Айыу йоҡоһон йоҡлама, айыу йоҡоһо айҙа ла бөтмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Күңеле саф Әлфирә
  • Мәңге уңалмаҫ сей яра
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • «Паспортҡа йылдар ҡушығыҙ»
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Маймылға бәйле ҡыҙыҡлы факттар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ер шарында 163 төрлө маймыл тоҡомо бар. Уларҙың иң бейеге – горилла 212 см булһа, иң бәләкәйе – кәрлә-тәтәй – 15 см ҙурлығында. Был йәнлектәр үҙ-үҙен бик тә ярата, көн һайын 5-әр сәғәт буйы үҙҙәрен йәки парын матурлай, йөндәрен тарай, массаж яһай. Маймылдар ғаиләһендә күп ҡатынлыҡ хөкөм һөрә. Тын юлдары, тауыш сығарыу ағзалары үҫешкән, бәлә килерен һиҙгәндә уларҙың ҡысҡырғаны 3 – 4 км алыҫлыҡҡа ишетелә. Интеллект кимәле буйынса маймыл 14 йәшлек кешегә тиң, әммә уларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөмкин түгел: баш мейеһендә телмәр үҙәге бөтөнләй юҡ. Йылы яҡта йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, һыуыҡҡа сыҙамлы йәнлек һанала. Уртаса ғүмер оҙонлоғо – 22 йыл, орангутангтар 60 йәшкә тиклем йәшәй. Ни өсөндөр, маймылдар банан ярата, тигән фекер йәшәй. Был дөрөҫлөккә тап килмәй: улар был емеш төрөн һәм кокосты уйынсыҡ итеп файҙалана, ризыҡ булараҡ һирәк ҡуллана.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... ғәжәпләндерҙе Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Шаршамбыла Силәбе өлкәһенең Меленьевка ҡасабаһы янында 35 йәшлек ҡатын машина менән бейеклектән осоп, ике поезд аҫтына эләгеп, имен ҡалған.
    Иртәнге сәғәт 5 тирәһендә ҡатын машинаһы менән тимер юлы өҫтөндәге юл үткәргестән 10 метр бейеклектән осоп төшкән. Шул мәлдә аҫта поезд үтеп барған. Локомотив машинаны бәрҙергән һәм ҡаршы юлға сығарған. Тап шул мәлдә ҡаршы поезд килеп сыҡҡан. Ул үҙ сиратында “Лада”ны 50 метр араға этәргән.
    Бындай хәлдән һуң водителдең имен ҡалыуы мөмкин дә түгел кеүек.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... уйландырҙы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һуңғы йылдарҙа радио менән идара ителгән осоусы аппараттар – вертолетҡа оҡшаған коптерҙар ғәйәт ныҡ популяр булып китте.
    Улар төрлө – бәләкәй бала идара итмәле ус аяһындайы ла, меңәр саҡрымдан бер илдән икенсеһенә осоп, фотоға төшөрөп йәки бомба ташлап ҡайтҡан пилотһыҙ аппаратлы хәрби комплекстары ла бар. Коптерҙар менән фото-видеоға төшөрөргә мөмкин.
    Италияның Мадонне-ди-Кампильо төбәгендә үткән тау саңғыһы спорты буйынса Донъя кубогы өсөн ярыштарҙа донъяның иң яҡшы саңғысыһы Марсель Хиршерҙы коптер үлтерә яҙған.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... аптыратты Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Саха-Якутия Республикаһының Уолба ауылында йәшәүсе Михаил Боппосов тигән ир буш ваҡытында төрлө һын яһау менән мауыға.
    Нимәһе аптырата – ул фигураларҙы таш, бетон-маҙарҙан эшләмәй, ә һыйыр тиҙәген ҡуллана икән.
    Әлеге мәлдә һәүәҫкәр скульптор етеп килгән 2016 йылдың символын эшләү менән мәшғүл. Ағас янында йөрөгән бер нисә маймыл һыны буласаҡ.
    Быға тиклем ул аждаһа, кәзә, ат фигураларын әүәләгән.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе... йылмайтты Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Красноярск ҡалаһының Гай­дашовка урамында урынлашҡан сауҙа павильонын таларға маташ­ҡан ир бик үҙенсәлекле итеп тотолған.
    Ул ҡыйыҡты тишеп эскә төшкән, ләкин кире менә алмаған. Ярты кәүҙәһе тышта, аяҡтары аҫта һәлберәгән ҡараҡты хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулға алған.
    40 йәшлек ир павильондың ҡыйығын тишкәс, унда эләгеп ҡалыу хәүефен алдан уйлап, бөтә кейемен сискән. Ләкин был ярҙам итмәгән – ҡапҡан уны ныҡ ҡына эләктергән. Әйткәндәй, полицейскийҙар үҙ мәлендә килеп өлгөргән.

    авторы: admin | 25 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кеше өйөнә барыһы ла һыя… Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Хәҙер күп мутлыҡ мигранттарҙы урынлаштырыу буйынса эштәргә ҡағыла. Был районда ла бер көн шундай һорау килеп тыуған – таш сығарыу буйынса компания етәксеһе миграция хеҙмәткәренән туғыҙ үзбәкте иҫәпкә ҡуйыуҙы һораған. Түрә ханым оҙаҡ уйлап тормайынса, Ю. ауылының ике өйөнә тегеләрҙе теркәп тә ҡуйған. Әлбиттә, хужаларына әйтеп-нитеп тормаған инде. Ысынында иһә үзбәктәр Ҡ. ауылы янындағы карьерҙа эшләп, шунда уҡ йәшәп тә йөрөгән.
    Ярай әле прокуратура тикшереү үткәргәндә законһыҙлыҡты асыҡлаған, юҡһа йорт хужалары һаман да бер ни белмәҫ ине.

    авторы: admin | 15 апреля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе аптыратты Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Австралияның иң ҡарт кешеһе – 109 йәшлек Альфред Дейт ваҡытын пингвиндар өсөн свитерҙар бәйләп үткәрә. Ул былтыр Яңы Көньяҡ Уэльстағы ҡарттар йортона йәшәргә килгәс, ниндәй ярҙам кәрәк, тип һораған. Шәфҡәт туташтары, уның 80 йыл буйы бәйләм бәйләүен белгәс, Филипп утрауындағы пингвиндар өсөн ярҙам фонды тураһында әйткән. Бер аҙҙан ойошма ғәйәт ҙур күрһәткескә өлгәшкән – 32 мең свитер бәйләгән.
    Пингвиндар нефть түгелеүҙән зыян күрә һәм уларҙы ҡаурыйҙары һыуыҡтан һаҡлай алмай.

    авторы: admin | 13 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Өфө” халыҡ-ара аэропортының яңы терминалында төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Аэропорттың генераль директоры Александр Андреев әйтеүенсә, төҙөлөш эштәре 85 – 90 процентҡа үтәлгән һәм терминалды марттың өсөнсө декадаһында файҙаланыуға тапшы­рыр­ға йыйыналар. Дөйөм майҙаны 16 мең кв. метр булған яңы терминал пассажирҙарҙы сит илгә сығарыу мөмкинлеген сәғәтенә 800 кешегә тиклем арттырасаҡ.

    Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия тапшырыу тантанаһы үтте. Был бүләккә быйыл Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Әхмәт Искәндәров, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Ғәлийән Хәсәнов лайыҡ булды. Күренекле яҙыусы исемендәге премияны тапшырыу районда Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы менән тура килгән.

    авторы: admin | 12 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 18  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru