Көрәк бөтмәһә - тиҙәк бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Дайджест
  • Көләмәстәр
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Эшләгән кешегә эш бар ул! Яңылыҡтар
    «Эшләгән кешегә эш бар ул!» – ошо һүҙҙәр бик йыш ишетелә ауыл ерендә уңышлы эшләгән, үҙ урынын, юлын табып йәшәгәндәр ауыҙынан. Саҡ ҡына фантазия, ҙур тырышлыҡ, уңғанлыҡ булһа, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәйәсәк. Көнбағыш майын һәр кем йылына күпме ҡуллана икән? Һанайым тиһәң дә, шешәләп, литрлап үлсәйбеҙ, шулай бит?! Ә Стәрлебаш районының Баҡый ауылы халҡы көнбағыш майын феләкләп үлсәй, үҙҙәрендә үҫкән көнбағыштан әҙерләй. Дөрөҫөрәге, ауылдаштары эшҡыуар Фәнүр Вәлишиндың май һығыу цехында центнер-центнер көнбағыштан йыл әйләнәһенә етерлек май һыҡтырып ала.
    Фәнүр Вәлишин май һығыу эшенә 99-сы йылда уҡ тотона. Әлбиттә, иң тәүҙә башҡаларҙың эшен ҡарап, тәжрибә туплап йөрөй, ни тиһәң дә, үҙеңә лә файҙаһы сығырлыҡ, сифатлы ла продукция етештереү өсөн ҡоро теләк кенә етмәй, белем дә кәрәк. Әллә ниндәй сит ил технологияларына ла мөрәжәғәт итеп тормаған Фәнүр», олатайҙар алымын» ҡулланған.

    «Бер фляга май һығыу өсөн күпме көнбағыш кәрәк?» – тип ҡыҙыҡһынам. 150 кг кәрәк икән – 2 – 3 тоҡ инде. Ә көнбағышты халыҡ хужалыҡта эшләп ала, һатып алырға ла мөмкин. Фәнүр Вәлишиндың «заводы»на күрше-тирәләге 5 – 6 ауыл, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килеүселәр ҙә күп, күрше райондарҙан да уның май яҙғысына мөрәжәғәт итеүселәр бихисап, иң мөһиме – бер тапҡыр булғандар яңынан килә, тимәк, эштең сифатына һүҙ тейҙерерлек түгел. Fөмүмән, был тырыш, баҫҡан ерендә ут сығарып торған ябай ауыл егетенә һүҙ тейҙерерлек түгел, хатта үрнәк алырлыҡ. Уның башында төрлө идеялар, пландар мыжғып тора һәм ябай уйҙар кеүек елгә осмай, ә тормошҡа ашып, Фәнүрҙең йәшәү рәүешенә әйләнә бара. Әле эшҡыуар шул уҡ көнбағыштан хәлүә эшләү тураһында хыяллана. Үҙенең хужалығында киләһе йылда билмән эшләү цехын асасаҡ, бының өсөн махсус бинаһы ла әҙер инде.

    Беҙ Баҡыйға барған ваҡытта Фәнүр Вәлишин пилорама һатып алып, шуны урынлаштырып йөрөй ине. Тырыш, уңған иргә ярҙам итеү өсөн ауылдаштары ла килеп еткән, ни тиһәң дә, күптәр ошонда килеп эшләйәсәк бит. Әлегә тиклем ауылда пилорама булмаған, тимәк, Фәнүрҙең был идеяһы ла үҙ емештәрен бирәсәк. Ул нисек бер үҙе генә өлгөрә икән, тип аптырайһығыҙҙыр. Әлбиттә, егет яңғыҙ ғына түгел, янында һәр ваҡыт һөйөклө кәләше, уңған хужабикә Гөлназ бар. Миләүшә һәм Тимур исемле балалары ла үҫеп килә.

    Был ғаиләнең Баҡый ауылында үҙ магазины ла бар, унда халыҡ үҙенә кәрәк бөтә тауарҙы ла таба ала. Магазинды ла халыҡ мәнфәғәтенә яраҡлаштырыу өсөн әллә күпме йүгерергә, юҡ-бар тауар менән тултырмаҫ өсөн кешеләрҙең ни теләгәнен тойорға кәрәк бит.

    «Һәр эште башлағанда ҡыйын инде ул. Тик кәрәк бит! Был донъяла күп нәмә һинең үҙеңдән генә тора. Бына беҙ ҙә бәләкәй генә өйҙә йәшәй инек, ике бала бар, бәләкәйҙәр, кәләшем менән икәүләшеп эшләгәс, уларҙы ҡарарға йүнле ваҡыт та юҡ. Туғандар ярҙам итте балаларҙы ҡарашырға, ә хәҙер үҙҙәре лә киләләр инде. Бына шулай ул, ваҡытлыса ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, ныҡлап тотонорға кәрәк. Эшһеҙ ятҡандарға мин аптырайым. Мәҫәлән, тот та һарыҡ аҫырау менән шөғөлләнә башла, бөтә шарттар ҙа бар бит. Беҙҙә запчастар ҙа һатылмай, берәү шуның менән шөғөлләнеп китһә, һәр бер шөрөп өсөн әллә ҡайҙа йөрөмәҫ инек. Кемдән көтәһең инде, үҙеңә тырышырға кәрәк», – ти Фәнүр Вәлишин.
    Ысынлап та, баҙнат итеп, бер эште башлап ебәрһәң, һуңынан сәм үҙенән-үҙе уяна ул. Тик тәүәккәлләргә генә кәрәк.
    Вәлишиндарҙың өйө үҙенсә бер нәзәкәтлек менән төҙөлгән, ауылға йәм биреп ултыра. Был йортта бәхеттең нигеҙе – хеҙмәткә һөйөү, йылы мөнәсәбәттәр, мөхәббәт батшалыҡ итә, шуға ла эштәре лә ырамлы бара, күҙ теймәһен, өй хужалары ла бик бәхетле.
    «Бер-береңдән көнләшеп түгел, ә сәмләнеп көтөргә кәрәк донъяны», – тиҙәр ирле-ҡатынлы Вәлишиндар. Был ябай ғына һүҙҙәрҙә күпме мәғәнә ята. Аҙмы ни ҡайҙа һуғылырға белмәй, бер эштә лә тотҡарланмай, бушты бушҡа ауҙарып йөрөгән йәштәр. Айырым кеше өсөн эш һәр ваҡыт бар, был хаҡта мең тапҡыр ҡабатларға мөмкин. Ышанмайһығыҙмы?! Улайһа, күршегеҙҙә генә матур итеп донъя көткән хужаға ҡарағыҙ әле – ул да һеҙҙең менән бер урамда уйнап, бер мәктәптә уҡып, бергәләшеп дискотекаларға йөрөгән егет түгелме?!
    авторы: Лилиә Сираева | 14 декабря 2007 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • БАҘАРҒА ҮҘЕБЕҘ ХУЖА БУЛАЙЫҠ!
  • Тырышһаң, барыһы ла була
  • НИСЕК ФЕРМЕР БУЛЫРҒА?
  • Табышлы «тайга»
  • Ҡулдарынан ҡот китмәһен!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: Лилиә Сираева (18 декабря 2007 20:40)  
    smile
    Теркәлгән: 14.12.2007 | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru