Йәштәр килһә эш башлай, ҡарттар килһә һүҙ башлай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • ЛУНТИК, КЕШЕ-ҮРМӘКСЕ, ТОМ ҺӘМ ДЖЕРРИ ХАҠЫНДА
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Май
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар
    Ниндәй ҡалалар алыр?
    «Еңеү» Рәсәй ойоштороу комитеты тиҙҙән Лучи, Полярный, Дондағы Ростов һәм Туапсе ҡалаларына Хәрби дан ҡалаһы исемен биреү мәсьәләһен ҡараясаҡ.
    «Беҙ тарихи дөрөҫлөктө тергеҙеп, был урындарҙың еңеүгә индергән өлөшөн объектив рәүештә баһаларға теләйбеҙ», - тип белдергән РФ Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Сергей Иванов.
    Билдәле булыуынса, РФ Президенты Владимир Путин 2006 йылдың 9 майында «Хәрби дан ҡалаһы» исеме тураһында» Законға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, был исем аяуһыҙ яуҙа Ватан һаҡсылары айырыуса ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән ҡалаларға бирелә. Президенттың грамотаһы тантаналы шарттарҙа тапшырыла. Был почетлы исемгә Белгород, Воронеж, Владикавказ, Елец, Ельня, Малгобек, Орел һәм Ржев ҡалалары лайыҡ булған.

    Үлем хаҡы - 90 мең
    «Һарытау өлкәһе прокуроры Евгений Григорьевты үлтергән өсөн киллер 90 мең һум алған», - тип белдергән РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы тикшереү комитеты рәйесе Александр Бастрыкин.
    20 мең һум командировка сығымдарына китһә, 70 меңе гонорар итеп түләнгән.
    Григорьевты үлтереүселәрҙе өс аҙна эсендә табалар. Тикшереүселәр ваҡиғаны ойоштороусылар менән башҡарыусы төркөмдө асыҡлаған. Әле заказсыларҙы эҙләү бара.

    Урман яна
    Байкал аръяғында урмандар яна.
    Кырин районында ғына ут 20 гектар тайганы биләп алған.
    Янғын сәбәбе - тәбиғәткә ял итергә сығыусыларҙың усаҡтарын һүндермәй китеүе. Былтыр ошо урында апрелдән алып ете ай буйы урмандар янды. «Ҡыҙыл әтәс» бөтөнөһө 300 мең гектар урманға зыян килтергән.
    Метеорологтар был төбәктә быйыл да яҙҙың ҡоро килеүен фаразлай. Ҡар аҙ яуған, яуым-төшөм дә көслө булмаясаҡ.

    Гелани - яңы премьер-министр
    Пакстан халыҡ партияһы рәйесе урынбаҫары Йософ Реза Гелани илдең премьер-министры антын ҡабул итте.
    Парламентҡа һайлауҙарҙа ул, әлеге президент яҡлы Шодри Первез Әлахиҙы уҙып, күпселек тауышты йыйғайны. Премьер-министр булып һайланыу менән Гелани 2007 йылда ҡулға алынған Юғары суд судьяларын иреккә сығарасағы тураһында белдергән. Элек Пакстан халыҡ партияһына Беназир Бхутто етәкселек итте. Президент яҡлылар партияһы парламентта өсөнсө урында килә.

    Нимә оҡшамай икән?
    Украинаның Юғары Радаһында Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ флотын Ҡырымдан сығарыу тураһында закон проекты әҙерләнә.
    Уның авторы - «Беҙҙең Украина - Халыҡ үҙоборонаһы» фракцияһы депутаты Владислав Каськив. Әммә уның коллегалары был тәҡдимде бойомға ашмаҫтай тип билдәләй, сөнки Президент Ющенко менән парламент етәксеһе Арсений Яценюк күп тапҡыр, Украина Рәсәй флотының базала булыу ваҡыты тураһындағы бөтә шарттарҙы ла үтәйәсәк, тип белдергән. Украинаның Милли хәүефһеҙлек һәм оборона советында ла Рәсәй флотын ваҡытынан алда Ҡырымдан сығарыу мәсьәләһе тикшерелмәгән. Сығарған хәлдә лә, ойоштороу-техник ҡатмарлыҡтарға бәйле, күп ваҡыт кәрәк буласаҡ.
    Әммә Каськивтың тәҡдиме флоттың объекттары арендаһы хаҡын арттырыуға сәбәпсе булыуы мөмкин.

    «Эльдорадо» бурысҡа батҡан
    РФ Федераль һалым хеҙмәте көнкүреш техникаһы һәм электроника һатыу менән шөғөлләнеүсе «Эльдорадо» компанияһын тикшергән.
    Улар бюджетҡа 14 миллиард һум һалым түләмәгән. Әммә фирма, беҙ һалым хеҙмәтенән түләүҙәр тураһында бер ниндәй ҙә документ алманыҡ, тип белдерә. Әгәр ҙә «Эльдорадо» һалым хеҙмәтенең дәғүәләрен кире ҡаға алмаһа, уларға мөлкәттәренең бер өлөшөн һатырға тура киләсәк.

    З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.
    авторы: админ | 27 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Янылыктар
  • Янылыктар
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru