, әммә клиент өсөн түгел, ә эшҡыуарҙың үҙе өсөн икәне асыҡлана.
    Был эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Судта эшҡыуарҙың ғәйебе асыҡланһа, уға ун йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы янай.
    Т. АМАНОВ.
    авторы: admin | 15 декабря 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Ауылға эшкә ҡайтып, яңылышманым», – ти йәш т ...
  • Көләмәстәр
  • Йүтәл
  • СИР СИГЕНӘ БАШЛАНЫ
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru