Иләмәй күн булмаҫ, тиреһеҙ тун булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Шәхси хужалыҡ
  • Йондоҙнамә
  • 1 һорауға 5 яуап
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ял иткең килһә, бурысыңды түлә! Яңылыҡтар
    Йәй – отпускылар мәле. Һәр кем уны иҫтәлекле һәм файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Кемдәрҙер йыл буйына йыйылған шәхси эштәрен оҙайлы ялда тамамларға ниәтләһә, икенселәр берәй ергә барып ял итеп ҡайтыуға өҫтөнлөк бирә. Әммә үҙҙәренең бурыстарын ваҡытында ҡапламаған граждандар сит илгә барып ял итеп ҡайтыу хыялын тормошҡа ашыра алмаясаҡ. РФ Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, республиканан 1500-гә яҡын кешегә аҙ ғына суммала бурысы өсөн дә Рәсәй сигенән ситкә сығыу тыйылыуы ихтимал. Билдәләнгән ваҡыт­ҡа бурыслы тарафынан суд акты нигеҙендә йә суд акты булған башҡарыу документындағы талаптар үтәлмәһә, суд приставы-башҡарыусы йәиһә талап итеүсе үҙе бурыслыға ваҡытлыса Рәсәй Федерация­һынан ситкә сығыуҙы сикләүҙе һорап судҡа мөрәжәғәт итә ала. Бурыслы бурысын түләгәс кенә ул сикләүҙән азат ителәсәк.
    Бынан тыш, суд приставтары уларҙың ил эсендә хәрәкәт итеүен дә даими күҙәтеү аҫтында тота. Тейешле килешеүҙәр нигеҙендә суд приставтарына бурыслыларҙың ҡайһы йүнәлешкә билет һатып алыуы, ҡуҙғалыу көнө һәм ваҡыты, авиарейс һәм поездың номеры хаҡында мәғлүмәт бирелә. Тимәк, ҡайҙалыр юл тоттом ғына тигәндә, суд приставтары килеп, бурысыңды түләүҙе талап итеүе лә ихтимал.
    Ошондай уҡ саралар алимент буйынса бурыс­тары булған атай-әсәйҙәргә ҡарата ла ҡулланыла. РФ Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы эшмәкәрлегенең дә өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып алименттар буйынса бурыстарҙы ҡаплатыу тора. Ул ғаилә тарҡалғандан һуң баланың матди хоҡуҡтарын яҡлауҙың берҙән-бер гарантияһы булып тора. Әлеге көндә Өфө ҡалаһы Суд приставтары хеҙмәтенең Ленин районы бүлексәһендә алимент буйынса 340-тан ашыу башҡарма документ иҫәпләнә.
    – Үкенескә күрә, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең бурыстары хаҡында ишетергә лә теләмәй, – тип һөйләй суд приставы-башҡарыусы Наилә Бураҡаева. – Улар менән закон буйынса эш итергә тура килә. Суд приставы-башҡарыусының талаптарын үтәмәгән өсөн улар административ яуаплылыҡҡа, енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла, мөлкәтенә арест һалына. Мәҫәлән, йыл башынан апрель аҙағына тиклем алиментсылар­ға ҡарата 8 енәйәт эше ҡуҙғатыл­ған. Бурыслының ниндәй милек-мөлкәте барлығын асыҡлау маҡсатында, һәр квартал һайын барлыҡ теркәү органдарына һәм кредит учреждениеларына үтенеснамә ебәрәбеҙ. Банкылағы иҫәптәренә арест һалабыҙ, ил буйлап транспортта хәрәкәт итеүен күҙәтеү аҫтында тотабыҙ.
    Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлау өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй. Әммә Наилә Рәис ҡыҙының әйтеүенсә, физик йәһәттән дә, әхлаҡи күҙлектән алып ҡарағанда ла, кешенән 18 йыл буйы көсләп алимент түләттереп булмай, һәр кемдең үҙенең намыҫ тигән нәмәһе, балаһы алдында тамсы ғына булһа ла яуаплылыҡ тигән тойғоһо булырға тейеш.

    С. ЛОТФУЛЛИНА.
    авторы: Нур | 29 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Алиментсыларға ҡарата талаптар көсәйә
  • Ғәҙел хөкөмдө ғәмәлг& ...
  • Уларҙың иңендә – кеше яҙмыштары
  • Баланы мәктәпкә әҙерләү – ата- ...
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru