Биште эшләгәнсе, берҙе еренә еткереп эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • Ураҙа ғәйетендә өс көн ял итәбеҙ
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Ауыл тергеҙелә икән, тимәк, республикала хәл тотороҡло
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Яңылыҡтар
    Башҡортостан Хөкүмәте Премь­ер-министры урынбаҫары, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажет­динов Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылында шәхси һорауҙар менән килеүсе граждандарҙы ҡабул итте. Уға 19 кеше мөрәжәғәт иткән. Әбйә­лилдәр үҙҙәрен борсоған ағас бүлеү, балалар баҡсаһы төҙөү, эш менән тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләрен күтәргән.

    Балалар баҡсалары мәсьәләләре Башҡортостанда шәптән түгел. Бөгөн 60 мең бала баҡсаға сиратта тора. «Киләһе өс йыл дауамында 25 – 30 мең урын булдырыласаҡ, быйыл Өфөлә генә 10 балалар баҡсаһын тапшырыу көтөлә», – тип билдәләне Башҡортостан Президенты онлайн-аралашыу мәлендә.

    Истанбулда (Төркиә) 1 июлдә Төрки телле халыҡтар музейы комплексы биләмәһендә башҡорт халҡының тарихына һәм этнографияһына бағышланған яңы экспозиция асыласаҡ. Унда Башҡортостан­дың үткәне генә түгел, бөгөнгө социаль-иҡтисади хәле менән дә таныштырыу маҡсат итеп ҡуйылған. Рес­публикабыҙҙың иҡтисади, стратегик мөмкинлектәрен күрһәтеү башҡорт-төрөк бәйләнешен булдырыуға булышлыҡ итергә тейеш.

    Салауат районында «Салауат эҙҙәре буйлап» тип аталған туристик маршруттар комплексы булдырыу идеяһы ҡарала. Был агротуризмды үҫтереү, туристик инфраструктура булдырыу, тәбиғәтте һаҡлау өсөн дә әһәмиәтле булмаҡсы. 2016 йыл аҙағына бында ял итеүселәрҙең һанын йылына 23 мең кешегә еткерергә йыйыналар.

    Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү буйынса 2011 – 2016 йылдарға төҙөлгән комплекслы программаға ярашлы, Мәсәғүт ауылына ҡала статусы биреп, уны төньяҡ-көнсығыш райондарының сәнәғәт үҙәге итмәкселәр. Был райондар социаль-иҡтисади күрһәткестәре буйынса иң артта ҡалыусы төбәк иҫәпләнә, шуға ла Мәсәғүт ҡалаһын булдырыу сәнәғәт үҫешенә һәм төбәктең хәлен яҡшыртыуға ярҙам итәсәк. Проект сиктәрендә Мәсәғүттә юғары уҡыу йорттарының филиалдарын асыу, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә йорттар, 120 кешегә иҫәпләнгән медицина үҙәге төҙөү планлаштырыла.

    «ИКЕА» магазинын 25 августа тантаналы асыу алдынан магазин өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр йыйыу ойоштора. Бөтәһе йөҙгә яҡын хеҙмәткәргә ҙур социаль пакет һәм артабан үҫеү мөмкинлектәре тәҡдим ителә. Эшкә урынлашыу өсөн ҙур эш тәжрибәһе булыу ҙа мотлаҡ түгел, иң мөһиме, эшкә урынлашырға теләүсе кеше аралашыусан, йорт төҙөү һәм биҙәү эштәре менән ҡыҙыҡһыныусан булырға тейеш.

    Р. ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.
    авторы: admin | 15 мая 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Республикала туристик индустрия киң үҫеш ала
  • Кәңәшмәгә – яңы объекттар, яҡты й ...
  • Туризмды үҫтереү мөмкинлектәре ҙур
  • Уртаҡ иҡтисади зона барлыҡҡа киләсәк
  • Туризм үҫешәсәк
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru