Боҙға быҙаулама.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Енәйәт һәм яза
  • Ҡайһыбыҙ иренмәй, ҡайһыбыҙ....
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Байрам менән!
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Республика балаларының һаулығын һаҡлау өсөн 1 млрд һум аҡса бүленәсәк Яңылыҡтар
    Республика балалар клиник дауаханаһында йыл һайын 18 меңдән ашыу бала дауалана. Шул уҡ ваҡытта быйыл йыл башына медицина ҡорамалдарының туҙыуы 78 процент тәшкил итә. Ә был юғары технология операцияларын үткәреү мөмкинлеген кәметә. Шунлыҡтан Хөкүмәт тарафынан әле оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләп әҙерләнә башлаған «Республика балалар клиник дауаханаһы» дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының матди-техник базаһын нығытыу» комплекслы программаһы был хәлде төҙәтергә тейеш. Бының өсөн дүрт йыл эсендә учреждениеға яҡынса бер миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Программаның маҡсаты – 2014 йылға яңы тыуған сабыйҙар үлеме кимәлен 2009 йыл менән сағыштырғанда – 3, балалар үлеме кимәлен 1,5 процентҡа кәметеү.
    – Балалар ғүмере һәм һаулығы тураһында хәстәрлек күреү республика етәкселеге сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше, – тине учреждениеның медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Р. Сарбаев.
    Аҡса иң тәүҙә нейрохирургия һәм эндоскопия бүлексәләренә, яңы тыуған балаларҙы реанимациялау бүлексәһенә юғары технологиялы ҡорамалдар һатып алыуға, учреждение бинаһын реконструкциялауға тотоноласаҡ.
    Табиптар церебраль фалиж (ДЦП) сиренән яфаланғандарға нейростимулятор ҡуйыу буйынса яңы операциялар эшләүҙе үҙләштерәсәктәрен әйтте. Әлеге көндә 200 бала был операцияға мохтажлыҡ кисерә. Быйыл шулай уҡ рентгенодиагностика, эндоскопия ҡорамалдарын һатып алырға ниәтләнелә. Анестезиология һәм яңы тыуған сабыйҙарҙы реанимациялау бүлексәләрендә етлекмәй тыуған балаларҙы нисек тәрбиәләүҙәре, бындай балаларҙың сәләмәт, ныҡлы булып үҫеү мөмкинлектәре булыуы тураһында бәйән итте аҡ халатлылар.
    Республиканың дауалау-профилактик учреждениеларынан ошо клиниканың махсус бүлексәләренә күсереүгә мохтаж балалар (53,9 процент) әле йәшәгән урындары буйынса урынлашҡан дауаханаларҙа медицина ярҙамы ала. Муниципаль һәм ҡала кимәлендәге дауалау-профилактика учреждениеларында ҡалдырылған сабыйҙарҙың үлем кимәле был клиник дауаханаға килтерелгәндәргә ҡарағанда ике тапҡырға юғарыраҡ.
    Яңы программа бүлексәлә тағы ла 12 реанимациялау урынын булдырыу форсатын бирәсәк. Бынан тыш, яңы тыуған балалар патологияһы бүлексәһендә урындар 50-гә тиклем арттырыласаҡ.
    Р. ЙӘНСУРИНА.
    авторы: Нур | 24 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Дауалау өсөн шарттар тыуҙырыла
  • Йәш быуындың сәләмәтлеген нығытыу } ...
  • Ҡатмарлы операциялар ҙа уңышлы эшләнә
  • Өфөлә яңы үҙәк асылды
  • Балалар сәләмәтлеге һағында
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru