Иренсәк иркә булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Дайджест
  • Дайджест
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • Суғамаҡ башында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар
    Белград гөрләй
    Белградта Косовоны «бойондороҡһоҙ» тип иғлан итеүгә ҡаршы акциялар үтте.
    Тәртипһеҙлектәр, башлыса, АҠШ, Хорватия, Төркиә илселектәре биналарында ҡупты. Сыуалыштар барышында биналарға ут төрткәндәр, АҠШ илселеге урынлашҡан бинала мәйет табылған.
    84 кешенең төрлө тән йәрәхәттәре алыуы билдәле, улар араһында 19 полиция хеҙмәткәре бар. Йөҙ мең тирәһе кеше ҡатнашлығындағы митингыны таратыу өсөн бронетехника, күҙ йәшен ағыҙыусы газ ҡулланылған.
    Шулай ҙа тәртипһеҙлектәр әлегә Белградтың үҙәк өлөшөндә генә туҡтатылған. Митингыға сығыусы халыҡ ҡала ситендә ҡаршылыҡ акцияларын дауам итә. Сербияның баш ҡалаһының үҙәгендә автомобиль хәрәкәте лә туҡтатылған.
    Ил Президенты Борис Тадич әле эш сәфәре менән Румынияла. Ул халыҡты башбаштаҡлыҡты туҡтатырға саҡыра һәм шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең тыныс шарттарҙа ла ҡаршылыҡ акцияларына сығырға хоҡуғы булыуын билдәләй.

    Ҡапҡан һайын ҡалъя булмай
    21 ғинуарҙа Швейцарияның Лозанна ҡалаһында урынлашҡан Олимпиада музейында 2010 йылда уҙғарыласаҡ үҫмерҙәр Олимпиадаһының баш ҡалаһы асыҡланды.
    Бындай Олимпиада беренсе тапҡыр ойоштороласаҡ. Уның маҡсаты – үҫеп килгән быуынды компьютерҙар дисплейынан айырып, уларҙа спортҡа һөйөү уятыу.
    Тәүҙә Олимпиаданы үткәреүгә бер нисә ҡала дәғүә итә ине. Конкурстың финалында ике генә ҡала ярышты – Мәскәү һәм Сингапур. Әммә еңеүҙе Сингапурҙа байрам итәләр.
    Әлбиттә, бында Рәсәйҙең Сочи ҡалаһында үтәсәк Олимпиаданың да йоғонтоһо булды, ни тиһәң дә, ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәй. Үҫмерҙәр Олимпиадаһын үткәреү тәҡдиме менән Халыҡ-ара Олимпиада комитетының президенты Жак Рогге Гватемалала сығыш яһағайны.
    Был ярыштарҙа 14 – 18 йәшлек үҫмерҙәр ҡатнашасаҡ, спортсыларҙың дөйөм һаны 3,5 мең кешегә етеүе ихтимал.

    Ираҡ һата, Украина ала
    Украина үҙ тарихында беренсе тапҡыр Ираҡтан нефть һатып алды.
    «Укртатнафта» компанияһы был илдән 80 мең тонна Kirkuk маркалы нефть индергән.
    «Укртатнафта» компанияһы сеймал эҙләргә мәжбүр, сөнки уның нефть эшкәртеү заводтарына Рәсәй нефте килтерелеүҙән туҡтатылды. Бының сәбәбе – «Нафтогаз Украины» һәм Татарстандың «Татнефть» компаниялары араһындағы низағ (элек «Татнефть» «Укртатнафта»ның төп хужаһы булған).
    2007 йылдың яҙында «Укртатнафта»ның бер ни тиклем ҡиммәтле ҡағыҙҙары суд ҡарары менән «Нафтогаз»ға күскәйне. Бынан һуң «Татнефть» Украинаға нефть ебәреүҙе туҡтатты. Әйткәндәй, был компания Украинала эшкәртелгән нефттең 40 – 45 процентын үҙ өҫтөнә ала.

    Өмөт бар
    2007 йылда Рәсәй Федерацияһында инфляция 11,9 процент тәшкил иткән.
    Февраль айы күрһәткестәре буйынса, хаҡтарҙың үҫеүен алдан планлаштырылғандан арттырмай ғына тотоп ҡалып буласаҡ, тип фаразлайҙар. Быйылға күҙаллауҙар – 8,5 процент. Ғинуар – февралдә инфляция күрһәткесе 3 процент тирәһе.

    Әрмәнстан да ҡалышмай
    Сәйәси ваҡиғаларға бәйле ығы-зығы Әрмәнстанда ла тынмай.
    Президент һайлауҙарында урынында ҡалырға етерлек тауыш йыя алмаған элекке Президент Левон Тер-Петросянды яҡлаусылар Ереванда протест белдереп, митингыларға сығыуын дауам итә.
    Улар, һайлауҙар ғәҙел үтмәне, тип ваҡыты сикләнмәгән протест акцияһын ойошторған.
    Шул уҡ ваҡытта һайлауҙа еңеп сыҡҡан Серж Саркисян бихисап ил президенттарынан ҡотлау телеграммаларын ҡабул итте. Ҡотлаусылар араһында Рәсәй, Грузия, Белоруссия, Франция бар.

    Л. СОЛТАНОВА әҙерләне.
    авторы: админ | 23 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Һайлауға бар! Отолмаҫһың
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Кемдең ыҙбаһы бейек?
  • Әгәр һайлау ошо йәкшәбелә үтy ...
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru