Һуңғы ваҡытта башҡорт милли һәм йәштәр ойошмалары етәкселәре, ағзаларын экстремизмда ғәйепләп, улар эшләгән, хатта йәшәгән ерҙә тентеүҙәр ойошторған ФСБ хеҙмәткәрҙәре уғата әүҙемләшеп киткәйне. Айырым кешеләр генә түгел, тотош министрлыҡ, ведомство эшмәкәрлегенән дә йөй эҙләргә маташалар. Тағы ла шуныһы – ФСБ хәҙер туранан-тура үҙе ғәйепләүҙәр таҡмай, ә прокуратура, һалым инспекцияһы кеүек структуралар аша эш итә. Йәнәһе, башҡорт йәмәғәт ойошмалары дәүләттән ҙур аҡса алып, йәшерен эштәр башҡарып ята. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы республикалағы татыулыҡты, үҫеште юҡҡа сығарып, болғаныштар булдырырға тырыша.
Ысынлап та, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә ҡарата башҡорт йәштәре лидерҙары һуңғы осорҙа йыш дәғүә белдерә. «Йәшлек» гәзите лә ошондай саҡта өндәшмәй ҡалыуҙы хупламай. Шуға ла, Башҡорт йәштәре иттифағы белдереүен, мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн автор ҡарамағына ҡалдырып, гәзит битендә баҫыуҙы кәрәк, тип таптыҡ. Беҙ ҙә үҙ еребеҙҙең ысын граждандары һәм республикалағы именлекте, татыулыҡты, Башҡортостандың сәскә атыуын объектив яҡтыртыу – төп бурысыбыҙ.
Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт үҙ-ара татыу йәшәй. Барлыҡ халыҡтарҙың дуҫлығын һаҡлау, мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, хеҙмәттәшлекте үҫтереү бөгөнгө көн бурысы булып тора. Башҡортостанда экстремизм бер ваҡытта ла булманы. Әммә республикаға генерал-майор Палагин килде лә, йыл ярым эсендә бында экстремизм «барлыҡҡа килде». ФИХ-нең (Федераль именлек хеҙмәте) һәр генерал-майоры, әлбиттә, генерал-лейтенант булырға, орден-миҙалдар, премиялар, өҫтәмә финанслау алырға теләй... Шуға өҫтәп, батырлыҡ ҡылғыһы, ниндәйҙер йәшерен эштәрҙе асҡыһы ла килә...
Һуң һиңә ышанып тапшырылған, экстремизм да булмаған республика биләмәһендә нисек итеп миҙал алмаҡ кәрәк?! Тимәк, «шарттар» булдырырға тейешһең!
Башҡорт йәштәре иттифағы үҙенең 20 йыл эшләү дәүерендә дәүләт органдары, хоҡуҡ һаҡлау структуралары менән үҙ-ара мөнәсәбәт булдырыуҙа ҙур тәжрибә тупланы, уларҙың эшмәкәрлеген баһалап, айырым һығымталар яһаны.
Генерал-майор Палагиндың уйлап сығарылған экстремистар менән әүҙем «көрәшеүен» күреп, беҙ уны Рәсәй Федерацияһы үҫеше лә, Башҡортостан Республикаһыныҡы ла һис ҡыҙыҡһындырмай, тигән һығымтаға килдек. Ул бында карьера баҫҡысынан үрләргә, сираттағы йондоҙҙар алырға һәм милли республикала экстремизмға ҡаршы көрәшсе булып танылырға килде. Әгәр республикала бөтәһе лә тәртиптә икән, нисек быға өлгәшмәк кәрәк? Иң ҡурҡынысы шунда: Палагин маҡсатына ирешеү өсөн бер нәмә алдында ла туҡталып тормай, республикала үҙе үк төрлө сыуалыштар тыуҙырмаҡсы була. Ул экстремизм менән көрәшмәй, ә Башҡортостанда уның барлығын күрһәтергә теләй. Ошоға тиклем Палагиндың вазифаһын биләүсе тиҫтәләгән етәксе ни тиклем ҡатмарлы йылдарҙа ла Башҡортостанда экстремизм тапманы, ә ул табасаҡ. Мотлаҡ табасаҡ! Хатта был республикаға тотороҡлоғон һәм үҫешен юғалтыу килтерһә лә. Ҡағиҙә булараҡ, емереү ул төҙөү түгел. Әммә беҙ, бында йәшәүселәр, Палагиндың, иртәме-һуңмы, бынан китеүен иҫәпкә алырға тейешбеҙ.
Үҙенең һөжүм итеү сәбе итеп Палагин милли үҫеште күрһәтеүсе структураларҙы һайлай:
1. Саҡ аяҡҡа баҫып килгән милли баҫмаларҙы;
2. Һәр халыҡтың милли үҫеш нигеҙе булған милли мәҙәниәт усаҡтарын;
3. Беҙҙең халыҡтың киләсәге булған милли мәғарифты;
4. Милли интеллигенцияны (беҙҙең милли үҙаңды йөрөтөүселәр. Әйткәндәй, шундайҙар 1937 йылда тулыһынса тиерлек юҡ ителә);
5. Башҡарма власть органдарындағы милли кадрҙар (министрлыҡтар, ведомстволар, район һәм ҡала хакимиәттәре).Республика ошо структуралары менән көслө, ошо өлкәлә үҙ ҡаҙаныштары менән ғорурлана. Халыҡ та уларҙы емерергә бирмәйәсәк. Палагин да нимә эшләгәнен яҡшы белә.
Башҡорт йәштәре иттифағы махсус хеҙмәттәрҙең башҡорт ойошмалары лидерҙарын эҙәрлекләүенә ҡаршы күп тапҡыр сығыш яһаны. Шул ваҡытта Палагин башҡорт лидерҙары менән шәхсән осрашып, беҙҙең ойошмаларға дәғүәһе юҡлығын белдерҙе. Киреһенсә, ул беҙҙең йәш быуынға тәрбиә биреүҙә ҙур эш башҡарыуыбыҙ, уларҙың ялын ойоштороуға булышлыҡ итеүебеҙ йәштәрҙе һәр төрлө экстремистик ойошмаларҙан ҡурсый тип ышандырҙы. Беҙ бит бер ерҙә – мосолман һәм милли йәштәр араһында эшләйбеҙ. Ә инде ФИХ хеҙмәткәрҙәре менән башҡорт йәштәре ойошмалары араһында килеп тыуған хәлде үҙ кадрҙарының түбән квалификациялы булыуынан тине һәм мәсьәләне яйларға вәғәҙә бирҙе (һөйләшеүҙең аудиояҙмаһы бар). Палагин һүҙендә торманы! Әле көстәр генә алмашынды. Элек башҡорт милли һәм йәштәр ойошмаларына тупаҫ, асыҡ рәүештә РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы аша баҫым яһалһа, хәҙер иһә был БР Прокуратураһы, БР буйынса Эске эштәр министрлығы һәм уның төрлө подразделениелары, БР Прокуратураһының Тикшереү комитеты, һалым инспекциялары һ. б. аша эшләнә. Әммә Палагин ошо структураларҙа республика кешеләре эшләгәнен, уларҙың ысын патриот икәнен онота. Хәҙер уға ҡара эшен башҡарыу еңел түгел.
Һуңғы осорҙа бер үк ваҡытта тиерлек федераль органдар тарафынан Башҡорт дәүләт филармонияһы, Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Мәғариф министрлығында тентеүҙәр ойошторолдо. Ҡайһы бер ведомстволарға ла, республика власына яҡын булған муниципаль берәмек хакимиәттәре башлыҡтарына ла янауҙар булды. Иң асыуҙы ҡабартҡаны – фатирҙарға килеп тентеү яһау! Республика һәм милли баҫмалар вәкилдәренә лә һөжүм башланды: республика, ҡала, район гәзиттәре мөхәррирҙәре, телевидение етәкселеге тупаҫ «эшкәртелә». Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәкселегенең законлы башҡарған эштәренә БР Прокуратураһы уйҙырма ғәйептәр ташлай. Элегерәк «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында ла тентеү булды. Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдары яғынан бындай аҙымдар НКВД заманынан алып булғаны юҡ! Әле бит Сталин заманы түгел. Палагиндың йыл ярым эсендә булдырған ошондай вәхшилегенә иғтибар итмәү мөмкинме һуң? Ялған ғәйептәр нисек кенә уйҙырма һәм мәғәнәһеҙ булмаһын, беҙ үҙ гражданлыҡ хоҡуғыбыҙҙы, милли ҡаҙанышты яҡларға тейеш булабыҙ. Әле ошо структураларҙың нигеҙһеҙ аҙымына протест белдереп, Конституция гаранты булараҡ, БР Президенты исеменә мөрәжәғәттәр яҙҙыҡ. Хәҙер инде үрҙәге инциденттар тирәләй тауыш ҡуптармауҙы, уны тыныс юл менән, үҙ-ара килешеп хәл итеүҙе үтенеүҙәр була башланы. Башҡортостан йәмәғәтселеге закон сиктәрендә үҙ хоҡуғын яҡлау өсөн иң һуңғы сиккә килеп, саралар күрергә тейеш!
БР буйынса ФИХ начальнигы «ҡанаты аҫтында» бер ниндәй язаһыҙ «Уфагубъ» сайты эшләүен дауам итә, «Открытая Уфа» исемле яңыһы асылды. Был сайттарҙың маҡсаты: бөтә башҡортлоҡто дискредитациялау – телен, тарихын, халыҡ ғорурлығы булған символдарын, Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек милли батырҙарын. Уларҙағы бөтә мәҡәләләр, комментарийҙар – беҙҙең милли дәрәжәне кәмһетеү, милли ыҙғыш тыуҙырыу, республика етәкселегенә бысраҡ яғыу.
Беҙ шулай уҡ нәҡ Палагиндың бойороғо буйынса башҡорт милли ойошмалары һәм уларҙың лидерҙары эҙәрлекләнә башлауы менән дә бер ҡасан да килешмәйәсәкбеҙ. Тупаҫ рәүештә ул ойошмаларҙан финанслау сығанаҡтарын таптырыу, йәштәрҙе ҡурҡытыу, студенттарҙы ҡыуыу менән янау, ойошма лидерҙарын бер-береһенә һәм уларҙың барыһын да республика етәкселегенә ҡаршы ҡуйыу бара. Республикала именлекте нығытыу, Башҡортостан үҫешенә булышлыҡ итеү урынына ошо ҡырын эштәр башҡарыла.
Тағы бер факт: РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин Башҡортостанға килер алдынан Палагин уға, республикала тотороҡһоҙ сәйәси хәл һәм экстремизмдың үҫеүе сәбәпле, Башҡортостан Хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәреү урыны була алмай, тигән йөкмәткеле хат яҙа. Был хаттан Палагиндың республикаға ни тиклем ҡаршы тороуы күренә.
Башҡорт йәштәре иттифағы, үрҙә һаналған факттарға бәйле, Палагиндың үҙ вазифаһында ҡалыуы мөмкин түгел, тип иҫәпләй.
Беҙ башҡорт халҡына, интеллигенцияға, ҡатын-ҡыҙҙарға, йәштәргә – быйыл 20 йыллығын билдәләйәсәк республикабыҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кемгә – мөрәжәғәт итәбеҙ һәм беҙҙең талапҡа ҡушылырға саҡырабыҙ. Беҙҙең республика өсөн иң мөһиме – халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡты һаҡлау, иҡтисад, мәғариф, мәҙәниәт, матбуғат үҫешенә булышлыҡ итеү. Беҙ ошоларҙы яҡларға саҡырабыҙ.Башҡорт йәштәре иттифағы етәкселеге, был ойошма ағзалары – Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы патриоты, йәш быуынды ла ошо юҫыҡта тәрбиәләй, тип тағы бер тапҡыр раҫлай. Беҙ бер ваҡытта ла ниндәй ҙә булһа милләткә, Рәсәйҙең конституцион ҡоролошона ҡаршы сығыш яһаманыҡ; беҙ үҙебеҙгә айырым өҫтөнлөк талап итмәйбеҙ; Рәсәй патриоттары булараҡ, беҙ В. Путин Президент булған саҡта нигеҙ һалынған Рәсәй абруйын, халыҡ-ара майҙанда милли ғорурлыҡты күтәреүгә йүнәлтелгән курсты хуплайбыҙ. Әммә беҙ үҙ милләтебеҙгә Аллаһ һәм закон тарафынан бирелгән үҫеш, йәшәү хоҡуғын яҡламай булдыра алмайбыҙ!
Беҙҙең маҡсат – Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы В. Палагинды отставкаға ебәреү. Беҙ, көсөбөҙ һәм ваҡытыбыҙ ни тиклем генә сарыф ителеүгә ҡарамаҫтан, ошо маҡсатыбыҙға барасаҡбыҙ.

РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы ниңәлер тотош башҡорт халҡына яла яҡҡан интернет-сайттарҙы күрмәй ҙә, уларҙың шовинизмын туҡтатырға ла йыйынмай...
(Был хаҡта киләһе һанда уҡығыҙ).