Башланған эш эшләнә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • Май
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштерә ул..
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әбйәлилдәр ал бирмәне, «Йәшлек»кә дәррәү яҙылды Яңылыҡтар, Конкурстар
    2010 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында «Йәшлек» гәзите «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» , «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!», «Бөтә коллектив менән – «Йәшлек»кә!» конкурстары иғлан иткәйне. Күп кенә мәктәптәрҙән хат алдыҡ. Төрлө мәктәптәрҙә гәзиттең һәр һанын уҡып барыусы тоғро дуҫтарыбыҙ булыуына бик шатбыҙ. Конкурсҡа күптән йомғаҡ яһалды, бөгөн иһә уның һөҙөмтәләре һәм редакцияға килгән хаттар менән һеҙҙе лә таныштырып үтмәксебеҙ.

    БИГЕРӘК тә Әбйәлил райо­ны мәктәптәре беҙҙе ҡыуандырҙы. Бер түгел, дүрт мәктәптән хат алдыҡ. Бына дәррәү тиһәң дә, дәррәү әбйәлилдәр!
    Иң тәүгеләрҙән булып гәзитебеҙгә яҙылған Әбйәлил районының Ҡаҙмаш урта мәктәбенең 11-се синыф уҡыусылары «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» һәм 45 кешенән торған мәктәп коллективы «Бөтә коллектив менән – «Йәшлек»кә!» конкурсында еңеүсе тип билдәләнде.
    «Мәктәптә үткән төрлө саралар­ҙың спорт ярыштарының барыһында ла ихлас ҡатнашабыҙ. Әлбиттә, беренселекте бер кемгә лә бирмәйбеҙ һәм бирмәйәсәкбеҙ ҙә. Беҙҙең девиз: «Берәү – бөтәһе өсөн, бөтәһе – берәү өсөн!» Шуға күрә уҡыуҙа ла, тормошта ла бер-беребеҙгә ярҙам итеп, дуҫ-татыу йәшәйбеҙ», – тип яҙа уҡыусылар. «Йәшлек» гәзитенең һәр һанын көтөп алабыҙ, бигерәк тә «Был донъяла ниҙәр бар?» рубрикаһы, «Ғәжәйеп әд-донъя», «Моңдонъя» махсус биттәре, Илдар Ғәбитовтың сканвордтары оҡшай», – ти улар.
    «Тәҙрәмдә сәскә ата
    Аҡ сәскәле гөлдәрем,
    «Йәшлек» аша белеп торам
    Бөтә донъя хәлдәрен.
    Алдарым алдар ата,
    Гөлдәрем гөлдәр ата,
    «Йәшлек»те уҡып
    Һыҙылып таңдар ата.
    Улай итергә кәрәк,
    Былай итергә кәрәк,
    Яратҡан гәзитебеҙгә
    Күпләп яҙылыр кәрәк.
    Аҡ ҡына бейәләй,
    Күк кенә бейәләй,
    «Йәшлек» тигәндәре
    Күңелдәргә эйәләй.
    Тәҙрә аша ем һиптем,
    Күгәрсендәр ашаһын,
    Беҙҙе дәртләндереп торған
    «Йәшлег»ебеҙ йәшәһен!» –
    тип 11-се синыф уҡыусылары Айгүзәл менән Йәнгүзәл Абдул­линалар таҡмаҡ та яҙып ебәргән.
    Мәктәп хеҙмәткәрҙәрен тотош коллектив менән гәзитебеҙгә яҙылыуҙы ойоштороусы математика уҡытыусыһы Зифа Алламорат ҡыҙы Билаловаға айырым рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
    «Беҙ «Йәшлек»кә йыл да яҙылабыҙ, уҡыйбыҙ, дәрестәрҙә ҡулланабыҙ, әңгәмәләр үткәрәбеҙ. Гәзит йөкмәткеһе яғынан да, биҙәлеше буйынса ла бик оҡшай, – тип яҙа ул. – Шунда уҡ йәштәр, үҫмерҙәр өсөн «Бәхәс ҡорам», «Үҙ хоҡуҡтарыңды бел» кеүек уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптарҙан торған рубрикалар булдырылһын ине. Рәсми материалдарҙы әҙерәк күрге килә. Быйылғы йыл – Уҡытыусылар йылы. Ошо уңайҙан грант алған уҡытыусыларҙы, грант алған мәктәптәрҙе күберәк яҡтыртһағыҙ ине», – тип, теләктәрен дә әйтеп үтә. Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙгә мотлаҡ ҡолаҡ һалырбыҙ.
    Ғафури районының Сәйетбаба мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусылары хаҡлы рәүештә икенсе урынды яуланы. Афарин! Һай өлгөрҙәр ҙә инде. 10-сы синыфта бөтәһе 24 уҡыусы белем ала икән: 12 ҡыҙ, 12 егет. «Мәктәбебеҙҙә «Ж. Ке­йек­баев уҡыуҙары» I ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелде. М. Кә­римдең тыуыуына 90 йыл тулыу­ға арналған әҙәби-музыкаль кисә, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса китап уҡыусылар конференцияһы ла бик йәнле үтте. Мәктәп, район, республика күләмендә үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Физика, математика, рус әҙәбиәте, инглиз теле, хеҙмәт, биология фәндәренән район олимпиадаһында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек.
    Синыфыбыҙ спорт буйынса ла һынатмай. Волейбол, баскетбол, көрәш ярыштарында егеттәребеҙ призлы урындар яулай. Быларҙың барыһының нигеҙендә синыф етәксебеҙ, Башҡортостандың атҡаҙан­ған уҡытыусыһы Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы Заһиҙуллинаның тырышлығы ята», – тип яҙа беҙгә унынсылар. Гәзитебеҙгә иң тәүгеләрҙән булып яҙылып, улар тағы бер тапҡыр үҙҙәренең берҙәмлеген һәм уңғанлығын күрһәтте. Афарин!
    Икенсе урынға шулай уҡ Байым урта мәктәбенең 10-сы «А» һәм «Б» синыфтары уҡыусылары лайыҡ булды. Редакцияға килгән хаттан күренеүенсә, был синыфтарҙа «дүрт» һәм «бишле»гә өлгәшкән, спорт һөйгән, мәктәп, район олимпиадаларында, конкурстарында, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан уҡыу­сылар уҡый. Мәҫәлән, Ләйсән Нафиҡова, Айгөл Ғатауллина, Гүзәлиә Хәлилова 9-сы синыфты тик «бишле»гә генә тамамлаған. Денис Зәйтүнов өлгөлө тәртибе, республика спорт ярыштарындағы уңыштары өсөн «Орленок» Бөтә Рәсәй пионерҙар лагерына путевка менән бүләкләнгән. Айгөл Ғатауллина, Юлиә Заһретдинова, Гөлназ Әлимғужи­наларҙың уҡыусыларҙың район олимпиадаларында, конкурстарҙа өлгәшкән уңыштары бихисап. Илзиә Йәнһарина менән Айгөл Йомағолованың шиғырҙары «Аманат» журналында, «Осҡон» гәзитендә донъя күреп тора. «Йәшлек» гәзитенә бергәләп яҙылыуҙары ике синыфтың үҙ-ара ла дуҫ һәм татыу булыуын күрһәтә.
    Конкурс Әбйәлил районының Яңы Балапан мәктәбенән дә тоғро дуҫтарыбыҙҙы табырға ярҙам итте. Мәктәптең 10-сы һәм 11-се синыф уҡыусыларына ҡушылып, уҡытыу­сылар һәм дә мәктәп хеҙмәткәр­ҙәре киләһе ярты йыллыҡҡа «Йәшлек» гәзитенә яҙылған. Барлығы 59 кеше гәзитебеҙҙе алдырып уҡыясаҡ.
    «Йәшлек» гәзите – элек-электән тоғро дуҫыбыҙ, кәңәшсебеҙ, ауыр саҡтарҙа таянысыбыҙ. Уның һәр рубрикаһын, конкурсын ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барабыҙ. 2004 йылда беҙ, ошо конкурста ҡатнашып, коллектив менән беренсе урынды, ә 11-се синыфтар икенсе урынды яулағайныҡ. Әле лә бәхетебеҙҙе һынап ҡарарға булдыҡ.
    Яратҡан гәзитебеҙҙән йәшлек көсө, йәшлек сослоғо, шаянлығы бөркөлөп тора. Киләсәктә лә «Йәшлек», уҡыусыларын ҡыуандырып, ауыр саҡта таяныс булып, Башҡортостандың күп милләтле халҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт итһен», – тип яҙа Әбйәлил районының Яңы Балапан урта мәктәбенән 10-сы һәм 11-се синыф уҡыусылары.
    Учалы районының Комсомольск урта мәктәбенең 11-се синыф уҡыу­сылары үҙҙәренең бөтә синыф менән «Йәшлек»кә яҙылыу сәбәбен былай тип аңлата: «Дәрес һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Зөлфиә Фазылова «Йәшлек»тән ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләп күҙҙе ҡыҙҙыра, икенсенән, үҙ аллы фекер йөрөтөүсе, ҡыйыу һәм аҡыллы, телен, илен яратҡан башҡорт егет-ҡыҙҙары булып үҫеү өсөн «Йәшлек»һеҙ йәшәү мөмкин түгелдер, өсөнсөнән, гәзиттә баҫылған материалдар буйынса бергәләп фекер алышыу ҡыҙығыраҡ та, дүртенсенән, Өфө ҡалаһына күмәкләп сәйәхәткә барыу теләге лә көслө беҙҙә».
    Шулай итеп, Әбйәлил районының Яңы Балапан, Буранғол, Учалы районының Комсомольск мәктәптәренең 10-сы һәм 11-се синыф уҡыусылары «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» конкурсында өсөнсө урынды бүлеште.
    «Бөтә коллектив менән – «Йәшлек»кә!» конкурсында иһә икенсе урынға –Яңы Балапан мәктәбе коллективы, өсөнсө урынға Буранғол урта мәктәбе коллективы лайыҡ булды.
    Еңеүселәребеҙҙең барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм үҙҙәре хаҡында шундай йөкмәткеле хаттар яҙып ебәргәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ә вәғәҙә ителгән бүләктәр тиҙ арала үҙ хужаларына барып етер.

    Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
    авторы: admin | 6 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бөтә синыф менән, бөтә мәктәп мен ...
  • «БЫЛ БАҪМАЛА БӨТӘҺЕ ЛӘ БАР!»
  • Мәктәп йөҙө – туғыҙынсылар
  • Улар «Йәшлек» менән йәнәш атлай
  • Рәхмәт һеҙгә, тоғро дуҫтарыбы ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru