Йүнһеҙ итексе беҙен ғәйепләр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөйөк hәләкәт сере Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья
    Һәр кемдә, нилектән астрономдар Ергә килеп төшкәнсе Тунгус метеоритын күрмәгән, тигән hорау тыуырға мөмкин. Дөрөҫ hорау. Был hорауға, метеор Ергә Ҡояш яғынан килгән, шуға күҙәтеүселәр күрмәйерәк ҡалған, тигән әллә ни ышандырмаҫлыҡ яуаптан башҡа икенсеhен осратып булмай.
    Тунгус метеоритына яҡтылыҡ салюты булған күктең аномаль яҡтыртыуҙары донъя ғалимдары өсөн әле hаман да асыҡланмаған мәсьәлә булып ҡала тиергә мөмкин.
    1908 йылдың 30 июненән 1 июлгә ҡараған төнө күп астрономдың иҫендә ҡала. Төндөң үтә яҡтылығы hөҙөмтәhендә ниндәй ҙә булhа астрономик күҙәтеүҙәр алып барыу бөтөнләй мөмкин булмай. Июнь аҙағында, июль баштарында яҡты төндәр хаҡында Рәсәйҙең Европа өлөшөндә hәм Көнбайыш Европа илдәре гәзиттәре күп яҙа. Себер гәзиттәрен уҡымағанлыҡтан, бында Тунгус метеориты төшөүе хаҡында белмәйҙәр.
    «Сираттағы метеорологик күҙәтеүҙәргә әҙерләнгән саҡта, киске күктең үтә яҡтылығы мине аптыратты... Сәғәт ундар тирәhе ине. Офоҡтоң үтә яҡтылығына ҡарап, беҙ бөгөн бығаса күрелмәгән хәлгә, 45 градус киңлектә аҡ төнгә шаhит буласаҡбыҙ». (Метеоролог А. Апостолов. Ставрополь).
    «Июндең 17-hенән 18-нә (иҫке стиль) ҡарай төндә ғәҙәттән тыш күренеш булды. Күк ҡалын болоттар менән ҡапланған, ямғыр яуа hәм шул уҡ ваҡытта ғәҙәттән тыш яҡты. Төнгө 11 сәғәт 40 минут шулай уҡ яҡты, сәғәт беренсе киткәндә лә үҙгәреш юҡ. Шул тиклем яҡты, хатта асыҡ урында гәзиттәге ваҡ хәрефтәр менән яҙылғандарын да уҡырлыҡ». (Студент А. Толканов, күп йылдарҙан hуң академик-геолог, Андрейково ауылы, Костроманан 13 саҡрым).
    «Мин Ҡара диңгеҙҙең текә ярында баҫып тора инем... Һауаға ғәжәпләнеп ҡарап, тирә-йүндәгеләрҙән, төнгө 11 сәғәт 30 минутта ниңә шулай яҡты, тип hораным. Яҡты күктә алhыу-көмөш төҫтәге болоттарҙы хәтерләйем». (Е. Тишкина, Одесса).
    Бындай аномаль яҡтыртыуҙарҙың hәм көмөш болоттарҙың тәбиғәте ғалимдарҙы 1908 йылдан уҡ ҡыҙыҡhындыра.
    А. Шенрок, мәҫәлән, өс аңлатма тәҡдим итә:
    1) hаҙағай уйнауы;
    2) ҡояш яҡтыртҡан үтә бейек hәм йоҡа болоттар;
    3) атмосфераның өҫкө ҡатламдарына йыhан саңы үтеп инеүе.
    Беренсе hәм икенсе варианттарға ышаныу ҡыйын, ә бына өсөнсө варианттың хәҡиҡәткә яҡынлығы ғалимдарҙың күбеhендә хуплау таба. Атмосфераның өҫкө ҡатламдары саңланыуының ҡырҡа көсәйеүен инглиз астрономы У. Деннинг, немец астрономы М. Вольф hәм башҡалар яҡлап сыға. Бельгия ғалимы Ф. де Руа Ерҙең йыhан саңының ҡуйы болото менән осрашыу ихтималлығын әйтә. Ә иң hиҙгере Дания астрономы Т. Кооль була. Ул 1908 йылдың 4 июлендә (Тунгус метеориты төшөп, дүрт-биш көн үткәс): «... hуңғы ваҡытта Данияла йәки ҡайҙа булhа ла икенсе урында берәй ҙур метеорит килеп сыҡманымы икән, шуны белергә ине...» – тип яҙа.
    Аномаль төндәрҙең hәм көмөш болоттарҙың хасил булыуына аныҡ механизм тәҡдим итә. «Көмөш болоттар үҙҙәренең булмышы менән метеориттарға бурыслы», – тип яҙа ул. Кулик фекеренсә, аномаль яҡтыртыуҙар – метеориттың Ер атмосфераhына ингән саҡта ҡаты матдәнең газ хәленә әүерелеүҙән ҡалған ваҡ hәм еңел продукттары.
    Аномаль яҡтыртыуҙар зонаhы яҡынса «Енисейҙың урта ағымы – Ташкент – Ирландия» схемаhы кеүегерәк, Тунгус шартлауы урынынан көнбайышҡа табан гигант тел формаhында hуҙыла. Комета ҡойроғо, ҡағиҙә рәүешендә, Ҡояш еленә таралған ял ҡиәфәтендә Ҡояш нурҙары ыңғайына hуҙылыусан. Тунгус метеориты төшкән саҡта, Ҡояш көнсығышта тора, шулай булғас, уның ҡойроғо Көнбайыш Европаға табан йүнәлтелгән була. Был тәңгәлдә, Тунгус метеориты сығышы менән ҙур булмаған комета, ә күктең аномаль яҡтыртыуҙары был комета ҡойроғоноң атмосфераға ингән саҡтағы саң бөртөктәре, тигән гипотеза өҫтөнлөк итә. Был гипотезаға ҡапма-ҡаршы идеялар ҙа юҡ түгел (И. Астапович, Е. Кринов, академик Ф. Фесенков).
    Аномаль яҡтырыуҙар Тунгус метеориты төшкәнсе лә (июндең 21-нән башлап) күҙәтелгән. 30 июнь төнөнән 1 июль төнөнә ҡарата ул максималь аҙайыуға йөҙ тота. Был мәсьәләне хәл ителмәгән күренештәр исемлегенән төшөрөп ҡалдырыу хәҙергә мөмкин түгелдер.
    Атмосферала Тунгус метеориты hөҙөмтәhендә барлыҡҡа килгән саң күсе, әйтәйек, Англияла яҡты төн хасил иткән, тигән фекер ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Метеорит шартлаған Чамба шишмәhе бассейнынан Англияға тиклем 5750 саҡрым. Метеорит саңына тәүлектән дә аҙ ваҡыт эсендә Бөйөк Британияға етеү өсөн көнсығыштан көнбайышҡа сәғәтенә 260 саҡрым менән туҡтауhыҙ иҫкән ел кәрәк булыр ине. Икенсе төрлө әйткәндә, секундына 72 метр йәки ғәрәсәт еле тиҙлегенән ике тапҡырға етеҙерәк тиҙлек булыуы шарт. Был тәңгәлдә 1949 йылда академик В. Фесенков яhаған асыш үҙенсәлекле. Фесенков шул заманда донъяның атмосфера таҙалығын системалы күҙәтеүсе фәнни учреждение булған алыҫ Калифорниялағы танылған астроном Ч. Аббот эшләгән Маут Вильсон обсерваторияhына мөрәжәғәт итә. Бәхеткә күрә, Аббот күҙәтеүҙәрен 1908 йылдың майында уҡ башлаған була. Уның яҙмаларында июндең икенсе яртыhында hәм август башында атмосфераның тоноҡланыу факты ярылып ята. Фесенков саңды күсереп йөрөтөүсе ел тиҙлеген иҫәпләп сығара. 9000 саҡрым ара 360 сәғәттә үтелгән. Тимәк, ел тиҙлеге сәғәтенә 25 км йәки секундына 7 метр. Тунгус метеориты саңының ике аҙнала Калифорнияға талғын ел тиҙлеге менән барып етеүе бик мөмкин хәл.
    Fалимдарҙың хеҙмәттәренә ҡарағанда, Тунгус шартлауында ғәҙәттән тыш бер ни ҙә юҡ кеүек. Атом шартлауы гипотезаhы, Бронштэн әйткәнсә, «фантастик версия hабын ҡыуығылай шартланы».
    Юҡ, Казанцев үҙ позицияhынан еңел генә сигенергә теләмәй әле.
    Тунгус шартлауына А. Казанцев яңы матдәүи иҫбатлауҙар килтерә. Сит планетанан килгән карап ярсығын 68 йыл үткәс (1976) Коми АССР-ның Вашка йылғаhы буйында ике балыҡсы тапты, ти ул. «Мин ҡулымда кило ярым ауырлығындағы көмөш төҫлө «тимер» hынығын тотоп ҡараным. Уны ғалимдар өс киҫәккә бысты hәм өсөhөн өс фәнни тикшеренеү институтына анализға ебәрҙеләр. Нимә килеп сыҡты?.. Техник деталдәр хаҡында hөйләп тормайым, бары тик ғалимдарҙың фекере бер төрлө булыуын ғына әйтәм: ерҙә hирәк осрай торған бындай иретмәне (сплав) Ерҙәге иң яңы технологиялар ярҙамында ла алып булмай». Артабан Казанцев серле «тимер» hынығы хаҡында үҙ фекеренә ҡеүәт итеп техник фәндәр кандидаты В. Фоменконың 1985 йылдың 27 ғинуарында «Социалистическая индустрия» гәзитендә сыҡҡан мәҡәләhен килтерә. «Тикшеренеүселәр hыныҡтың тәүтормош ихтимал күренешен үҙләштергәндән hуң, тип яҙа Фоменко, – ти Казанцев, – уны диаметры 1,2 метрлы түңәрәк, цилиндр йәки көмбәҙ ҡиәфәтендәге деталь, тигән hығымтаға килде h.б.»
    Һуңғы ваҡытта яhалма юлдаштар ярҙамында Галлей кометаhын минималь алыҫлыҡтан тикшереүҙәрҙең hөҙөмтәhе нигеҙендә ғалимдар Тунгус шартлауына яңы асыҡлыҡтар индереүгә ҙур өмөт бағлай. (15 – 20 йыл элек Галлей кометаhы Ҡояш системаhы аша үтеп киткәндә фәнни даирәләрҙә hәм матбуғаттағы ығы-зығыларҙы хәтерләгеҙ – авт.) Йыhанды өйрәнеү фәненең hәм техникаhының йылдам үҫеше hөҙөмтәhендә Казанцев идеяларының ҡайhы бер элементтары «туҡмалды». Миҫалға, үткән быуаттың илленсе йылдары аҙағында Марста тереклек юҡлығы иҫбатланыу менән, Тунгус метеориты – Марстан килгән планета-ара йыhан карабы тигән фараз.
    Казанцев үҙе тәҡдим иткән идеяларға ғилми даирәләрҙә фәннилек дәғүә итhә, уҡыусыларҙың киң массаhында улар, бер ниндәй стресhыҙ ғына, бәлки, фантастиканың аҫыл өлгөләре булараҡ ҡабул ителгәндер. Уның фекерҙәре менән ғалимдар иҫәпләшә, хатта көрәшә тиергә мөмкин. Фактик материалдар нигеҙендә билдәле дәрәжәлә инҡар ителhәләр ҙә, кире ҡағылhалар ҙа, Казанцев фекерҙәре уҡыусылар иғтибарын йәлеп итә. Ошо дәлил генә лә техник яҡтан уҡымышлы (инженер), романтик натуралы, оптимистик рухлы, фантазияға бай, hығылмалы фекер йөрөтөүгә hәләтле булған талантлы яҙыусы шәхесенә ихтирам билдәhе түгелме ни?
    Фәндә бер кем дә hуңғы тамамланмыш бүлекте яҙа алмай, тигән hәр кемгә билдәле хәҡиҡәт бар.
    Фантастик фекерләү сәнғәте лә артабан үҫеү хоҡуғына эйә. Мәғәнәгә ашмаҫтайҙары кире ҡағылhын, улар урынына икенселәре тыуhын.
    Фантастик идеяларҙың етмешләп проценты иртәгәме-hуңмы ысынбарлыҡҡа әйләнеүе менән ғалимдар hәм әҙиптәр генә түгел, күп уҡыусыларҙың да хәбәрҙар булыуы бәхәсhеҙ. Кешелек мөғжизәләр күреүгә өмөтөн өҙмәhен, хыял итеү hәләте тышалмаhын, оптимистик рухтан мәхрүм булмаhын: Тунгус метеориты сере сиселдеме? Күп серҙе йәшергән был серле hорауға аныҡ яуап бирергә баҙнат итеүсе ғалимды табыуы ауыр.
    Шағир Бьернстьерне Бернсон hүҙҙәре менән әйткәндә, «Разгадки тайна ждет».
    Хәмит ИРFӘЛИН.
    Стәрлетамаҡ ҡалаhы.
    (Аҙағы. Башы 76 – 77-се hандарҙа).
    авторы: Нур | 5 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ғәләмәт ҙур астероид менән бәреле ...
  • СЕР МЕНӘН ТУЛЫ ДОНЪЯ
  • Академик Эрик Ғәлимов: «Донъя океаны һәләк ...
  • Бөйөк hәләкәт сере
  • Бөйөк hәләкәт сере
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru