Башлаған эшеңде тамамла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Зөһрә – йондоҙ![/b]
  • «Төндә атыр гөл»
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был доняла ниҙәр бар? Яңылыҡтар
    Шинель кейер мәл етте
    Быйыл Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә 113 мең егет саҡырыласаҡ.
    «Яҙғы хеҙмәткә саҡырыу кампанияһында кисектереүҙәр исемлегенең ҡыҫҡартылыуына, хәрби хеҙмәт ваҡытының 1 йылға ҡалдырылыуына бәйле призыв базаһы 100 мең кешегә арттырыласаҡ. Көҙгөһөн 200 мең кешегә күберәк аласаҡбыҙ», - тип белдергән РФ Ҡораллы Көстәренең Генераль-штабының Баш ойоштороу-мобилизация идаралығы етәксеһе, генерал-полковник Василий Смирнов.

    Вертолет һәләкәткә осраған
    Украинаның сик буйы хеҙмәтенең «Ми-8» вертолеты Ҡара диңгеҙ өҫтөндә фажиғәгә тарыған.
    Һауа судноһында өс экипаж ағзаһы һәм 10 пассажир Одесса аэропортынан Змеиный утрауына юлланған була.
    Һәләкәткә осраған авиация транспортын ҡотҡарыусылар Полуденный утрауы эргәһендә таба. Пассажирҙарҙың береһе тере килеш табылған, ҡалған 12-һенең яҙмышы билдәһеҙ.

    Пенсия арта!
    РФ Хөкүмәтенең ҡарары менән 1 апрелдән хеҙмәт пенсияһының страховка өлөшө күләме 7,5 процентҡа арттырыла.
    Февралдә ул 12 процентҡа артҡайны. 1 августан пенсияның база өлөшө күләме 15 процентҡа күбәйтеләсәк. Һөҙөмтәлә, хеҙмәт пенсияһы күләме - 156, ҡартлыҡ буйынса - 167, Алыҫ Себерҙә йәшәүселәрҙеке 230 һумға артасаҡ. Хәрби бәрелештәрҙә йәрәхәт алған инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың (ике төрлө пенсия алыусыларҙың) пенсияһы 187 һәм 195 һумға артыуы көтөлә.

    Тикшереү эше бара
    «Беренсе каналдың хәбәрсеһе Ильяс Шурпаевтың үлеме буйынса ғәйепләнеп, эҙләү иғлан ителгән кешеләр юҡ», - тип белдергән РФ Прокуратураһы вәкилдәренең береһе.
    Уның һүҙҙәренсә, енәйәт эшенә ҡағылышлы булғандарҙың шәхесен асыҡлау ғына бара.
    Тәфтишселәр журналистың үлемә бәйле бөтә тейешле экспертизаларҙы ла үткәрәсәк.

    Боливия Президенты - футболсы
    Боливия Президенты Эво Моралес илдең Эске эштәр министрлығына ҡараған «Литораль» клубы командаһы өсөн футбол уйнаясаҡ.
    Ул 10-сы номер аҫтында һул яҡтан һөжүм итеүсе уйынсы сифатында ҡатнаша. Боливия президентына 47 йәш булһа ла, урындағы футбол ассоциацияһы ҡағиҙәләре был клубтар составына 26 йәштән өлкән ике уйынсыны алырға рәхсәт итә. Күптән түгел Моралес Боливияның баш ҡалаһында Марадона командаһына ҡаршы уйындарҙа уйнаған.

    Хлорлы һыу сәбәпсеме?
    26 мартта Санкт-Петербургтың «Вотервиль» аквапаркында 75 кеше санитар химикаттар менән ағыуланған.
    Икенсе көнөнә 162 кеше медицина ярҙамы күрһәтеүҙе һорап дауаханаларға мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 129-ы - балалар. Инциденттан һуң аквапарк халыҡтың ағыуланыу сәбәбен асыҡлау өсөн ябылған. Һыуға анализ эшләү өс көн дауам итәсәк. Санкт-Петербург буйынса РФ прокуратураһының Тикшереү комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

    Быуат чумаһы ҡотора
    ВИЧ эпидемияһы Азия илдәрендәге үлем осраҡтарының иң төп сәбәпсеһе.
    Был быуат чумаһынан 15 йәштән 44 йәшкә тиклемгеләр вафат була. Бөгөн ВИЧ-инфекцияһын был төбәктең биш миллион кешеһе йоҡторған. Йыл һайын ул 440 мең кешенең ғүмерен алып китә. Әгәр ҙә үлемесле вирус Азия - Тымыҡ океан дәүләттәрендә әлеге кеүек тарала икән, ВИЧ-инфекциялылар армияһы 2020 йылда 8 миллионға етәсәк.

    З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.
    авторы: админ | 29 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • 218 МЕҢ кешенең пенсияһы
  • 218 МЕҢ кешенең пенсияһы артасаҡ
  • 2020 йылда пенсия 25 мең һум булырмы?
  • Өс һөйләм менән
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru