Кешенең ниндәйлеге төҫтә түгел, эштә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Йондоҙнамә
  • Күсәр
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Грузия һуғыш көҫәй Яңылыҡтар
    Грузия һуғыш көҫәйҮТКӘН аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғаларының береһе булып Рәсәйҙең Грузияға ҡаршы “һуғыш башлауы “ торғандыр. Эйе, һуғыш. Сөнки 13 мартта Грузияның “Имеди” телеканалы алдан планлаштырылған телетапшы­рыуҙы кинәт кенә өҙөп, “ғәҙәттән тыш хәлдәр “гә күсә һәм Рәсәйҙең Грузияға ҡаршы һуғыш асыуын иғлан итә. Телеэкрандарҙа Рәсәй Ҡораллы Көстәре танк батальонының ябырылып килеүе күрһәтелә. Бер үк ваҡытта тапшырыуҙы алып барыусы Рәсәй хәрбиҙәренең инде Тбилисиға яҡынлап килеүе хаҡында һөрән һала. Бер аҙҙан ил Президенты Михаил Саакашвилиҙың үлтерелеүен хәбәр итә, ил менән етәкселек итеүҙе оппозиция вәкиле Нона Буржанадзе үҙ ҡулына алды, тип бар халыҡты шаҡ ҡатыра.
    Ярты сәғәткә яҡын барған был тапшырыуҙың аҙағында ғына: ”Был – имитация, йәғни булыуы ихтимал хәл“, – тигән аңлатма бирелә. Грузияла был тапшырыуҙы ҡараусылар араһында “Тиҙ ярҙам”ға мөрәжәғәт итеүселәр кинәт артҡан , бик күп кеше инфаркт кисергән, тиҙәр. Шулай булмай ни, илеңә ҡаршы һуғыш асһындар ҙа, үлтереш-ҡыйралышҡа битараф ҡалып буламы ни? Ә бына был спектаклдең сценарийын яҙыусылар, ролдәрен башҡарыусылар нимә уйланы икән? “Һуғыш“ һүҙе аша халыҡтың иң нескә тойғоларында уйнау уларға бер ни тормай, күрәһең. Грузия халҡының күңелендә Рәсәйҙе агрессив, баҫып алыусы ил итеп күрһәтергә ынтылыу ил етәксеһе Михаил Саакашвилиҙың үҙенән килеүе билдәле. Был тапшырыуҙы күрһәтеүҙе ойоштороусы ла ул, тип баралар. Ошо хәл айҡанлы Грузияның Лейборист партияһы етәксеһе Шалва Нателашвили, БМО-ның Хәүефһеҙлек Советын саҡырып, махсус прокурор тикшереүе үткәреүҙәрен һорап, мөрәжәғәт менән сығыш яһай. Уның белдереүенсә, был енәйәткә тиң хәл-ваҡиға һәм уны бойомға ашырыусылар Халыҡ-ара трибунал аша язаһын алырға тейеш. Дөрөҫ әйтә: ялған информацион бомба “шартлатыу” енәйәткә тиң. Журналистарҙың “бай фантазияһы” аша Грузия халҡы араһында паника тыуҙырыла. Сөнки унда ысын һуғышты кино, телеэкрандар аша ғына күреп белмәйҙәр. 2008 йылда Грузия ғәскәрҙәре Көньяҡ Осетия менән Абхазияға бәреп ингәйне. Тап шул осорҙа бер кем тарафынан да танылмаған был ике илгә Рәсәй хәрбиҙәре ярҙамға килде. Байтаҡ ҡан ҡойолдо. Әле шул ваҡытта уҡ, һуғышты Рәсәй хәрбиҙәре башланы, тип нарыҡлағайнылар. Әммә һуңынан шул асыҡланды: һуғышты Украина хәрби көстәре ярҙамында грузиндар башлаған булып сыҡты. Һуңынан инде Көньяҡ Осетия менән Абхазиянан Грузия ғәскәрҙәре сығарылғас, Рәсәй был ике илдең бойондороҡһоҙ булыуын таныны. Тик әлегә был мәсьәләгә ҡарата Евросоюз илдәре үҙ һүҙен әйтергә ашыҡмай. Грузиялағы “һуғыш” башланыу­ға килгәндә инде, быны һис икеләнеүһеҙ М. Саакашвилиҙың эше тип ҡарарға кәрәктер. Сөнки уның үҙенең ризалығынан тыш бар халыҡҡа “үлеүе”н иғлан итеү мөмкин булмаҫ ине. Икенсе яҡтан ҡарағанда, уның был ҡылығын, һыуға батып барғанда һаламға булһа ла йәбешеп ҡалырға маташыу тип ҡарарға кәрәктер. Көнбайыштың һәм АҠШ-тың йоғонтоһо, туранан-тура ҡатнашлығында “ал”, “һары” революциялар аша влас­ҡа килеүселәрҙең көнө бөтә барыуын һиҙә Саакашвили. Ана бит, Рәсәйгә ҡаршы элекке союздашы булған Украинала хәл-ваҡиға нисек кинәт кенә үҙгәрҙе. Башта оппозиция вәкиле Виктор Янукович, икенсе турҙа Юлия Тимошенконы еңеп, Президент итеп һайланғайны. Унан инде Ю. Тимошенко Хөкүмәте отставкаға ебәрелде. Үткән аҙнала иһә Юғары Радала яңы коалиция булдырылып, яңы Хөкүмәт рәйесе – Премьер-министр һайланды.
    Украинала Виктор Янукович һәм уның яҡлыларҙың власҡа килеүен Рәсәйҙә “ура” ҡысҡырып ҡаршы алдылар. Ни тиһәң дә, Көнбайыш һәм АҠШ ҡурайына ғына бейегән Виктор Ющенко менән Юлия Тимошенко Рәсәй өсөн уңайһыҙ партнер ине. Улар етәкселегендә күрше илдең НАТО-ға инергә ынтылыуы ла рәсми Мәскәүҙең һарыуын ҡайнатты. Шуға ла Рәсәй яғы, һайлауҙарҙа В. Януковичҡа теләктәшлек белдереп, уның үҙенән дә күпте өмөт ит­кәйне. Әммә ул үҙенең тәүге ҡы­лығы менән үк рәсәйҙәрҙең өмөтөн аҡламаны. Президент булып һайланғас, тәүге рәсми визиты Мәскәүгә булыр, тип көткәйнеләр, ә ул Брюсселгә – Евросоюзға юл­ланды. Был ҡылығын, Рәсәйгә ҡарата хыянат, тип ҡабул итеүселәр ҙә булды. Көнбайыш Укра­инаның күптән инде Европа илдәренә тартылыуын иҫәпкә алғанда, Яну­ковичты аңларға бу­лалыр. Уның илде көнбайышҡа һәм көнсығышҡа бүлеп ҡарауҙы туҡтатырға иҫәбе бар, буғай.
    Грецияла иҡтисади көрсөк илдең төп предприятиеларын, банк системаһын банкротка төшөргән. Һуңғы аҙнала евро курсының түбән тәгәрәүе лә илдәге хәл-ваҡиғаларға бәйле. Греция Евросоюз илдәренең, бигерәк тә Германияның финанс ярҙамына өмөт итә. Германия канцлеры Ангела Меркель иһә көрсөккә батҡан илгә сығымдар бүлергә ашыҡмай. Ә унда нисәмә көн инде халыҡ забастовкала. Улар һалым­дарҙы арттырмауҙы, льготаларҙы бөтөрмәүҙе, эш хаҡын ваҡытында биреүҙе талап итә.
    Үткән аҙнаның тағы ла бер мөһим ваҡиғаһы булып Владимир Путиндың Һиндостанға рәсми визиты торғандыр. Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа Һиндостан иҡтисады, Ҡытай менән бер рәттән, бик йылдам үҫешә. Әлбиттә, Рәсәйҙең йылдам үҫешеүсе көнсығыш илдәр – Ҡытай, Һиндостан менән бәйләнеште нығыта барыуы Европа илдәренә лә, АҠШ-ҡа ла оҡшап етмәй. Ни хәл итәһең, ер шарында “бөйөк держава“ титулына дәғүә итеүселәр барлыҡҡа килә башланы. Иртәме, һуңмы, АҠШ быны танырға мәжбүр буласаҡ.
    Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
    авторы: admin | 20 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Донъя яңылыҡтары
  • Янылыктар
  • Янылыктар
  • Янылыктар
  • Ул «еңде», тик халҡы риза түгел
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru