Аштан ҡалһаң да, эштән ҡалма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • ҺАУЛЫҠ – ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар
    Дуҫ булайыҡ!
    25 февралдә РФ Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Дмитрий Медведев эш сәфәре менән Сербияға барҙы.
    Ул Косовоның халыҡ-ара статусы хаҡында Белград менән бер фекерҙә булыуын белдерҙе.
    Бынан тыш, ике арала уртаҡ инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу хаҡында ла килешеүҙәр булды. Ике яҡты ла ҡыҙыҡһындырған проекттар башлыса энергетика өлкәһенә ҡағыла. «Газпром» менән «Сербиягаз» компаниялары ла оҙайлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйған. Әгәр Сербия аша беҙҙең газ торбалары үтһә, был ил Рәсәйҙән Европаға ебәрелгән газ үткәргесенең үҙәге буласаҡ. Шулай уҡ киләсәктә лә Рәсәй һәм Сербия араһында мәҙәни бәйләнештәр, студенттар менән алмашыу кеүек йүнәлештәр дауам итәсәк. Сербияла рус телен өйрәнеү ҙә юғары кимәлдә буласаҡ, тип вәғәҙәләйҙәр.
    Ә инде Америка Рәсәйҙең Белградты яҡлау позицияһын «әҙәпһеҙлек» тип атай һәм беҙгә халыҡ-ара изоляция менән янай.

    Утһыҙ ҡалғандар
    Американың Флорида штатында өс миллиондан ашыу кеше утһыҙ ҡалған, ҡайһы бер транспорт саралары хәрәкәте туҡтаған.
    Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Майамиҙан алыҫ булмаған атом электр станцияһының бер реакторы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә нигеҙләнеп, һүндерелгән. Әйтеүҙәренсә, реакторҙы ҡеүәте бөткән өсөн эшенән туҡтатҡандар.
    Шулай уҡ, бында терроризмдың да ҡыҫылышы бар, тигән имеш-мимеш тә осрап ҡуя.

    Их, Таиланд!
    Сәйәхәт итергә яратыусы Рәсәй туристары һуңғы ваҡытта бәләгә осрап ҡына тора.
    Әле Таиландта Рәсәй туристарын алып барыусы автобус түңкәрелгән. Автобуста 40 Рәсәй гражданы булған. Авария һөҙөмтәһендә өс кеше һәләк булған, 20 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, тигән мәғлүмәт бар.
    Рәсәй туриндустрияһы союзы мәғлүмәттәре буйынса, был автобус арзанлы, хәүефһеҙлек саралары түбән кимәлдә булған.
    Ғөмүмән, Таиландта туристарҙы автобус менән тәьмин итеү мәсьәләһенә иғтибарһыҙ ҡарайҙар. Әлеге һәләкәт тәүгеһе генә түгел.

    Өйҙә ултырырҙар ине лә ул...
    Рәсәйҙә эшләгән ҡатындарҙың өстән бер өлөшө эшен ташлап, йорт хужабикәһе булып ултырырға риза түгел.
    Ҡалғандары ғаиләләренең айлыҡ килеме йөҙ мең һумдан да кәм булмаған осраҡта өйҙә генә ултырырға хыяллана.
    Ире өйгә күпме аҡса алып ҡайтһа ла эшләргә теләгән ҡатындар Рәсәйҙә 36,8 процент, бындайҙар араһында 25 – 34 йәшлектәр бихисап. Улар өсөн эшләү – күңел торошо, бында эш хаҡының ҡыҫылышы юҡ.
    Шулай уҡ ғаилә килеме 20 – 25 мең һумдан кәм булмаған ҡатындар араһында эшен ташларға риза булғандар күпселекте тәшкил итә.

    Л. СИРАЕВА әҙерләне.
    авторы: админ | 28 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Яңылыҡтар
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Янылыктар
  • Янылыктар
  • «Пенсионерҙарға ярҙам итеү – изге бурыс»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru