Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната бел.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • Октябрь
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Енәйәт һәм яза
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Швейцария делегацияһы – башҡорт ерендә Яңылыҡтар
    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев кисә Республика йортонда республикаға эш сәфәре менән килгән Швейцария делегацияһы менән осрашты. Был – Швейцария Конфедерацияһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Вальтер Бруно Гигерҙың Башҡортостанға беренсе сәфәре.
    Раил Сарбаев үҙ-ара хеҙмәттәшлекте артабан нығытыуға үҙенең ҡыҙыҡһыныусанлығын белдереп, ағас эшкәртеү, һаулыҡ һаҡлау һәм фармацевтика сәнәғәтендәге проекттарҙы иң перспективалы йүнәлештәр, тип атаны.
    Осрашыуҙа банк өлкәһендә, агросәнәғәт комплексында, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ линияһы буйынса инвестицион хеҙмәттәшлек тураһында ла һүҙ алып барылды. Швейцариянан юғары технологияларҙы уңышлы индереү өлгөһө итеп Раил Сарбаев ошо ил ҡорамалдары ҡуйылған Өфө трансформатор заводын атаны.
    Башҡортостан Швейцария менән Рәсәй һәм Швейцария Конфедерацияһы араһында сауҙа һәм иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Ҡатнаш хөкүмәт-ара комиссия линияһы буйынса уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Швейцария менән төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса Эшсе төркөмдөң Рәсәй яғын БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – финанс министры Айрат Ғәскәров етәкләй.
    Башҡортостандың инвестиция проекттары менән Швейцария делегацияһы вәкилдәре махсус презентация ваҡытында ентекле танышасаҡ. Сәфәр барышында ҡунаҡтар Өфө трансформатор заводына, «Алексеевкий» совхозына, Башҡорт дәүләт университетына барырға йыйына.
    «Башинформ».
    авторы: Нур | 29 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Швейцария илсеһе менән осрашыу
  • Финдар тәжрибәһен өйрәнеп
  • Башҡортостан делегацияhы – Астанала
  • Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru