Изге эштә ашығыу хәйерле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • Йондоҙнамә
  • Хорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар
    Саммит имен үтерме?
    Билдәле булыуынса, кисә Канаданың Хантсвилл ҡалаһында «Ҙур һигеҙ» саммиты асылды, баш ҡалаһы Торонтола бөгөн «Егерме» төркөмөндәге ил етәкселәре осраша.
    Унда Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев та ҡатнаша. Ошо әһәмиәтле сара алдынан Торонтола саммит уҙасаҡ бинаға үтеп инергә тырышыусы сәйер кеше ҡулға алынған. Уның автомобилендә ике һауыт бензин һәм арбалет табылған. Торонто полицияһы саммит башланыр алдынан тағы ике шикле кешене ҡулға алған. Улар теракт ойоштороуға әҙерлектә ғәйепләнә. Донъя илдәренән «Ҙур һигеҙ» һәм егерме дәүләт етәкселәре йыйылған саммитта хәүефһеҙлек һаҡлау өсөн 10 мең хәрби, хоҡуҡ һаҡлау, шәхси һаҡ фирмалары хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. «Ҙур һигеҙ» илдәре башлыса халыҡ-ара хәүефһеҙлек мәсьәләләрен ҡараны, терроризм проблемаһы хаҡында ла фекер алышынды. Быға бәйле ҡарар­ҙар ҡабул ителәсәк.

    Уҡытыусылар асыға

    Ульяновскиҙың 7-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыу­сылары һәм ата-әсәләре мәктәп ябылыуға ҡаршы аслыҡ иғлан иткән.
    Дауамлы аслыҡ хушлашыу кисәһенән һуң башланған. Акция мәктәп стадионында бара, асығыусылар палаткаларҙа йәшәй. Ойоштороусыларҙың маҡсаты бер генә – мәктәпте яптырмау. Был уҡыу йорто оптималләштереү сиктәрендә ябылыу хәүефе аҫтында тора.
    Ульяновск мэрияһында белдереүҙәренсә, мәктәптең уҡыусылар һаны әҙәйеү сәбәпле ябылыуы мөмкин. Балалар икенсе мәктәптәргә күсереләсәк. Әммә әле һуңғы ҡарар сығарылмаған. Асығыусылар янында милиция дежур итә. Унда шулай уҡ ҡала етәксеһе урынбаҫары килеп, был проблеманы судта хәл итергә кәңәш биргән.

    Поезд ҡорбандары күбәйә

    Мәскәү янында Петербургтан Мәскәүгә килеүсе «Сапсан» ҙур тиҙлекле поезы рөхсәт ителмәгән ерҙә юл аша сығып барған ҡатынды тапаған.
    Ғөмүмән, йыл башынан алып Рәсәйҙә барлығы 1077 кеше поезд аҫтына ҡалып һәләк булған, 584-е йәрәхәтләнгән.
    «Рәсәй тимер юлдары» компанияһында (РЖД) белдереүҙәренсә, бындай проблема тик беҙҙең илдә генә түгел, бөтә донъяға хас. Күпселек ҡорбан булыусылар тимер юлын билдәләнмәгән урында аша сыҡҡанда тапала. Һуңғы ваҡытта Барселонала хатта бер юлы 10 кеше поезд тәгәрмәсе аҫтында ҡалған. Рәсәйҙә апрелдә тапалып үлгән малайҙың ата-әсәһе РЖД етәкселегенән 1 миллион доллар талап итеп, судҡа биргән.
    Тимер юлы хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү плакаттары, хәүефһеҙлек билдәләре һанын да күбәйтеп ҡарай, әммә тапалыусылар кәмемәй. Кеше тыйған һайын иғтибарһыҙ була бара, буғай.
    А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.
    авторы: Нур | 26 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • ПИРАМИДА ТӨҘӨГӘН ӨСӨН – 150 ЙЫЛҒА ...
  • Донъя яңылыҡтары
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru