Арҡауын атһаң, буйын алырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Йондоҙнамә
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тәҡдим бар, һөҙөмтә кәрәк Яңылыҡтар
    Башҡортостандың йәмәғәт ойошмалары һәм ижади берекмәләре вәкилдәре ошо көндәрҙә Өфөлә һайлауҙар алдынан илдәге хәл-торош һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән илдең 2020 йылға тиклемге үҫеше стратегияһы мәсьәләләре буйынса фекер алышырға йыйылды.
    Форумда ҡатнашыусылар РФ Дәүләт Думаһы депутаты Морат Кейекбаевтың, «Белем» республика йәмғиәте вәкилдәре – йәмғиәттең рәйесе, профессор Анатолий Метисовтың, ӨДАТУ профессоры Михаил Филимоновтың, Башҡортостандың Коммерция булмаған ойошмалары ассамблеяһы рәйесе, «Башҡортостан пионерҙары» республика балалар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ирина Антонованың, БР Юристар союзы рәйесе Рафиҡ Ғибәҙәтовтың һәм башҡаларҙың әһәмиәтле сығыштарын тыңланы. Айырыуса Ирина Антонованың: «Беҙ Владимир Путиндың стратегияһын тормошҡа ашырырға әҙербеҙме? Патриотизм рухы беҙҙә ни тиклем көслө?»– тип ялҡынлы сығыш яһауын, ошо йүнәлештә төрлө тәҡдимдәр индереүен барыһы ла ихлас ҡабул итте.
    Форумда ҡатнашыусылар шулай уҡ «иҡтисади үҫештең файҙаһы ветерандарға, хаҡлы ялдағыларға, инвалидтарға, ғөмүмән, халыҡтың барлыҡ ҡатламдарына ла тейергә, ә әсәлекте, балалыҡты, ветерандарҙы, йәштәрҙе яҡлау буйынса социаль программалар, көнө килеп еткәс түгел, планға ярашлы, ваҡытында үтәлергә тейеш» тигән мөрәжәғәт ҡабул итте.
    «Дәүләттең проблемаларҙы йәшермәүе, ә халыҡ алдында яуаплылыҡ тойоуы – ыңғай күренеш, – тиелә мөрәжәғәттә. – Беҙгә ҡалһа, илде тулыһынса яңыса ҡороу курсы Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән илдең 2020 йылға тиклем үҫеше стратегияһында тулы сағылыш тапты. Унда инновацион иҡтисадҡа күсеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, граждандарҙың йәшәү кимәленең тотороҡло үҫеше кеүек яңы мәсьәләләр ҡуйылған. Уларҙы хәл итеү өсөн демократик ҡиммәттәрҙе һәм сәйәси тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалыу, шул нигеҙҙә илдең дәғүәселек һәләтен арттырыу, XXI быуаттың ғәҙел йәмғиәтен формалаштырыу, Рәсәйҙе донъя лидерҙары рәтенә ҡайтарыу мотлаҡ».
    Форумда ҡатнашыусылар Рәсәй Президенты тәҡдимен тормошҡа ашырыуҙа республика йәмәғәтселегенең үҙ өлөшөн индерәсәгенә ҙур ышаныс белдерҙе.
    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ.
    авторы: админ | 23 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Республиканың йәмәғәт ойошмалары вәкилд ...
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Йәмәғәт палатаһына ышаныс ҙур
  • ЭШҠЫУАРЛЫҠ АҘНАЛЫҒЫ БАРА
  • Президент съезда ҡатнашты
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru