Белгән - юлда, белмәгән - түрҙә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Ниңә иғтибар етмәй икән?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ерҙә сәйер тереклек күпме? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья
    Был һорауға ғалимдар һаман да яуап эҙләй
    Донъяла бик тә серле, торғаны менән сиселмәгән йомаҡ булған күренештәр байтаҡ. Төркөм-төркөм ғалимдар оҙаҡ йылдар буйына тикшеренеүҙәр үткәрһә лә, уларға яуап табылмай әле. Тик фараздар менән генә ҡәнәғәтләнергә тура килә. Шулай ҙа мөғжизәле нәмәләрҙе асыҡларға өмөт бар. Түбәндәге хәл-күренештәрҙе ғәжәп тимәй, нимә тиһең инде?!

    Лох-Несс күлендәге серле йән эйәһенең кәүҙәһен күргәндәр
    Шотландияның Лох-Несс күлендәге серле йән эйәһе тураһында һәммәһе лә ишеткәндер. Әммә уның ниндәй ҡиәфәтле икәнен асыҡ ҡына күреүселәр юҡ кимәлендә. Күптән түгел генә Джейсон Кук тигән кеше бер сайт фотоларын ҡарап, иҫ киткес матур тәбиғәт менән һоҡланып ултырғанда сәйер күренешкә тап була. Һыу ятҡылығын өҫтән төшөргән фотола ҙур бер «балыҡ»ты шәйләп ҡала, ул ҡайһылыр ере менән плезиозаврға (боронғо оҙон муйынлы һөйрәлеүсе һыу йәнлеге) оҡшаш, имеш. Диңгеҙ тереклегенең тәне оҙонса түңәрәк, ике пар тәпәйе, оҙон ҡойроғо бар. Был, ысынлап та, асыш. Хәҙер инде Лох-Несс күлендә серле йән эйәһе бар, тип тулы ышаныс менән әйтергә була. Ошо һүрәт тә быны раҫлай. Әммә был фоторәсемде ентекләп өйрәнергә кәрәк әле.
    Әйткәндәй, Лох-Несс күлендәге йән эйәһе (уны Несси тип исемләйҙәр) тураһында беренсе яҙма мәғлүмәт беҙҙең эраның 565 йылында телгә алына. Артабан был хаҡта һүҙ бер тынып, бер ҡуйырып тора. Тик 1933 йылда ғына билдәле бер гәзиттә билдәһеҙ йән эйәһе менән күҙмә-күҙ осрашҡан ғаиләнең хәбәре баҫылып сыға. Шунан һуң бүтәндәр ҙә күлдә ҙур ҡарышлауыҡ рәүешендәге йән эйәһенең йөҙөүен шәйләй. Ошонан башлана ла инде уға һунар.

    Львов чупакабраһының эҙе буйлап
    Ул малдарға һөжүм итә. Күптәр был йыртҡысты тәүҙә бүре тип уйлай, аҙаҡ кемдер улай булмауын асыҡлай. Әммә аныҡ ҡына билдәләмә таба алмайҙар. Ҡоноға ла (росомаха) оҡшаталар, тик ул был тарафтарҙа бөтөнләй йәшәмәй булып сыға. Йыртҡыс Глиняное ауылындағы бер хужалыҡтың йорт ҡуяндарын быуып, ҡанын эсеп киткәс, башлана ла инде ығы-зығы. Уға чупакабра тип исем дә ҡушып ҡуялар.
    Халыҡ милицияға, ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәренә лә мөрәжәғәт итеп ҡарай. Улары, ҡырағайланған эт йә бесәйҙер, тип ҡул һелтәй. Ниндәйҙер йән эйәһе ҡуяндар торған ситлекте емереп ингән.
    «Европа биләмәһендә вампир йыртҡыстар юҡ, – тип белдерә ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре Игорь Цеверин. – Әммә был ҡоторған эткә лә оҡшамаған. Ҡоно (ул башлыса Себер йәнлеге) иһә ҡорбанын ашар ине». Бәлки, берәй мутант хайуандыр, тигән фараздар ҙа була. Үлтерелгән ҡуяндарҙа ҙур теш эҙе күренә. Ҡандары бөтөнләй булмай. Бүре тоҡомонан булған эт, ҙур бесәй, һыуһар, хатта алйыған кеше тип тә уйлап бөтәләр. Шулай ҙа күпселек билдәһеҙ сығышлы монстр икәненә ышана. Үҙен аныҡ күрмәгәс, бары тик фараздар менән генә ҡәнәғәтләнә улар. Һөнәре буйынса зоотехник Надежда Рудая ла, йыртҡыстың эҙен ҡарап, бик сәйер, оҙон тырнаҡлы иләмһеҙ йән эйәһе булыуын билдәләй. Ул бер үҙе генә лә түгелдер, бәлки, сөнки бер-береһенән 150 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ауылдарҙа йорт йәнлектәренә ташланыу осраҡтары теркәлгән. Бәлки, чупакабра үтә лә етеҙҙер. Әле ярай кешеләргә һөжүм итмәй. Ҡурҡыныс монстр һаман иректә.

    Тағы ла шул «Ҡар кешеһе» тураһында...
    Был хаҡта бик күп легенда, имеш-мимеш йөрөй. Теге йәки был төбәктә әленән-әле уны күреүселәр, дөрөҫөрәге сырамытыусылар табылып тора. Хатта бер нисә «ҡар кешеһе»нең эҙен күреүселәр бар. Рәсәйҙең Мурманск, Архангельск, Ленинград өлкәләрендә, Көнбайыш Себерҙә, Яҡут-Саха Республикаһы биләмәһендә лә осратҡандар. Баҡһаң, улар Таулы Шорияла ла йәшәй икән. Бында шарттар ҙа ҡулай, имеш. Беренсенән, был таулы ерҙә халыҡ улай уҡ тығыҙ ултырмаған, икенсенән, һалҡын булмаған мәмерйәләр күп, өсөнсөнән, тайгала аҙыҡ та етерлек. Рәсәйҙә «йәшәгән» «ҡар кешеләре»н иң әүҙем өйрәнеүселәрҙең береһе Игорь Бурцев ошо тирәлә уларҙың ысынлап та көн итеүенә күптән ышанған була. Урындағы һунарсылар февраль айында төпкөл бер тайгала кеше ҡиәфәтле йән эйәләрен күреп ҡала. Уларҙың тәне йөн менән ҡапланған, буйҙары 1,5 – 2 метр икән, эҙҙәре лә ғәҙәти түгел. Мәмерйә үҙе бер нисә километрға һуҙыла, шунлыҡтан тикшеренеүселәр аҙаҡҡаса барып етә алмаған. Шул уҡ Игорь Бурцевтың фекеренсә, «ҡар кешеләре» беҙҙең көндәргәсә килеп еткән неандерталецтар ул. Рәсәй Фәндәр академияһы белгестәре иһә был фараздарҙы етдигә һанамай. «Ҡар кешеләре» булған хәлдә ниндәйҙер популяция тураһында ла телгә алырға кәрәк бит. Был осраҡта ул юҡ. Ер улай уҡ өйрәнелмәгән планета түгел дәһә, тимәк, «ҡар кешеһе»нең бары тик фантазия ғына булыуы мөмкин. Ә ярым-йорто күренеп ҡалған йөнтәҫ ике аяҡлы йән эйәләре кем һуң улайһа?

    Әйткәндәй

    «Анаконда» тигән Голливуд фильмын ҡарағанығыҙ бармы? Ул бик оҙон, ҙур йылан хаҡында. Фантастика инде торғаны менән. Баҡһаң, ундай һөйрәлеүсе донъяла, ысынлап та, булған. «Nature» журналы яҙыуынса, 13 метрлыҡ йыландың ҡалдыҡтары табылған. Ул Колумбияның төньяҡ-көнсығышында йәшәгән. Ғалимдар билдәләүенсә, был имәнес һөйрәлеүсе көн иткән заманда тропиктарҙағы уртаса температура 30 – 34 градус эҫе булған, әле был күрһәткес 28-гә тиң. Планета йылына ҡалһа, ҙур йыландар үрсейәсәк тигән һүҙме икән был?

    Ғалимдарҙың яҡын киләсәккә фаразы

    Кешелекте ғәләмәт мауыҡтырғыс киләсәк көтә. Бер төркөм ғалим шулай тип белдерә. Халыҡ-ара симпозиумда ҡатна-шыусылар яңы мейе, ҡағыҙ компьютер, мобиль бәйләнештең юғалыуы һ.б. тураһында һүҙ алып бара.

    Теманы дауам итеп...
    Ҡайһы бер фараздарға ышанһаң, ошо быуатта уҡ кеше үҙ тәнен теләһә нисек үҙгәртә алыуға ирешәсәк. Көнбайыш антропологтары әйтеүенсә, мең йылдан кешенең мускулы юҡҡа сығып, уның урынында май ғына ҡаласаҡ. Тимәк, ҡулдар нәҙек, оҙонға әйләнәсәк. Улар киләсәктең ниндәйҙер бер ҡатмарлы техникаһының, компью-терҙарҙың төймәләренә генә баҫырға эшкинәсәк.
    Улай ғына ла түгел, кеше буйға тәпәшәйеп, дүрт аяҡлап ағасҡа етеҙ үрмәләргә өйрәнәсәк. Бер ҡыуаныслы ваҡиға ла көтөлә: кеше үҙ тоҡомон яҡшыртыуға, сәләмәтләндереүгә ирешәсәк. Яҡын киләсәктә тотош гендар инженерияһы уйлап табыласаҡ.
    Ғалимдар киләсәк кешеһен еңел сиселә-кейелә торған махсус айғолаҡлы итеп тә күрә. Океан серҙәрен өйрәнеүселәргә һәйбәт инде был. Әҙәм балаһы үҙенә беркетелгән төрлө технологияларҙы кейем алмаштырған кеүек ҡуллана аласаҡ.
    Кеше тәненә металл ҡатыштырып эшләнгән машиналар беҙҙең тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө һаналасаҡ.Әле үк яһалма ҡул-аяҡтар тәбиғигә ныҡ яҡынлаштырыла.
    Былар ҡыҙыҡлы
    Кешене ныҡ ҡурҡытһаң, ул ағара. Баҡһаң, яраланған осраҡта ҡанды әҙерәк юғалтыу өсөн организм уны төпкә тартып, шулай һаҡлана икән.
    Кеше ике аҙна самаһы йоҡламаһа, үлә.
    Сөскөргәндә йөрәк һуғыуы туҡталып тора. Әгәр өҙлөкһөҙ бер нисә тапҡыр сөскөрһәң, инфаркт булыуы ла бар.
    Еүеш сәстәр бер ярым тапҡырға оҙонайып һуҙылырға мөмкин.
    Кеше тиреһе 27 көндә тулыһынса яңыра.

    Александр Самохин, физика-математика фәндәре докторы:
    – Тиҙҙән баҙарға өс үлсәмле телевизорҙар күпләп сығасаҡ, ә әлеге компьютерҙар ҡырҡа үҙгәрәсәк. Мәҫәлән, кәнфит ҡағыҙын хәтерләткән фантик-компьютер барлыҡҡа киләсәк. Уны төрөргә, тағатырға мөмкин буласаҡ. Шәп бит, ә?! Бөгөнгө кеүек мобиль элемтә утыҙ йылдан һуң булмаясаҡ.
    Медицина өлкәһендә лә асыштар етерлек тип күҙаллана. Бик нескә контакт линзалар уйлап табылып, уларҙы төнгөлөккә лә сисмәҫкә мөмкин буласаҡ. Мейе томографияһы процесы камиллашыу юлында. Өр-яңы материалдарҙан иһә бер тоннаға тиң ауырлыҡты күтәрә алыусы сәс ҡалынлығындағы сымды билдәләргә мөмкин.

    Владимир Зернов, техник фәндәр докторы:
    – Бик тиҙҙән, моғайын, организмға яһалма мейе ҡуйыла башлар. Кеше мейеһе ике ядролы компьютерҙы хәтерләтәсәк. Берәүһе үҙ мейеһе, икенсеһе – яһалма. Ошо рәүешле тәбиғи мейене көсөргәнештән һаҡлап буласаҡ.
    Бынан тыш, кешегә кардиологик тикшеренеүҙе үҙ аллы һәм теләһә ҡасан башҡарырға мөмкинлек биреүсе мобиль кардиокод эшләнеп бөтөү өҫтөндә.

    Юрий Шестаполов, физика-математика фәндәре докторы:
    – Аҡса һәм кредит карталары ла артҡы планға күсер, ахыры. Уларҙың урынын микрочип алыр. Мәҫәлән, кеше магазинға барып, үҙенә кәрәкле тауар ала ла, электромагнит тулҡындар ярҙамында ҡул сәғәтенә ҡуйылған чип аша бөтә әйбере суммаһын иҫәпләп алып ҡалған махсус аппараттан үтә. Ун – ун биш йыл эсендә сифатлы дисплейлы, ышаныслы, сымһыҙ элемтәле бик бәләкәй компьютерҙар ҙа барлыҡҡа киләсәк.
    Автомобилдәрҙе ҡояш батареяһында эшләүсе электромобилдәр алмаштырыр, моғайын. Әйтәйек, 10 йылдан әлеге транспорт бөгөнгө автомобилдәргә етди дәғүәсе буласаҡ.



    авторы: Альбина | 15 сентября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ғәләмәт ҙур астероид менән бәреле ...
  • ЭРГӘБЕҘҘӘ КЕМДӘР БАР?
  • СЕР МЕНӘН ТУЛЫ ДОНЪЯ
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Әҙәм ышанмаҫтай һандар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru