Дәртһеҙгә дауа юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • ӨФӨ ЯНЫНДА ИГЕН ҮҪТЕРЕП, ҠОРТ ҮРСЕТЕП...
  • Ғәфү итеүгә тәүге аҙым
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙанышын һаҡлау»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙҙең делегация Һарытау һабантуйында ҡатнашты Яңылыҡтар
    БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашҡан Һарытау һабантуйы халыҡ шағиры Ғаб­дулла Туҡайҙың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды.
    Республика делегация­һы Һарытауға сәфәре ба­рышында Соколов тауындағы Еңеү паркы мемориаль комплексында булды, унда Рөстәм Хәмитов менән Һарытау өлкәһе гу­бернаторы Павел Ипатов Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды. Делегация шулай уҡ Һарытау дәүләт хәрби дан музейында, «Һарытау өлкәһе халыҡтарының мил­ли ауылдары» этнографик комплексына барҙы.
    Һарытау районының Күрҙем Тамаҡ (Усть-Курдюм) ауылында үткән һабантуйҙа ҡатнашып, Рөстәм Хәмитов:
    – Һарытау өлкәһендә беҙҙең яҡташтар йәшәй, һәм өлкә хөкүмәтенең улар­ға һәр яҡлап ярҙам итеүе һөйөндөрә. Ә ике төбәк араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәт йылдар үткән һайын тағы ла нығынырына ышанам, – тине. Ул өлкә башҡорттары ҡоролтайына бүләктәр – милли костюмдар һәм музыка ҡоралдары тапшырҙы.
    Республиканың Миәкә районы һарытауҙарға һабан һәм яҙ байрамын ойошторорға ярҙам итте. Байрам программаһында Волга буйы федераль округының төрлө төбәктәренән милли ижади коллективтар сығышы, милли сувенирҙар һәм көнкүреш әйберҙәре, милли аш-һыу күргәҙмәһе, спорт ярыштары, викториналар һәм конкурстар, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау ҡаралғайны.
    Ошо уҡ көндө беҙҙең делегация өлкәнең сә­нәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларына барҙы. Һарытауҙа тиҙҙән Башҡортостандан йәлеп ителгән инвестицияларға быяла етештереү буйынса яңы технологиялар ли­нияһы эшләй башлаясаҡ. Был проекттың дөйөм суммаһы 4 миллиард һум тирәһе тәшкил итәсәк, ә проектты бойомға ашырыу ваҡыты – яҡынса бер йыл.
    Һарытау дәүләт социаль-иҡтисад университетында осрашыуҙа беҙҙең төбәк башлығын юғары уҡыу йортоноң почетлы профессоры итеп һайланылар. Университет ректоры Владимир Динев Башҡортостандан килгән төп ҡунаҡҡа был исемде биргәндә уҡыу йортоноң ғилми советы ҡасандыр Рөстәм Хәмитов шөғөлләнгән күп кенә проблемаларҙың – һалым йыйымдары ла, эшмәкәрлек хәүеф­һеҙлеге лә, автоматлаштырылған идара итеү системаһы ла – вуздың эшмәкәрлек даирәһендә булыуын билдәләне. Бын­дай тәбрикләүгә Башҡор­тостан Президен­ты Һары­тау университетын тамамлаусыларға һәм вуз ға­лим­дарына беҙҙең республика иҡтисадын үҫтереүҙә ҡатнашырға тәҡдим итте. Осрашыу аҙағында Рөстәм Хәмитов Вла­димир Диневҡа Са­лауат Юлаевтың һынын тапшыр­ҙы.
    Башҡортостан менән Һарытау өлкәләре ара­һын­дағы дуҫтарса мөнәсәбәт һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү 2003 йылдың 30 ғинуарында төҙөлгәйне. Төбәктәр ауыл хужалығы, инновацион технологиялар өлкә­һендә тәжрибә уртаҡлаша. Ике төбәк араһындағы тауар әйләнеше һуңғы биш йылда ике тапҡыр тиерлек артты һәм 2010 йыл йомғаҡтары буйынса 4,5 миллиард һумдан артығыраҡ тәшкил итә.
    2004 йылда Һарытауҙа Башҡортостан Респуб­лика­һының вәкиллеге асылды. Ә 2011 йылдың февралендә Өфөлә Һа­рытау вәкиллеге барлыҡҡа килде.
    авторы: admin | 2 марта 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Өс һөйләм менән
  • Затың ниндәй, атым?
  • Сал дала күрке – Кәмәлек
  • Тәжрибә уртаҡлашыу ҡамасауламаҫ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru