Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • Йондознамэ
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан
    Республикала миҙгел киҙе­үе менән бәйле хәл тотороҡланды, 11 ғинуарға ҡарата эпидемия сиге 20 процентҡа кәмегән. Күҙаллауҙар буйынса, ғинуар аҙағында миҙгел киҙеүенең икенсе тулҡыны көтөлә. Әммә борсолорға урын юҡ, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеү­ҙәренсә, вирусҡа ҡаршы препараттар етерлек кимәлдә тупланған.

    Өфөлә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү өсөн 3,5 мең иҫәпсе талап ителәсәк. Ҡала хакимиәтенең дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Валентин Сот­ниченко хәбәр итеүенсә, мөһим сараға әҙерлек 2008 йылда уҡ башланған, яҡын арала иҫәпселәрҙе һайлап алыу һәм уҡытыу буйынса эш башланасаҡ. Ә инде 2010 йылдың 1 авгусына тиклем иҫәп алыу участкаларының мөдир­ҙәрен билдәләү, 1 сентябргә инструктор-контролер менән иҫәпселәрҙе һайлау эше тамамланырға тейеш.

    19 ғинуарҙа Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы тамашасылар иғтибарына изгелек менән яуызлыҡ, дуҫлыҡ һәм хыянат тураһында «Сыйырсыҡ ығы-зығыһы» спектакленең премьераһын тәҡдим итмәксе. Пьесаның авторы – билдәле драматург Сәрүәр Сурина. Тамаша көнөнә ике тапҡыр күрһәтеләсәк.

    Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында РОСТО (ДОСААФ) республика ойошмаһының сираттан тыш конференцияһы үтте. Унда әлеге ижтимағи ойошма­ дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк ойошмаһы тип үҙгәртелде. Мәғлүм булыуынса, ил кимәлендә бындай үҙгәрештәр 2009 йылдың 17 декабрендә Мәскәүҙә үткән РОСТО (ДОСААФ)-ның сираттан тыш IX съезында башлан­ғайны, конференция аҙағында Башҡортостан ДОСААФ-ының тәүге пленумы үтте, уның барышында 15 кешенән торған эш президиумы ла һайланды.

    Ҡышҡы каникулда Миәкә районының мәғариф идаралығы тәҡдиме менән урындағы сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек сиктәрендә рус теле, математика буйынса курстар ойошторолдо. Райондың иң көслө уҡытыу­сылары үткәргән дәрестәрҙә 150-нән ашыу бала ҡатнашҡан. Шулай уҡ Ҡырғыҙ-Миәкәнең 2-се мәктәбендә иллеләп уҡытыусы информацион коммуникациялар технологияһы бу­йынса белемен камиллаштыр­ҙы.

    Өфө трикотаж фабрикаһы дизайнерҙары «Яҙ – 2010» кейем коллекцияһын әҙерләгән. Әле ул күпләп сығарыу өсөн производствоға ебәрелгән. Яңы коллекция әүҙем тормош алып барған хәрәкәтсән ҡатын-ҡыҙҙарға иҫәпләнгән, төҫтәр гаммаһында ағас ҡайырыһы, зәйтүн емеше, сағыу ирис, рауза, күк, дымлы балсыҡ төҫтәрен күрергә мөмкин.

    Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте ҙур юғалтыу кисер­ҙе. Алтмышынсы йәшендә Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы директоры Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдинов вафат булды. Үҙен инициативалы, тәжрибәле һәм тәрән белемле ойоштороусы итеп танытҡан, оло ихтирам ҡаҙанған шәхес хаҡындағы яҡты иҫтәлек халыҡ хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.

    Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.
    авторы: admin | 14 января 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ниндәй партиялар һайлауҙарҙа ҡатнаша?
  • ДОСААФ йәнә «терелә»
  • Йәштәр ойошмаларының маҡсаттары билдәле
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Әҙерлекле һалдат – иң яҡшы һалдат
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru