Ҡалған эшкә ҡар яуа.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡарбуз күп!
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Ғәфү итеүгә тәүге аҙым
  • Хәҙистәр
  • Көлә-көлә «Һәнәк» килә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Оло маҡсаттар билдәләп Яңылыҡтар
    Республикала III Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайына әҙерлек дауам итә. Бөгөн башҡорттар йәшәгән бөтә ҡала һәм райондар­ҙа, башҡа төбәктәрҙә халыҡ-ара кимәлдәге оло йыйынға әҙерлек сиктәрендә күп йүнәлешле эшмәкәрлек йәйелдерелгән. Урындағы ҡоролтайҙар, предприятие һәм ойошмалар сараны юғары кимәлдә үткәреүгә ҙур бурыс тип ҡарай. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан раҫланған графикка ярашлы, март һәм апрель айҙарында республика район һәм ҡалаларында ҡоролтайҙар үтә, улар­ҙа төп сараға делегаттар һайлана. Марттың тәүге аҙнаһында Әбйәлил, Баҡалы, Борай һәм Хәйбулла райондарында, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында мөһим саралар үтте лә инде.
    Әбйәлил районында үткән йыйындың көн тәртибенә урындағы ҡоролтай башҡарма комитетының эше тураһындағы отчеты һәм оло форумға делегаттар һайлау мәсьәләһе сығарылды. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе М. Рәжәповтың сығышынан һәм фекер алышыуҙарҙан һуң резолюция ҡабул ителгән. Икенсе көн тәртибе буйынса III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әбйәлилдәр ун һигеҙ кешенән торған делегация һайлаған. Һәр сығыш, сараның Башҡортостан өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләп, райондағы ыңғай миҫалдарҙы башҡа төбәктәр менән уртаҡлашыуҙы бурыс итеп ҡуйған, әҙерләнәсәк программаға тотош милләтте борсоған глобаль проблемаларҙы индереүҙе, ҡоролтайға яҡшы һөҙөмтәләр менән барыу ниәтен билдәләгән.
    Борайҙа үткән район башҡорттарының һигеҙенсе ҡоролтайында ла Бөтә донъя башҡорттарының икенсе ҡоролтайынан бөгөнгө көнгә тиклемге эшмәкәрлегенә байҡау яһалды, делегаттар һайланды. Райондан хәбәр итеүҙәренсә, положениеға ярашлы, өсөнсө ҡоролтайға борайҙар делегаттарҙың утыҙ проценты самаһын йәштәр араһынан һайлауға өҫтөнлөк биргән. Йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығы Б. Нурисламов менән урындағы башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Ф. Нуриев доклад менән сығыш яһаған. Ҡоролтай эшендә БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары З. Насиров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты , Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы ректоры С. Усманов ҡатнашҡан. Сарала район ҡоролтайының бер төркөм активисына Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылған.
    Делегаттар һайлау Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә башланды. Кисә Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында ла ҡоролтай үтте. Ҡатнашыусылар башҡорт мәҙәниәте, теле, халҡы яҙмышы тураһында фекер алышты. Силәбеләр милләтте бергә туплаған оло йыйынды ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Ҡоролтайҙы рухи көс биргән, барыбыҙҙы бергә туплаған сара тип билдәләй.

    Р. КҮСЕМХАНОВА.
    авторы: admin | 6 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Әҙерлек ҡыҙа
  • Оло ҡорҙа әйтер һүҙең булһы ...
  • Әҙерлек сиктәрендә
  • Һеҙҙә ҡасан үтәсәк?
  • Ҡоролтай, үткән йылды йомғаҡлап, яңы ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru