Бил бөкмәйенсә белен бешмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • Хәҙистәр
  • [b]Шәхестәребеҙгә ҡара яғырға юл ҡуймаҫбыҙ![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөйөк hәләкәт сере Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья
    Тунгус метеоритының Ергә төшөүенә – 100 йыл
    А. Куликтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана.
    Автор.
    1908 йылдың 30 июненең тыныс бер иртәhендә ҡурҡыныс хәл килеп тыуа. Себерҙең үҙәк өлөшө халыҡтары көтмәгәндә килеп сыҡҡан икенсе ҡояшҡа оҡшаш ут шарының осоуын ҡоттары осоп күҙәтә. Ул аяҙ күктән геүләп, гөрhөлдәп осоп үтә лә, офоҡ артына йәшеренеп юҡ була. Ә тирә-йүндә ер hелкенә, тегеләй ҙә былай өйҙәр ығыша, тәҙрәләрҙә быялалар селпәрәмә килә, янған мейестәрҙән утлы күмерҙәр hәм торомбаштар тәгәрәп сыға, шытырҙап ишектәр асылып китә, иҙәндәрҙән hәм түшәмдәрҙән штукатуркалар ҡойола, кәштәләр-ҙән hауыт-hаба иҙәнгә тәгәрәй, мөйөштәрҙән иконалар осоп төшә, күп урындарҙа янғын сыға. Былар бөтәhе лә күҙ ҡамаштырғыс сағыу балҡыш hәм өс-дүрт тапҡыр ғәҙәттән тыш көслө күкрәү, ҡолаҡ тондорғос шартлау менән тамамлана. Шартлау тауышы мең саҡрымдан да ашыуыраҡ радиусҡа ишетелә. Томана, наҙан тайга кешеләре:
    «...Хоҙай Тәғәләнең ҡәhәренән hуғылған Иблес (антихрист) төтөнгә hәм ялҡынға сәсәп, донъяны дер hелкетеп, ергә ҡоланы», – тип уйлап, паникаға бирелә. Улар фекеренсә, ахырызаман hәм ҡиәмәт көнө килеп еткән...»
    (Б. Вронский. Тропой Кулика. 4-се бит).
    1908 йылдың 29 июнендә (иҫке стиль) Томск ҡалаhының «Сибирская жизнь» гәзите Андрианов тигән авторҙың түбәндәге хәлдәр хаҡында hөйләгән мәҡәләhен баҫып сығара.
    «1908 йылдың июнь уртаhында (яңы стиль менән 30 июнь) иртәнге сәғәт 8-ҙәр тирәhендә Канскийға 11 саҡрымлап етмәҫ элек, Филимоново разъезы эргәhендә, тимер юл полотноhынан бер нисә сажин алыҫлыҡта, халыҡ hөйләүе буйынса, бик ҙур метеорит төшкән. Ул 40 саҡрымдан да ашыуыраҡ алыҫлыҡҡа ишетелеп торған ҡот осҡос геүләү hәм ҡолаҡ тондорғос шартлау тауышы сығарып килеп төшкән.
    Метеорит төшкән мәлдә разъезға яҡынлашып килгән поездағы пассажирҙар ғәҙәттән тыш геүләүҙән хайран булған, машинист поезды туҡтатҡас, халыҡ йәhәннәмдән килгән мосафир янына ташланған. Бик ҡыҙыу булыу сәбәпле, уларға метеоритты тотоп ҡарау мөмкинлеге булмаған. Аҙаҡтан, ул hыуынғас, разъездың төрлө кешеләре, үткенселәр уны ҡарап сыҡҡан, hәм аҙаҡтан ҡаҙып сығарған булырға тейеш. Унда булғандарҙың hөйләүенсә, метеорит бөтөнләй тиерлек ергә инеп киткән, осо саҡ ҡына күренеп торған; ул алты кубометр сажин самаhындағы аҡhыл таш булған».
    Ҡайҙалыр, сикhеҙ Себер төпкөлөндә метеорит төшөү – hис шикhеҙ, сенсацион хәл була. Себер гәзиттәрен уҡымауҙары сәбәпле, Петербург ғалимдары был хәл хаҡында хәбәрҙар булмай. Себер гәзиттәре менән таныш булып та hәм үҙҙәренә төбәп күп хаттар килеүгә ҡарамаҫтан, Иркутск магнит hәм метеорология обсерваторияhы ғалимдары ла ниңәлер был мәсьәләгә битарафлыҡ күрhәтә.
    «Быуат сере» менән ғәмәлдә совет власы йылдарында ғына етди шөғөлләнә башлайҙар. Атап әйткәндә, был эшкә Ленинград ғалимы Леонид Алексеевич Кулик тотона. Эштең башланыуына 1908 йылда яҙылған берҙән-бер рәсми хәбәр (донесение) сәбәпсе була. Ул – башта Иркутск обсерваторияhында, аҙаҡ, 20-се йылдарҙа, СССР Фәндәр академияhы Минералогия институтының метеорит бүлексәhендә табылған рапорттың күсермәhе була. Рапортты Енисей өйәҙе исправнигы (батша Рәсәйендә өйәҙ полицияhы начальнигы) Солонина Енисей губернаторына яҙған.
    «Июндең үткән 17-hендә (иҫке стиль), иртәнге сәғәт 7-лә Кожемское ауылы өҫтөнән (Ангара буйында) аяҙ күктә, бик бейектә, ғәләмәт ҙур аэролит осоп үтте. Орудиенан атҡандағылай бер нисә тапҡыр шартланы ла, күҙҙән яҙҙы».
    Мәҡәләhендә күп факттарҙың дезинформация булыуын ҡарамаҫтан, шартлау ваҡытын Андрианов «иртәнге сәғәт hигеҙҙәр тирәhендә», тип дөрөҫ яҙа, Солонина «аэролиттың» осоп үткәнен иртәнге сәғәт 7-ләрҙә күргән, егерменсе йылдар башында Иркутск обсерваторияhында сейсмографик яҙыуҙарын тикшереү Гринвич буйынса 0 сәғәт 17 минутта көсhөҙ генә ер тетрәү фактын раҫлай (Лондон менән Иркутск ваҡыттары араhы – 8 сәғәт). Күреүебеҙсә, өс факт та бер үк сығанаҡтың дөрөҫлөгөн иҫбатлауға ҡайтып ҡала.
    1921 йылда «метеорит төшкән» тип hаналған урында Л. Кулик булып китә. Бынан тыш, 1926 йылға тиклем С. Обручев, Иркутск обсерваторияhы директоры В. Вознесенский, этнограф И. Сусловтар бер-бер артлы тикшереү эштәре башҡара. Үкенескә күрә, былар барыhы ла төплө hәм hөҙөмтәле хеҙмәттәр булмай.
    Совет власының беренсе йылдарынан алып, Икенсе бөтә донъя hуғышы башланғанға тиклем был серле катастрофаны тикшереүгә иң тос өлөш индереүсенең Л. Кулик икәнлеге бәхәсhеҙ. Ул 1927, 1928, 1929 – 1930, 1939 йылдарҙа дүрт экспедиция үткәрә.
    Кешелек тарихында күрелмәгән ҡаты hуғыш Тунгус метеориты хаҡында онотоп торорға мәжбүр итте. Һуғыш тамамланып, аҙмы-күпме баш-күҙ алыуға ғалимдарҙың иғтибарын башҡа тарафҡа йәлеп иткән икенсе феноменаль осраҡ килеп сыҡты: 1947 йылдың 12 февралендә Алыҫ Көнсығышта Сихотэ-Алин метеориты Ергә төштө. Барса hыныҡ-ярсыҡтары, дөйөм алғанда, 23 тонна торған был комета бер ниндәй ҙә сер hәм йомаҡ тәшкил итмәhә лә, уны тикшереү өсөн ғилми даирәләргә дүрт йыллап ваҡытын сарыф итергә тура килде (Башта метеоритты «Филимон метеориты» тип йөрөттөләр, 20-се йылдарҙа Кулик уға «Тунгус метеориты» тигән исем бирә). Һөҙөмтәлә Тунгус мәсьәләhе hаман кисектерелә килде, тере шаhиттар – ағастарҙың сереп юҡҡа сығыуы көсәйҙе; улар урынына аэрофототөшөрөү эффектын түбәнәйтеүсе яңы урман үҫеп сыҡты; тайга ерлегенә йылдан-йыл мүктең сираттағы яңы ҡатламы өйөлөп, шартлау дәүерендәге «портреты» нығыраҡ, ҡалыныраҡ ҡаплана барҙы... «Тунгус метеориты» мәсьәләhе өлкәhендә тулыhынса «штиль» урынлашты, тиhәк тә хата булмаҫ...
    Уның ҡарауы, нәфис әҙәбиәттә фәнтәзи жанры йәнләнде. Айырыуса, яҙыусы-фантаст А. Казанцевтың гипотезалары hәм әҫәрҙәре йәмғиәт фекеренә ҙур йоғонто яhай. 1946 йылда баҫылып сыҡҡан «Шартлау» исемле хикәйәhенән башлап, бөгөнгө көнгәсә уның фекере фәнни-популяр хеҙмәттәр формаhында ла фәнни-фәнтәзи нәфис әҙәбиәт формаhында ла, йәмәғәтселек аңында йәшәп килә. Һәм, шуны билдәләп үтергә кәрәк, уңышhыҙ түгел. Тунгус метеориты хаҡында А. Казанцевтың фекере ниҙән ғибәрәт hуң? Ул шундай hорау ҡуя: метеорит ҡайҙа ғәйеп булған? Һәм ошо сетерекле hорауға яуап итеп, сираттағы дәлилдәрҙе килтерә.
    «Йығылған урман өлкәhенең ҡап уртаhында йығылмай ҡалған «үле урман» зонаhы бар. Уның радиусы биш саҡрым тирәhе. «Үле урман» ағастарында ботаҡ, сатыр әҫәре ҡалмаған, хатта ҡабыҡтарына тиклем hуйылып төшкән. (Бары тик итексе беҙен йәки шпаганы хәтерләткән олондар ғына hерәйеп баҫып тора, авт.) Ниңә был зонала ағастар шартлау тулҡынынан йығылмаған? Сөнки көслө тулҡын өҫтән килгән. Шартлау ерҙә түгел, ә hауала булған. Метеорит үҙенән-үҙе шартламай (ул яна). Тимәк, был метеорит түгел, ә Марстан Ергә төшкән планета-ара карап булған. Уның атом двигателдәре булған, hәм Ергә төшөп етәрәк, идара итеү системаhы эштән сыҡҡан. Атом шартлауы hөҙөмтәhендә карап үҙен-үҙе юҡҡа сығарған, килеп тыуған ерҙәге барса ҡыйралышҡа, шул иҫәптән сейсмологик hәм hауа тулҡындарына, күктең аномаль яҡтырыуҙарына сәбәп булған».
    Казанцевтың гипотезаhына йәнәшә рәүештә Тунгус метеоритын тәү башлап тикшереүсе Куликтың хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итәйек.
    Леонид Алексеевич тикшеренеү эштәренең башынан алып ғүмеренең аҙағынаса Ергә гигант метеорит төшөүенә шикләнмәй, хатта ныҡ ышана, тиhәк тә хата булмаҫ. Ул метеориттың бер бөтөн ҙурлыҡта ғына түгел, ә күп hандағы киҫәктәргә бүлгеләнеү ихтималлығын да күҙ уңында тота.
    Беренсе экспедицияhында ул ниндәй ҙә булhа мөhим hөҙөмтәләргә ирешә алмай. Экспедиция урынға разведка формаhындараҡ килеп сыға. Бер нисә кешенән торған экспедиция ағзалары мәңгелек тайгалағы ҙур шартлауҙың эпицентрына үтеп инә. Ун туғыҙ йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, урындың тәү күренеше аҙ ғына үҙгәргән була. Тикшеренеүселәрҙе иҫ-аҡыл китмәле картина ҡаршы ала. Эпицентрҙа ҙур радиус менән сайырhыҙ hәм ҡабыҡтарынан яҙған «үле урман» тырпайып тора. Ошонда уҡ hыу менән тулы бер нисә түңәрәк депрессия (бәләкәй күл) табыла. Кулик уларҙы шундай уҡ метеорит кратерҙары, воронкалары итеп юрай. Артабан эпицентрҙан төрлө яҡҡа йөҙәр мең гектар майҙанда көл-күмергә әйләнгән, көйгән, имгәнгән урман йәйрәп йығылып ята (яҡынса 25 – 30 км радиуста).
    «Бындай ғәҙәттән тыш шартлауҙың грандиоз картинаhын күҙ алдына ла килтерә алмайым, – тип яҙа Кулик. – Беҙҙең күҙәтеү пунктынан урман билдәләре күренмәй: бар нәмә йығылған, янған, ә тирә-яҡта был үле майҙанда егерме йәшлек йәш үҫентеләр үҫә башлаған... Һәм сыра урынына hынған 10-ар, 20-шәр ҡарыш йыуанлығы алпамышаларҙы күрhәң, ҡурҡыныс булып китә».
    (Б. Вронский. Тропой Кулика. 13-сө бит).
    Икенсе экспедицияhында Кулик үҙе «метеорит воронкалары» тип тапҡан уйымдарҙы ҡаҙыу менән шөғөлләнә. Метеоритты тимер есемдер, тип фараз иткәнгә күрә, уны магнит киноға төшөрөүҙәр үткәрелә. Яҙ башынан эшләй башлаған экспедиция ағзалары тайга тормошоноң ауыр шарттарына hәм ауырыуҙарға сыҙай алмай, йәй аҙаҡтарында ҡайтып китә. Тынғыhыҙ Кулик башлаған эшен октябргә тиклем яңғыҙы дауам итә. Ләкин башҡарған тырышлыҡтары ниндәй ҙә булhа hығымтаға килерлек hөҙөмтә бирмәй.
    Өсөнсө экспедиция иң күп hанлы экспедиция була. Ун кешенән торған был төркөм составына hаҙлыҡты өйрәнеүселәр, быраулау мастерҙары, астрономдар инә. Кулик был юлы ла метеорит воронкаларын асыуҙы, уларҙың төбөн быраулау юлы менән ер ҡуйынына «инеп киткән» метеорит киҫәктәрен табыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.
    Башҡаларына ҡарағанда сағыштырмаса юғарыраҡ урынлашҡан hәм ҙурыраҡ воронка hайлап алына, көрәктәр, кәйләләр hәм тачкалар менән генә ҡоралланған экспедиция апрелдән башлап май аҙаҡтарына тиклем 40 метр оҙонлоғонда траншея ҡаҙа. Ошо траншея буйлап воронка hыуын ситкә ағыҙыу hәм воронка төбөнөң асылыуы сер сисеүгә араны ҡыҫҡартыр кеүек тойола. Энтузиастарҙың бөйөк үкенесенә күрә hыуҙан азат ителгән воронка төбөндә бөтөнләй көтөлмәгән табыш – Тунгус шартлауының йәшенән күпкә өлкән ағас төпhәhе ҡаршы ала. Ә был төпhә – воронканың метеорит төшөү hөҙөмтәhендә тыумағанлығына сағыу дәлил. Ысынлап та, метеорит төшкән урын булhа, бында төпhәләрҙән саң да ҡалмаған булыр ине.
    Хәмит ИРFӘЛИН.
    Стәрлетамаҡ ҡалаhы.
    (Дауамы бар).
    авторы: Нур | 1 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ғәләмәт ҙур астероид менән бәреле ...
  • Венераның биш сере
  • Академик Эрик Ғәлимов: «Донъя океаны һәләк ...
  • Бөйөк hәләкәт сере
  • Бөйөк hәләкәт сере
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru