Ҡабаланған ҡабырғаһын һындырған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңылыҡтар
  • Ялы ла, эше лә танһыҡ
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Май
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • СЕР МЕНӘН ТУЛЫ ДОНЪЯ Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья
    Ер шарының иң аномаль 10 урыны билдәләнгән
    Йыһан киңлегенән сығып, башҡа күк есемдәре менән сағыштырғанда, Ер шары бик бәләкәй генә планета булып тойола, әммә ундағы мөғжизәгә тиң күренештәр, серле урындар һанап бөткөһөҙ һәм һәр ҡайһыһы үҙендә сер туплаған, хатта ғәҙәти фән күҙлегенән дә аңлатыу таба алмай. Ғалимдар аномаль тип табылған шундай ун урынды билдәләгән.

    Аризона кратеры
    Урындағы халыҡ һәм туристар Американың Аризона штатындағы Дьябло каньонында урын-лашҡан был кратер өҫтөндә йыш ҡына билдәһеҙ осоусы объекттарҙың йөрөүен билдәләй. Күҙаллауҙар буйынса, кратер 27 мең йыл элек Ер шарына 2 миллион тонна ауырлыҡтағы никель металынан торған метеориттың төшөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Метеоритты әле булһа ла таба алмайҙар, «ситтән килгән ҡунаҡ» ер ҡатламы аҫтына инеп, эҙһеҙ юғалған булырға тейеш.

    Сәләмәтлек һәм оҙаҡ йәшәү үҙәне
    Эквадорҙың көньяғындағы Вилькабамба ауылында йәшәүсе халыҡ йөҙ йәшкә тиклем һәм унан да күберәк ғүмер итә икән. Ауыл халҡының организмын тикшергән табиптар төбәктә оҙаҡ йәшәүҙең рецебын барыбер асыҡлай алмаған. Күҙәтеүҙәр буйынса, урындағы климатта ла, халыҡтың ғәҙәттәрендә лә, туҡланыуында ла әллә ни ҙур айырма табылмаған.

    Елюю Черкечех (Үлем үҙәне)
    Якутияның Вилюй йылғаһы ярҙары металл ҡалдыҡтары өйөмөн хәтерләтә. Баҡтиһәң, уларҙан кешенең һаулығына ныҡ насар тәьҫир итеүсе металл предметтар һерәйеп тора. Мәҫәлән, металдан торған өй, уның эсендә хатта ныҡ һалҡын ҡыштарҙа ла йылы. Әммә унда өс тапҡырҙан артығыраҡ йоҡлаған һунарсы, сәйер сир менән ауырып, үлемгә дусар булған. Яр буйында ярымшар формаһындағы сәйер предметты ла табырға мөмкин, уның сите иң үткер бысаҡтан да үткерерәк. Ергә батҡан бик ҙур ҡаҙандан да яҡшы энергия килмәй.
    Урындағы халыҡтың был нәмәләргә үҙҙәренсә аңлатмаһы бар. Легенда буйынса, йәнәһе лә бында элек бик ябыҡ, бер күҙле һәм тимер кейем йөрөткән ҡара кешеләр йәшәгән.

    Хэйчжу уйһыулығы
    Ҡытайҙың Сычуань провинцияһындағы был урында йыш ҡына кешеләр эҙһеҙ ғәйеп була. Мәҫәлән, 1966 йылда картографтар экспедицияһы һәм 1976 йылда урмансы-инспекторҙар төркөмө киткән еренән кире әйләнеп ҡайтмай. Ҡайтҡандары ла сәйәхәт мәлендә ҡапыл томан төшөүе, сәйер тауыштар ишетелеүе һәм ориентация, ваҡыт тойғоһон юғалтыуҙары тураһында бәйән итә.
    Урындағы Фәндәр академияһының приборҙары был урында ер аҫтынан ағыулы парҙар күтәрелеүен теркәгән. Улар ҡайһы бер ағастарҙың сереүенән барлыҡҡа килә, ти ғалимдар. Нисек кенә булмаһын, территорияның һәр сантиметр ерен тикшергәндән һуң да сәйер урында юғалған йөҙҙән ашыу кешенең бер ҡалдығы ла табылмаған.

    Тынлыҡ зонаһы
    Мексикалағы был урында радио тулҡындары юғала, сәғәттәр туҡтай, ә компастың уғы «бейей» башлай. Хатта унан 50 саҡрым алыҫта урынлашҡан Себальос ҡалаһында телевизорҙар эшләмәй, радио тотмай. Был күренештең сере әлегә фәнгә билдәһеҙ.

    Наска сүллеге
    Перуҙағы был сүллектең (500 кв. км.) өҫтө тулыһынса тиерлек гигант һүрәттәр менән ҡапланған. Уларҙа маймыл, кеҫәртке, эт, сәскәне, ағастарҙы төҫмөрләргә мөмкин. Уларҙың 99,8 проценты геометрик фигуралар тип билдәләнгән. 8 саҡрымғаса һуҙылған тип-тигеҙ линиялар, тура дүртмөйөштәр, трапециялар, өсмөйөштәр, спиралдәр һәм башҡа фигураларҙың нимә аңлатыуы, ни рәүешле барлыҡҡа килеүе әлегә сер булып ҡала.

    Көнсығыш күле
    Антарктидала Көньяҡ полюстан 480 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан бер күл ғәжәпләндерә. 3,8 саҡрым ҡалынлыҡ боҙ аҫтындағы күлдә һыуҙың температураһы +10 – 18 градус! Ғалимдарҙың билдәләүенсә, боҙ менән һыу арауығындағы бушлыҡта үҙенән-үҙе таҙарыусы һауа булыуы һәм был урында үләндәр һәм хайуандар йәшәүе лә ихтимал.

    Сейбл утрауы
    (караптарҙы йотоусы)
    Төньяҡ Атлантиканың Галифакс (Канада) портынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 200 саҡрым үткәс, йөҙөп йөрөүсе бер утрауҙы осратырға мөмкин. Гольфстрим ағымы буйынса материктан океан ҡосағына һәм кире йөҙөп йөрөүсе утрау үҙе бер ғәжәйеп күренеш, ти ғалимдар. Күҙаллауҙар буйынса, ул әкренләп һыу аҫтына китер, тип уйлаһалар ҙа, үткән быуатта хатта ҙурайыуы күҙәтелгән. Ошо сәбәпле океанда караптар йыш һәләкәткә осраған, сөнки йөҙөп йөрөүсе утрауҙың координаттары гел үҙгәрә. Утрауҙағы махсус йорттарҙа 15 – 25 кеше даими йәшәй һәм маяҡтарҙы, гидрометпунктты хеҙмәтләндерә. Уларҙың һүҙҙәре буйынса, утрауҙа диңгеҙҙә һәләк булған моряктарҙың өрәктәре йыш күренә.

    Тула аномалияһы
    Рәсәйҙең Тула өлкәһендәге Хомяково менән Ясногорск станциялары араһындағы бер урында кешеләр тәү ҡарашҡа хәүефһеҙ тойолған ерҙә поезд аҫтында ҡала йәки башҡа үлемесле һәләкәткә осрай икән.

    Тылсымлы утрау
    Рәсәйҙең Кольский ярымутрауы ярым ай формаһында. Уның ярҙары урындағы климатҡа бөтөнләй тап килмәгәнсә кристалл кеүек таҙа аҡ ҡом менән ҡапланған. Унда ҡар кешеһен дә йыш осраталар. Ғалимдарҙың билдәләүенсә, был урын ерҙең аномаль өлөшөндә ята.
    авторы: Альбина | 1 сентября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ғәләмәт ҙур астероид менән бәреле ...
  • ЭРГӘБЕҘҘӘ КЕМДӘР БАР?
  • ҠОЯШҺЫҘ 7 МИНУТ
  • Глобаль йылынын хэм унын эземтэлэре
  • Бөйөк hәләкәт сере
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru