Биш мәртәбә уйла, бер мәртәбә эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Ябай ғына ауыл кешеһе, үҙенең «Запорожец» автомобилендә юл ҡағиҙәһен боҙоп, «гаишник»ҡа эләгә:
  • һорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Донья яңылыҡтары Яңылыҡтар
    Алыҫ Көнсығыш ҡар ҡамауында ҡалған

    Сахалинда дүрт тәүлек рәттән ҡоторонған ҡар шыуыуы, сатнама һыуыҡтар халыҡтың ҡотон алды.
    Автотрассаларҙа бик күп машина көрткә күмелеп ҡалған. Ҡар машиналарҙы шул тиклем тиҙ ҡаплап киткән, хатта улар­ҙан кешеләр сығып та өлгөрмәй ҡалған. Әле һаман да машиналарҙы көрттән сығарыу эше дауам итә. Юлдарҙа ҡамауҙа ҡалған кешеләргә икмәк, һыуҙы ҡарйөрөгөстәрҙә килтергәндәр.
    Юлдарҙы көрт күмеп китеүе һөҙөмтәһендә Сахалин өлкәһенең ҡайһы бер райондары аҙыҡ-түлекһеҙ тороп ҡалған. Етмәһә, төбәктә ҡаты һыуыҡтар башланып, 2 меңдән ашыу кеше утһыҙ тороп ҡалған. Байрамда йорттарҙы йылытыу менән дә проблемалар килеп сыҡҡан. Мәҫәлән, бер хәрби гарнизонда йәшәүселәрҙе эвакуацияларға тура килгән, улар Яңы йыл байрамын боҙ кеүек һалҡын йорттарҙа ҡаршылаған.
    Үкенескә күрә, ҡар шыуыуы һөҙөмтәһендә үлеүселәр ҙә бар. Әлегә көрт аҫтынан ике кешенең кәүҙәһе табылған. Уларҙың икеһе лә – тимер юл хеҙмәткәре.
    Урындағы тимер юл хеҙмәткәрҙәре, ошо көндәрҙә поездар расписаниеға ярашлы йөрөй башлаясаҡ, тип вәғәҙә иткән. Ысынлап та, кисә унда поездар йөрөй башланы. Юлдарҙа ҡотҡарыу, таҙартыу транспорты эшен дауам итә.
    Пассажирҙар «сисенә»

    Америка Ҡушма Штаттарында яңы ҡағиҙә көсөнә ингәндән һуң был илгә ҡайһы бер дәүләттәрҙән килеүселәр аэропортта ныҡлы, өҫтәмә рәүештә тикшерелә башланы.
    Америка Куба, Сирия, Йәмән, Нигерия, Фәләстан илдәрен «терроризмды бағыусылар» тип һанай һәм был ил ҡунаҡтары өсөн самолеттарҙа айырым ҡағиҙәләр индергән. Хәҙер әлеге илдәр граждандарын, башҡаларҙан айырып, энәһенән ебенә тиклем тикшерәсәктәр.
    Билдәле булыуынса, яңыраҡ ҡына Америка самолеттарында бер нисә тапҡыр террор ойошторола яҙҙы. Пассажирҙың илтифатлы булыуы, шартлатҡыстың дөрөҫ ҡуйылмауы арҡаһында ғына һәләкәт кисектерелде. Шуға ла Америка һәм Бөйөк Британия аэропорттарҙа пасса­жирҙарҙы «сисендерәсәк» сканерҙар ҡуйырға ҡарар иткән. Етмәһә, юлаусылар самолет ултырыуға бер сәғәт ҡалғандан һуң ултырғыстарынан торорға тейеш түгел.
    Был яңылыҡ халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ уята.


    Изгелек онотолмай

    Яңыраҡ «Невский экспресс» поезы һәләкәткә осрағайны.
    Ул 78 йәшлек әбейҙең йорто эргәһендә рельс­тан осҡайны. Шунлыҡтан әбейҙең йорто ныҡ ҡына зыян күргән, әммә ул бер ҙә юғалып ҡалмаған, поезда зыян күреүселәрҙе йортона һөйрәп индергән, шәхси әйберҙәре менән бүлешкән, бөтәһенә лә ҡулынан килгән тиклем әүҙем ярҙам күрһәткән.
    Бер изгелек икенсеһен тыуҙыра: яңыраҡ әбейҙең пенсияһын арттырғандар, яҡын арала яңы йорт төҙөп бирәсәктәр.


    Иң бейеге – Дубайҙа!

    Кисә Дубайҙа донъялағы иң бейек бина асылды.
    Донъяның иң бейек бинаһын 2004 йылда төҙөй башлағайнылар. Ул 160 ҡатлы һәм 800 метрҙан ашыу бейеклектә. Бинаны асыу тантанаһын 6 меңдән ашыу почетлы ҡунаҡ ҡараны, 10 меңдән ашыу пиротехника сараһы ҡулланылды. Бинаны төҙөү өсөн бер миллиард доллар тирәһе аҡса тотонолған.
    «Бурдж Дубай» тип аталған бинаны төҙөүҙә рекорд 2007 йылда уҡ ҡуйылғайны инде – ул 508 метрлы «Тэйбэй»ҙы уҙып китте (был бина Тайвандә урынлашҡан).
    Бөгөн «Бурдж Дубай» майҙанының 90 проценты һатылған да инде.
    авторы: admin | 13 декабря 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Донья яңылыҡтары
  • Яңылыҡтар
  • Шартлау... Сират поездарға еттеме?
  • Донъя яңылыҡтары
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru