Батырға ла ял кәрәк.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Ниңә шулай?
  • Өс һөйләм менән
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар
    БДИ иҫәпкә алына
    Быйыл тәүге тапҡыр Берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре Мәскәү дәүләт университетына уҡырға ингәндә иҫәпкә алынасаҡ.
    Әммә 2008 йылдың абитуриенттарына элекке кеүек үк тейешле предметтарҙан имтихан бирергә кәрәк буласаҡ, БДИ-ның ыңғай һөҙөмтәләре уҡырға инеүсегә өҫтәмә балл ғына өҫтәйәсәк.
    2009 йылда БДИ тәжрибә булыуҙан туҡтаясаҡ.

    Сакура сәскә атты
    Японияла сакураның сәскә атыу миҙгеле башланды.
    Был ағас япондар өсөн изге һанала. Йыл һайын урындағы халыҡ түҙемһеҙлек менән сейәнең ҡышҡы йоҡоһонан уяныуын көтә. Ағастың иң күпләп сәскәгә төрөнгән осоро - апрель уртаһы.
    Миллионлаған япон сакура сәскәһе менән һоҡланырға тәбиғәткә сыға. «Сәскә атыу» - урындағы телеканал һәм радиостанцияларҙа иң мөһим яңылыҡ.

    Пентагон юғалтыуҙар кисерә
    АҠШ-тың армия командованиеһы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған ял көндәрендә Бағдадта тағы ла шартлау яңғырап, һалдаттар һәләк булған.
    Был илдә 5 йыл хәрби хәрәкәттәр алып барыу һөҙөмтәһендә, Пентагон 4 мең хәрбиен юғалтҡан.

    Берҙәмлектә - көс
    Фәләстандың ФАТХ һәм ХАМАС хәрәкәттәре ярашыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара - улар Йеменда килешеүгә ҡул ҡуйған.
    Документта халыҡтар берҙәмлеген, Фәләстан автономияһының территорияһын һәм власын тергеҙеү тураһында әйтелә. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, ФАТХ менән ХАМАС сираттағы һайлауҙарҙы үткәреп, милли берҙәмлек хөкүмәте ойошторорға ниәтләй. Уға Фәләстан фракцияларының бөтә вәкилдәре лә инәсәк.
    Былтыр июндә автономия һәм властан ситләштерелгән ХАМАС радикал төркөмө Газа секторында түңкәрелеш яһап, уны үҙ контроле аҫтына алғайны. Ә ФАТХ ҡулында Иордан йылғаһының Көнбайыш яры ғына ҡалды. Фәләстан автономияһы хакимиәте ХАМАС етәкселеге менән бәйләнеште өҙгәс, Газа секторы тулы изоляция һәм гуманитар һәләкәт сигендә ҡалғайны.

    Олимпия уты беҙгә лә килә
    Кисә Грецияның Олимпияһында «Олимпия уйындары - 2008»-ҙең утын тантаналы тоҡандырыу үтте.
    Факел алты көн буйы был илдең территорияһында йөрөйәсәк. 30 мартта Афинала Олимпия утын тапшырыу тантанаһы уҙасаҡ. 5 апрелдә уттың эстафетаһы Санкт-Петербург урамдарынан үтә.
    Төньяҡ баш ҡала - Рәсәйҙәге Олимпия символы эстафетаһы уҙғарылған берҙән-бер ҡала. 31 мартта Олимпия уты Пекинға килтерелә. Эстафетала ҡатнашыусылар өсөн кейем өлгөләре лә эшләнгән.

    Сергей Бодров табылғанмы?
    Төньяҡ Осетияла Колка боҙлауығы янында кеше мәйете ҡалдыҡтары менән автомашина табылған.
    Әлеге көндә был урында эске эштәр органдарының тәфтишселәре, эксперттар эшләй. Боҙлоҡ Кармадон тарлауығында 2002 йылдың 20 сентябрендә шыуғайны.
    Фажиғә һөҙөмтәһендә 127 кеше, шул иҫәптән Сергей Бодровтың кино төшөрөү төркөмө һәләк булғайны. Ҡотҡарыусылар ҡорбандарҙан 17 кешенең генә мәйетен тапҡан, ҡалғандар хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбендә.

    97 йәштә тештәр сыға
    Ҡытайҙың Хунань провинцияһында 97 йәшлек ҡарттың сәстәре ҡарайыуы һәм тештәре үҫеүе уны урындағы билдәле кешегә әүерелдергән.
    Дауахананың баш табибы был күренеште йөҙйәшәр ҡарттың сәләмәтлеге күрһәткесе, тип һанай. Пенсионерҙың ҡыҙы әйтеүенсә, ҡарт әүҙем тормош алып бара, ит ашамай, һөт ризыҡтары, йәшелсә-емеш менән генә туҡлана.

    З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.
    авторы: админ | 25 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • ПИРАМИДА ТӨҘӨГӘН ӨСӨН – 150 ЙЫЛҒА ...
  • Янылыктар
  • Яңлыҡтар
  • Янылыктар
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru