Көн күрмәҫ көндөҙ йоҡлар, кис торор.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ай башы
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңылыҡтар Яңылыҡтар
    Өфө ҡалаһында 23 апрелдән 25-енә тиклем Астана ҡалаһының М. Горький исемендәге Рус дәүләт академия драма театрының гастролдәре үтә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ҡаҙағстан ҡунаҡтары иң яҡшы спектаклдәрен күрһәтәсәк. Атап әйткәндә, Өфө тамашасылары Булгаковтың “Мастер һәм Мар­гарита”һы, Шекс­пирҙың “Ромео һәм Джульетта” әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән спектаклдәрҙе яңы ғәҙәти булмаған жанрҙа ҡараясаҡ.

    Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе Хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе яңырта. Был хаҡта өлкә губернаторы вазифаһын башҡарыу­сы Алексей Кокорин Урал төбәктәрендәге Башҡортостан Республи­каһының рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин һәм Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән осрашыуҙа белдергән. Әлеге ваҡытта шулай уҡ Шадринск менән Учалы ҡалалары араһында иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү ғәмәлдә.

    Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында йыл башынан һәр һыйырҙан уртаса 1035 кг һөт һауып алынған. Был былтырғы кимәлдән 16 килограмға күберәк. Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Ауырғазы райондарында уртаса һауым республика күрһәткестәренән күпкә юғары – 1729, 1649 һәм 1530 кг.

    Республикабыҙҙа инвалид бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр өсөн матурлыҡ конкурсы үтәсәк. Өфө, Благовар, Тәтешле, Стәрлетамаҡ, Учалы, Хәйбулла, Илеш һәм башҡа райондар­ҙан 30-ҙан ашыу әсә унда ҡатнашырға теләк белдергән. Конкурс – ике этапта һайлап алыу туры 18 апрелдә сәләмәтлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә үтә.

    “Газпроммежрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, апрелдән июнгә тиклем Башҡортостандың 25 ҡалаһын һәм районын, бурыстарын ҡапламау сәбәпле, эҫе һыуһыҙ ҡалдырыу менән янай. 1 апрелгә ҡарата барлығы 1,34 млрд һум бурыс йыйылған. Был исемлектә Өфө, Туймазы, Октябрьский, Мәләүез, Бәләбәй, Дүртөйлө, Яңауыл ҡалалары бар.

    Туймазы ҡалаһында башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Унда республиканан, Ырымбур өл­кәһенән һәм Пермь крайынан 150-нән ашыу ғалим, уҡытыусы ҡатнаша. Улар Федераль дәүләт белем биреү стандарттары шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу мәсьәләләре хаҡында фекер алышасаҡ, асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре ҡараясаҡ.
    С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
    авторы: admin | 26 мая 2014 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Истанбул һабантуйға әҙерләнә
  • Кем йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы булыр?
  • Һабантуйҙар башлана!
  • «Тылсымлы ҡурай»ҙың тылсым көсө еңде
  • "Ҡолонсаҡ"тан ситтә ҡалмағыҙ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru