Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Дини белем кәрәк
  • Хужабикәгә кәңәш
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • Шәжәрәңде бел!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көнләшеү бәләһе Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья
    Әнисә апай бәләкәйҙән йыр-моң яратты. Яратты ғынамы һуң: радионан берәй яңы йыр ишетеп ҡалһа, тиҙ генә һүҙҙәрен яҙып ала ла, уны үҙе уйлап сығарған тағы ла матурыраҡ көйгә һалып, йырға яңы йән өрә. Хоҙай уға моңдо йәлләмәгән – һандуғастарың ары торһон! Ауыл клубында берәй концерт-фәлән була ҡалһа, уның ризалығын да һорап тормай клуб мөдире, иң беренсе сәхнәгә уны сығара. Әнисә апайҙы өгөтләү ҙә кәрәкмәй, концерт башланырҙан бер-ике сәғәт алда әйтеп ҡуйһаң, шул етә. Сәхнәгә сыҡҡас инде, бер йыр урынына өс-дүртте лә башҡарырға тура килә ҡайһы саҡ. Ауылдаштарының ялҡынлы ҡул сабыуы алдында ирей ҙә төшә йырсы апай.
    Ә бына көнләшеүҙә Әсҡәт еҙнәм апайымдан да арттыра. Берәй ерҙә ҡунаҡта булһалар, Әнисә апай йырлай башланымы, еҙнәм йәш сағында тәүҙә апайыма түгел, уның моңона ғашиҡ булыуын иҫенә төшөрә лә, яңынан берәйһе күҙ һалмаһын, тип, кәләшен ала һалып ҡайтып та китә. «Һин кешеләргә түгел, миңә генә йырла!» – ти ул ҡәҙерлеһенә, ҡәтғи рәүештә бармаҡ янап.
    Бер көн шулай еҙнәм эштән ҡайтыуға апайым өйҙә юҡ икән. Түҙемһеҙ ир бер сәғәт көтә, ике, өс сәғәт көтә лә... арып, йоҡлап китә. Бына бер ваҡыт Әнисә апай соландан уҡ йырлап өйгә килеп инә. Ниндәй һүҙҙәр менән йырлай бит әле:
    «Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
    Моң ҡайҙа һуң, әйт урам?
    Аулаҡ өйлө һәм гармунлы,
    Йәшлегемде һағына-а-ам...»
    Инде төшөрөргә әүәҫләнеп алған еҙнәмдең был йырҙы беренсе тапҡыр ишетеүе. Ул урынынан һикереп тора ла кәләшенә ташлана: «Ҡайҙа йөрөй икән, тип борсолоп ултырған булам бит әле. Ә һин йәшлегеңде һағындыңмы? Мә, һиңә йәшлек! Аулаҡ өйҙө һағындыңмы? Мә, һиңә аулаҡ өй!...» – тип йоҙроҡтарына ирек биреп ташлағанын үҙе лә һиҙмәй ҡала...
    Шул көндән башлап Әнисә апай йырламаҫ булды. «Йырла инде», – тип Әсҡәт еҙнәм инәлеп үк һораһа ла, ыңғай яуап ала алмай. Гонаһһыҙға ҡыйырһытһаң, кеше түгел, хатта һандуғас та йырламай шул.
    Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.
    авторы: Нур | 11 августа 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тәүге уҡытыусыбыҙға рәхмәт!
  • Әгәр әсәйем эргәлә булһа...
  • Апайыма хат
  • Үҙ телемде яҡлар көсөм бар
  • Миңзәләнең күңел утрауына бер ҡар ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru