Кеше үлгәндә лә: <Өс көнлөк эшем ҡалды>, тип әйтер, ти.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Мосолман ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Аллаhы Тәғәлә бойороҡтары
  • Күсәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар
    Йомғаҡлау тиһәң дә була
    Кисә РФ Президенты Владимир Путин Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ил иҡтисадының 2020 йылға тиклем нисек үҫәсәген билдәләне.
    Аныҡ иҡтисади программаны 15 февралдә Дмитрий Медведев иғлан итәсәк.
    Субъекттар етәкселәре, депутаттар, сенаторҙар, партиялар лидерҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре – йәмғеһе 750 самаһы кеше йыйылған сара йыл һайын үтә һәм Федераль Йыйылыш алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауҙы хәтерләтә. Майҙағы инаугурациянан һуң Федераль Йыйылышҡа яңы Президент мөрәжәғәт итәсәк.
    Президент Рәсәйҙең иҡтисади үҫеше концепцияһын бер аҙ аса бирҙе, шәхесте камил үҫтереү шарттарын булдырыу кәрәклегенә баҫым яһаны. Дөйөмләштереп яһалған сығыштың төп фекере – «кеше капиталы»на өҫтөнлөк биреү кәрәклеге.

    Сама белмәҫ илгә ярармы?
    1 июлдән водителдәргә бер аҙ «төшөргән» килеш йөрөргә рөхсәт итмәкселәр.
    «Был норма Европа дәүләттәренең күбеһендә бар, уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. Норманы беҙҙә лә индерергә ваҡыттыр», – ти ЮХХДИ етәкселеге вәкилдәре. Ә бына наркотик һәм психотроп матдәләр ниндәй генә миҡдарҙа табылһа ла, шулай уҡ ҡандағы алкоголь норманан артып китһә, водитель «право»һыҙ ҡаласаҡ, суд хөкөмөнә эләгәсәк.
    Шулай итеп, водителдәргә ҡанында 0,3 промилле алкоголь менән руль артына ултырырға рөхсәт итәсәктәр. Был миҡдар яҡынса бер бокал һыра, 100 грамм ҡоро шарап йәки 30 грамм араҡыға тиң. Әлбиттә, бында организмдың шәхси үҙенсәлектәре мөһим. Тик һорау тыуа: сама белмәй эсеүсе Рәсәй халҡы 0,3 промилле менән генә сикләнерлекме һуң?!
    Әйткәндәй, Юл хәрәкәте тураһында Европа конвенцияһына ярашлы (Рәсәй уға яңыраҡ ҡул ҡуйған), ҡанда 0,8 промилле алкоголь булыуы мөмкин. Германиялағы сик – 0,5, Төркиә менән Чехияныҡы – 0 промилле.

    Уйламай әйткән – ауырымай үлгән
    Илдә тәфтишселәрҙең хоҡуҡтары арттырыла.
    Енәйәти-процессуаль кодексҡа индерергә тәҡдим ителгән үҙгәрештәр Тәфтиш комитетының вәкәләттәрен киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
    Мәҫәлән, хәҙер тәфтиш эшен енәйәт эшен асыуға тиклем үк асырға мөмкин буласаҡ. Кисектергеһеҙ осраҡтарҙа тәфтишселәргә һорау алыуҙы йәки мәйеттең эксгумацияһын енәйәт эше тураһындағы ҡарарҙы көтмәйенсә башларға ярай. «Был яңылыҡ тәүге мәлдә биргән аңлатмаларҙың ролен ныҡ арттыра. Ә бит кеше ҡурҡышынан күп нәмәлә яңылыша», – тип хафалана белгестәр.
    Шулай уҡ яңы үҙгәрештәр тәфтиш органы етәксеһенә енәйәт эштәре материалдарын ғына түгел, енәйәт тураһындағы мәғлүмәтте асыҡлау материалдарын да тикшереү хоҡуғы бирә. Документ һайлау комиссияһы, референдумдар үткәреү комиссиялары ағзаларына ҡаршы эш асыу хоҡуғы ла буласаҡ.

    «Тәгәрмәсле» енәйәттәргә ҡаршы
    Милиция тимер юлдарын, граждандар авиацияһы һәм һыу транспортын етди контролгә ала.
    Енәйәтсе халҡының бар төрө – ваҡ ҡараҡтарҙан алып ҙур «ағай»ҙарға тиклем – поезд, самолет һәм теплоход кеүек транспорт сараларын бик «ярата». Бөтөн ил буйынса енәйәтселек йылына 7 процентҡа кәмей барғанда, транспортта ул, киреһенсә, 4 процентҡа артҡан. Һәр алты енәйәттең береһе юлда ҡылына. Ҡорал, наркотик, урман, аҫылташтар, нефть, металл, газ, төҙөлөш материалдары – барыһына ла юлда «айыу майы һөртәләр».
    Ошо арала РФ Эске эштәр министрлығы етәкселеге юл енәйәтселәренә ҡаршы яңы саралар әҙерләгән. Транспорт милицияһының барлыҡ бүлексәләре һан, техника яғынан көсәйтелгән, вокзал, аэропорт һәм порттар тәүлек әйләнәһенә күҙәтелә. Электричкалар һәм алыҫ араға йөрөүсе поездар видеокамералар һәм милиция менән тура элемтә, башҡа электрон саралар менән йыһазландырыласаҡ.
    Г. БАЙҒОТЛИНА әҙерләне.
    авторы: админ | 9 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күсәр
  • Эскелек һәм СМС хәбәрҙәр
  • 0,3 ПРОМИЛЛЕ. РӨХСӘТМЕ? ТЫЙЫУМЫ?
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсь ...
  • Ике мөҙәткә йомғаҡ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru