Дәртле дарманын табыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ағыулы ҡаяу балаларға ҡағыла Яңылыҡтар, Ғәләмәт донья, Башҡортостан
    Гәзитебеҙҙең үткән һандарында башҡорт халҡын кәмһеткән, һәр яҡлап мыҫҡылларға тырышҡан «Новости Уфимской губернии» (элекке «Уфагубъ») сайтының «шәп эшмәкәрлеге» тура­һында яҙғайныҡ инде. Һуңғы көндәрҙә, унда «Һылыуҡай» гүзәллек конкурсында ҡатнашыусы ҡыҙҙарға ла яла яғыла. Улай ғына ла түгел, конкурсанткалар­ҙан тупаҫ рәүештә көлөү ярылып ята.
    «Губернасы»лар хатта порнография материалдарын да ҡулланды, тик бер нисә көндән һуң фотоларҙы үҙҙәре үк сайттарынан кире алды (сайт авторҙары быға: «Күп һанлы һорауҙар һәм бер конкурсантканың әсәһенең үтенесе буйынса алдыҡ», – тип аңлатма биргән була. Үҙҙәре уйлап сығарған әшәкелеккә ниндәй булһа ла яуап кәрәк тә инде). Улар, йәнәһе лә, конкурс бына шулай үткәрелә, тип, инде нисәмә йыл уҙғарылып килгән мәҙәни сараға бысраҡ ташламаҡсы булды. Әйткәндәй, фотоларҙың беҙҙең ерлеккә хас түгел икәнлеген ябай күҙ менән дә күреп була ине. Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы Виктор Палагиндың отставкаһын талап итеп ойошторолған пикетта йәштәр символик рәүештә ауыҙҙарын аҡ яулыҡ менән ҡаплап торғайны. Әлеге хәйерһеҙ сайттыҡылар ҙа унда булды һәм һуңынан: «...йәш ҡыҙҙар, йөҙҙәрен күрһәтергә оялғанлыҡтан ҡапланып торҙо», – тип яҙып сыҡты.
    Башҡорт йәштәре иттифағы – «Һылыуҡай» конкурсының төп ойоштороусыларының береһе. Хәҙер килеп ошо ойошманың штаб-квартираһында ФИХ хеҙмәткәрҙәре үткәргән тентеүҙә, баяғы сайтта яҙылыуынса, йәнәһе лә, педофилия йүнәлешендәге видеояҙмалар табыла. Беҙҙең йәш ҡыҙҙар ҡатнашлығында, имеш. Н. Швецов әфәнде хатта БР Прокуроры С. Хуртин, БР буйынса эске эштәр министры И. Алешин, БР Прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү идаралығы начальнигы А. Касьянов исеменә яҙған ғаризаһын сайтҡа ҡуя. Ул, имеш, шундай-шундай фотолар тапҡан, сара күреүҙәрен һорай.
    «Губернасы»лар шәхестәребеҙҙән көлә, республика етәкселеген мыҫҡыллай, туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы кәмһетә, ғөмүмән, «башҡорт» һүҙе генә лә уларҙы сығырынан сығара. Инде һылыуҙарыбыҙға «һөжүм» башланылар. Артабан нимә – әсәйҙәребеҙҙән дә көлөрҙәрме икән? Был оятһыҙлыҡҡа ла етерҙәр. Ахыры, сайт ав­торҙары намыҫ тигәнде бөтөнләй онотҡан. «Уфагубъ»тың башһыҙ бәндәләре, беҙҙең йәштәргә, һылыуҙарыбыҙға, балаларға (комментарийҙарҙа һүҙ 12 – 14 йәшлектәрҙе хурлауға тиклем барып етә) йоғонмағыҙ! Шуны онотмағыҙ: күп ауыҙ бер булһа, бер ауыҙ юҡ була. Һеҙҙең ағыулы ауыҙығыҙға тығын табылыр ул.

    Нургөл БУРАНБАЕВА.
    авторы: admin | 28 февраля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Уфагубъ» сайтының ҡойроғона баҫтылар
  • Ҡабатлана күрмәһен 37-се йыл
  • Яман аяҡ түрҙе бысрата
  • Палагин, төйөнсөгөңдө төйнә ...
  • Аңра ҡарға тамаҡтан ярғансы ҡарҡы ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru