Иренгән эш һөймәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар
    Суверенитетты ҡаршылап
    Сербия халҡы Косовола иғлан ителгән үҙаллылыҡҡа манифестациялар менән яуап биргән.
    Барыһы ла кискеһен митингыла ҡатнашыусыларҙың Америка һәм Словения вәкиллектәренә таш бәргәндән һуң башлана. Уларҙан һуң ресторандарға һәм ҡиммәтле магазиндарға сират етә. Ваҡиғаны контролгә алыу өсөн полиция һуңғы сиккә барып, йәш ағыҙа торған газ ҡуллана. Бәрелештәр һөҙөмтәһендә ике яҡтан да 30-ҙан ашыу кеше зыян күргән.
    Шул уҡ ваҡытта Косовоның суверенитет алыуын албандар дөрөҫ тип баһалаған һәм ошо уңайҙан ҙур байрам ойошторған.

    Алжир Рәсәй техникаһынан баш тарта
    Беренсе тапҡыр Рәсәй менән хәрби хеҙмәттәшлек тарихында сит ил заказсыһы һатып алынған техниканы кире ҡайтара: уҙған аҙнала Алжирға 2006 – 2007 йылдарҙа бирелгән 15 МиГ самолетын кире ҡайтарыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.
    Самолеттар 2007 йылдың мартынан 2008 йылдың февраленә тиклем тапшырылырға тейеш була. Әммә былтыр майҙа Алжир уларҙы ҡабул итеүҙән баш тарта һәм алынғандарын кире ҡайтарыуҙы юллай.
    Эксперттар Алжирҙың дәғүәләрен Рәсәй самолеттарының сифаты менән түгел, ә был илдәге эске сәйәси мөхит һәм ике ил мөнәсәбәтендәге башҡа проблемалар менән бәйләй. Самолеттар алдағы айҙарҙа кире ҡайтарыласаҡ, әммә әлегә контрактты тулыһынса өҙөү тураһында һүҙ бармай. Улар урынына МиГ-29М2 һәм МиГ-35 самолеттары йәиһә башҡа хәрби техника тәҡдим ителәсәк.

    Ветерандарға социаль ярҙам
    Мурманск өлкәһе ветерандарына 2008 – 2010 йылдарҙа 8 млн һумлыҡ социаль ярҙам күрһәтеләсәк.
    Был аҡса «Өлкән быуын» маҡсатлы программаһы сиктәрендә ветерандарҙың социаль-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға, йәғни йорттарының башын ябыу һәм башҡа төҙөкләндереү эштәренә йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, Мурманск ветерандарына һәм уларҙың тол ҡалған ҡатындарына Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм Еңеү көнө айҡанлы аҡсалата ярҙам да күрһәтеләсәк.

    Йәйгә тиклем? Йә, Хоҙай...
    Киҙеү эпидемияһы артыҡ киҫкен булмаясаҡ, әммә оҙаҡҡа һуҙыласаҡ, тип баһалай Рәсәй медиктары.
    Шуға күрә кемдәр прививка эшләтеп өлгөрмәгән, әле һуң түгел. Сөнки ул һалҡын тейеүҙән һаҡламаһа ла, гриптан һуң өҙлөгөүҙән һаҡлай. Шулай уҡ күберәк витаминдар, йәшелсә-емеш ашарға кәрәк. Ә инде ауырыуҙың тәүге билдәләре беленә башлағас та вирусҡа ҡаршы дарыуҙар ашарға онотмағыҙ, тип кәңәш бирә табиптар.

    Халыҡ артисын һуңғы юлға оҙаттылар
    Кисә Мәскәү Рәсәйҙең халыҡ артисы Борис Хмельницкий менән хушлашты.
    Рәсәйҙәрҙең яратҡан артисы 16 февралдә 68-се йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булды. Ул 1940 йылдың 26 июнендә Приморье крайының Уссурийск ҡалаһында тыуған. 1961 йылда – Львов музыка училищеһын, 1966 йылда Щукин исемендәге театр училищеһын тамамлаған. 1964 йылдан Таганкалағы Драма һәм комедия театрында эшләй, 1966 йылдан киноға төшә башлай. Беренсе роле – «Кто вернется – долюбит» фильмында шағир-һалдат.

    С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
    авторы: админ | 19 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ишембай ҡалаһы
  • Март. Буранай
  • Ауырыуҙар урап үтһен тиһәң…
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru