Йүнһеҙ менән ағас ҡырҡма - өҫтөңә ауҙарыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эскелек ҡорбандары арта
  • Ураҙа байрамы менән!
  • Атың булһа, ил таный
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Индексация көтөлә Яңылыҡтар
    Пенсия системаһына индерелгән валоризацияның маҡсатын пенсионерҙарыбыҙ аңланы булһа кәрәк. Хәйер, был мәсьәлә буйынса Пенсия фонды белгестәренә һорауҙар кәмеүе шуны раҫлай.
    Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров, ведомствоның беренсе ярты йыллыҡтағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, валоризацияның пенсия системаһындағы мөһим ваҡиға булыуын билдәләне. Был йүнәлеш буйынса республиканың 946 мең кешеһенә пенсия түләүҙәре арттырылған.
    Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республика пенсионерҙары 1991 йылға тиклем хеҙмәт стажының һәр йылы өсөн пенсияның страховка өлөшөнөң 1 проценты күләмендә өҫтәмә түләү алыу хоҡуғына эйә. 1991 йылдан 2002 йылға тиклем хеҙмәт стажы булғандар, нисә йыл эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, өҫтәмә рәүештә тағы 10 процент ала.
    Фоат Хантимеров һөйләүенсә, валоризация буйынса өҫтәмә түләү бер пенсионерға уртаса 964 һум тәшкил итте. Һәр аныҡ осраҡ нигеҙендә өҫтәмә түләү күләме граждандың 2002 йылдың 1 ғинуарына ҡарата пенсияһының страховка өлөшө күләменә бәйле. Ә өҫтәмә түләү проценттары тап ошо сумманан иҫәпләп сығарыла ла инде.
    Бынан тыш, 1 ғинуарҙан пенсиялары йәшәү минимумынан кәмерәк булған пенсионерҙарға Пенсия фонды социаль түләүҙәр бирә башлағайны. Республикала йәшәү минимумы 3939 һум күләмендә билдәләнгән.
    Пенсия йәнә бер 1 апрелдән арттырылғайны. Һөҙөмтәлә хеҙмәт пенсияһы 6,3 процентҡа күтәрелде. Хәҙер уның уртаса күләме республикала 7313 һум тәшкил итә, ә ҡартлыҡ буйынса пенсия – 7616 һум. Әле Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 15 мең һум. Тимәк, республикала пенсия хеҙмәт хаҡының 40 проценты cамаһын тәшкил итә, тигән һүҙ.
    Пенсия фонды белгестәре Башҡортостанда пенсияһына социаль өҫтәмә алыусы пенсионерҙар һаны кәмеүен билдәләй. Әйтәйек, быйыл өс айҙа ғына был һан 97 мең кешенән 79 меңгә тиклем аҙайған. Был яҡшы күрһәткес, сөнки ул пенсия түләүҙәренең һиҙелерлек артыуы тураһында һөйләй.
    Һөйләшеү һуңында РФ Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһе етәксеһе яҡын арала пенсионерҙарҙы тағы бер индексация көтөүе хаҡында хәбәр итте. Уға ярашлы, 1 июлдән дәүләт пенсияһы күләме 3,5 процентҡа артасаҡ.
    Р. ИШБИРҘИНА.
    авторы: Нур | 29 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • 218 МЕҢ кешенең пенсияһы
  • ПЕНСИЯНЫ АЛДАН ТҮЛӘЙҘӘР
  • Ур-ра, пенсия арта!
  • Хеҙмәт пенсияһы артасаҡ
  • ХАҠЛЫ ЯЛҒА УРТАСА 60 ЙӘШТӘН СЫҒАЛАР
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru